16 дек. 2011 г.

Хәтер

Һүнмәҫ рухы ҡалды
Күп осраҡта беҙ яҡты донъянан иртәрәк киткәндәр тураһында һуңынан һөйләргә йәки яҙырға ғәҙәтләнгәнбеҙ, уларҙың ҡәҙерен аҙаҡтан ғына баһалайбыҙ, ҙурлайбыҙ. Был тәбиғи ҙә һымаҡ.
Ләкин башҡаларҙан айырмалы рәүештә, был арҙаҡлы ил ағаһының хеҙмәт юлындағы уңыштары районда ла, өлкә матбуғатында ла киң яҡтыртылды. Күләмле фотоһүрәтләмәләр, репортаждар, очерктар баҫылды. Ҡыҫҡаһы, ул һәм фиҙаҡәр хеҙмәте тейешенсә баһаланды, хупланды.

Рафаэль Әкрәм улы Сәйетов, атаһы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булып ҡалғас та, үҙенең тырышлығы менән Темәс педагогия училищеһын тамамлай. Уҡытыусы, колхоз рәйесе, леспромхоз директоры, хакимиәт башлығы – уның хеҙмәт биографияһы ҡыҫҡаса бына ошолай.
Уның шәхси сифаттарын барлағанда, беренсе нәүбәттә киң күңеллелеге, һәр кем менән уртаҡ фекергә килә алыуы, алсаҡ, үтә иғтибарлы, кешеләргә ярҙамсыл, эскерһеҙ фекерҙәш булыуы күҙ алдына килеп баҫа. Һәр һүҙе тос, фәһем алырлыҡ булды. Кешенең етешһеҙлеген күҙенә тура ҡарап әйтер, әммә уның күңелен һис тә ҡырмаҫ, аҡыллы кәңәштәре менән йәшәргә, эшләргә өйрәтер ине.
Егерме алты йәшендә тыуған төбәгендә коммунистарҙың лидерына әүерелә. Дәрт-дарманы ташып торған инициативалы егет бөтә көсө, белеме менән эшкә сума. Ул саҡта КПСС район комитетының беренсе секретары В.Мәҡсүтов йәш етәксегә ҙур өмөттәр бағлай, эшкә дәртләндерә. Рафаэль Әкрәм улы алты йыл колхоздың партком секретары булған осорҙа хужалыҡ юғары кимәлдәге идея-тәрбиәүи эше һәм иҡтисади яғы менән алдынғыларҙың береһенә әүерелә. Тап ошо йылдар эсендә Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхоз бер нисә йыл рәттән КПСС Өлкә комитетының, БАССР Юғары Советы Президиумының, КПСС район комитетының һәм район Советы башҡарма комитетының күсмә Ҡыҙыл байрағына лайыҡ була. Колхоздың үҙешмәкәр түңәрәге ағзалары өс йыл рәттән район смотрында беренсе урындарҙы яулай.
Рафаэль Әкрәм улы айырыуса йәштәргә иғтибарлы һәм ихтирамлы булды: уҡырға ебәрергә, етәксе органдарға эшкә тәҡдим итте. Уларҙың күптәре ВЛКСМ Үҙәк, Өлкә комитеттарының Маҡтау ҡағыҙҙарына, юғары исемдәргә лайыҡ булды. Миңә лә ошо йылдарҙа колхоздың комсомол комитетына етәкселек итеү һәм өлкә комитеты делегацияһы составында Үҙәк телевидениеның йәштәр өсөн тапшырыуында ҡатнашыу бәхете тейҙе. Партия коллек-тивы менән комсомол ойошмаһы тығыҙ бәйләнештә эшләне. Һүҙ юҡ, уларҙы ойоштороуҙа һәм етәкләүҙә партком секретары Р.Сәйетовтың роле баһалап бөткөһөҙ ҙур булды.
Егәрле ат, ғәҙәттә, әллә ҡайҙан уҡ күҙгә ташлана. Тәжрибә туплаған, унан дәрт һәм көс алған әүҙем э шмәкәрҙе районда иң артта һөйрәлеп килгән, иҡтисади яҡтан ҡаҡшаған Карл Маркс исемендәге колхоздың рәйесе итеп тәғәйенләйҙәр. Был хужалыҡты ҡайтанан аяҡҡа баҫтырыу өсөн көсөн дә, һаулығын да йәлләмәне ул. Ауыл урамдарындағы асфальт, шоссе юлдар, заман талаптарына яуап бирерлек мәҙәниәт, көнкүреш йорттары, типовой һыйыр аҙбарҙары төҙөлөү, халыҡтың тормошон яҡшыртыу – былар барыһы ла тырыш етәксе Рафаэль Әкрәм улы эшләгән осорҙа барлыҡҡа килгән.
Эштең бәләкәйеме, ҙурымы – һис айырып ҡараманы, йөктө уртаға егелеп, көсөнән килгәнсә тартты. Берәү ҙә уға әҙер “тормош рецепттары”н тәҡдим итмәне. Ул үҙенең аҡылы, зиһене, һәләте менән һәр башлаған эшен аҙағына еткермәйенсә туҡтаманы. Төрлө төҙөлөш өсөн аҡса һорап, баш ҡала етәкселәренең кабинеттарын аҙ шаҡыманы. Үҙ һүҙен һүҙ итмәйенсә әйләнеп ҡайтманы.
Эйе, ул эшен йылдам һәм һүҙ теймәҫлек итеп алып барыуға өлгәште. Даны сит яҡтарға таралған ата-олаталары – Ғабдулла Сәиди ишан вариҫы булараҡ, улар башлаған изге оло юл уның тарафынан ышаныслы дауам итте. Рафаэль Әк-рәм улы уларҙан өлгө алып, үҙенең ныҡлы ғаилә нигеҙен төҙөнө.
Улдары Фаил һәм Рөстәм атаһы юлын ышаныслы дауам итте. Өлкән улы Фаил күп йылдар район ойошмаларында етәксе урындар биләне, ә Рөстәм күп йылдар буйы район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарҙы.
Ер өҫтө тигеҙ булмаған кеүек, уның үрҙәре лә, күтәрелә алмаҫлыҡ бейеклектәре, тәрән һәм ашҡын кисеүҙәре лә, йырып үтә алмаҫлыҡ шырлыҡтары ла осрай. Бына ошондай ҡаршылыҡтар уның хеҙмәт юлында, йәшәйешендә лә аҙ булманы. Юғарыла ултырған ҡайһы бер әҙәми заттар, ошаҡсыларҙың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалып, уның хеҙмәт юлына кәртә ҡуйырға һәр саҡ әҙер торҙо, эшен юҡҡа сығарырға маташты. Ләкин ул бирешмәйенсә тағы ла сәмләнеберәк эшкә тотонор ҙа, шуның менән янъялсыларҙың ауыҙын томалар ине.
Етәксе урындарҙа утыҙ биш йылдан ашыу эшләү һәр кемдең көсөнән, һәләтенән килә торған эш түгел. Ундайҙар сафы бик һирәк.
Уның һоҡланғыс, намыҫлы ғүмере бәйгеләрҙә ярһып сапҡан ат һымаҡ 67-се йәшендә көтмәгәндә өҙөлдө. Әле уның башҡарыр эштәре, уй-хыялдары бихисап ине...
Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, “Хеҙмәт батырлығы өсөн”, “Хеҙмәт ветераны” миҙалдары, социалистик ярышта еңеүсе знактары, БАССР Юғары Советы Президиумының Почет грамоталары менән наградланған Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Рафаэль Әкрәм улы Сәйетовҡа ошо көндәрҙә 75 йәш тулған булыр ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул үҙенең олпат юбилейын билдәләй алманы. Әммә уны күреп белгәндәр, бергә эшләгән иптәштәре, яҡташтары, ырыуҙаштары онотмай, һаман да ололай, йылы хәтирәләр менән иҫкә ала.
Эйе, ундай шәхестәр онотолмай, киләһе быуындар күсәгилешлегендә оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәйәсәк. Минең уға иманым камил.

Салауат Мөхәмәтшин, хеҙмәт ветераны.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.