Күп балалы ғаиләләргә – ер бүлеме
2011 йылдың 28 сентябрендә Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.З. Хәмитов “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы 437(з)-се законға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, шәхси торлаҡ төҙөү өсөн бушлай бер тапҡыр ер участкаһы алыуға хоҡуҡлы граждандар категорияһына өҫтәмә индерелде. Шулай итеп, закондағы үҙгәрештәр балиғ булмаған өс йәки унан күберәк балаһы булған граждандарға, шулай уҡ инвалид бала тәрбиәләгән граждандарға бер тапҡыр бушлай ер участкаһы алыуға хоҡуҡ бирә. Ошо уҡ закон менән ер бүлемдәре биреү тәртибе лә билдәләнә.
Бушлай ер алыуға дәғүә итеүсе граждандар урындағы муниципаль район хакимиәттәренә мөрәжәғәт итә ала.2011 йылдың 28 сентябрендә Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.З. Хәмитов “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы 437(з)-се законға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, шәхси торлаҡ төҙөү өсөн бушлай бер тапҡыр ер участкаһы алыуға хоҡуҡлы граждандар категорияһына өҫтәмә индерелде. Шулай итеп, закондағы үҙгәрештәр балиғ булмаған өс йәки унан күберәк балаһы булған граждандарға, шулай уҡ инвалид бала тәрбиәләгән граждандарға бер тапҡыр бушлай ер участкаһы алыуға хоҡуҡ бирә. Ошо уҡ закон менән ер бүлемдәре биреү тәртибе лә билдәләнә.
Беҙҙең районда был тәңгәлдә эштәр нисек? Был эш менән кемдәр булыша? Ҡайһы урындан ер участкалары бүленә? Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? Ниндәй документтар талап ителә? Ошо һәм башҡа һорауҙар тураһында беҙ муниципаль район хакимиәтенең юридик бүлек начальнигы З.Б. Бүләкова менән әңгәмәләштек.
– Зөлфиә Батыр ҡыҙы, редакцияға гәзит уҡыусылар “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына индерелгән үҙгәрештәр, йәғни өс һәм унан күберәк балиғ булмаған бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ер биреү тураһында һорашып йыш шылтырата. Иң тәүҙә шуны асыҡламаҡсыбыҙ: күп балалы ғаиләләргә ер биреү буйынса кемдәр шөғөлләнә?
– Закон ҡабул ителеп үҙ көсөнә ингәс тә, беҙҙең муниципаль район хакимиәте ҡарамағында шәхси торлаҡ төҙөү өсөн граждандарға бер тапҡыр һәм бушлай ер бүлеме биреү буйынса комиссия төҙөлдө. Комиссия рәйесе – муниципаль район хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары З.Т. Ушанов. Ошоға тиклем комиссия ултырыштары үтте һәм унда беҙҙең район биләмәһендә ҡайҙа, күпме ер участкалары биреләсәге тураһында ҡарарҙар ҡабул ителде.
– Күп балалы ғаиләләргә ер участкаһы улар теләгән ерҙән биреләме?
– Комиссия ҡарарына ярашлы, ҡаланың Көньяҡ микрорайонында 50-нән, ауыл биләмәләре үҙәктәрендә 10-дан кәм булмаған ер участкаһы бүленәсәк. Киләһе йылда бөтәһе 270 тирәһе участка биреү планлаштырыла.
– Законда бушлай ер алыуға хоҡуҡлы граждандарҙың күп балалы ғаиләгә ҡараусы төркөмөнә ниндәй документтар йыйырға һәм ҡайҙа тапшырырға кәрәк?
– Законға ярашлы, торлаҡ төҙөү өсөн бушлай ер алыуға хоҡуғы булған граждандар ниндәй категорияға инеүенә ҡарап, төрлө документтар йыйыла. Ғаризалар комиссия ултырышында ҡарала, уларҙың бланкыһы комиссия тарафынан раҫланған, ул берҙәм өлгөлә, уны муниципаль район хакимиәтенең дөйөм бүлегенән алырға була. Аҙаҡ тейешле документтар менән бергә ошо уҡ бүлеккә тапшырырға кәрәк. Документтар исемлеге Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2011 йылдың 8 ноябрендәге 393-сө бойороғо менән раҫланды. Күп балалы ғаиләләр төркөмөнә килгәндә, түбәндәге документтар талап ителә:
-ата-әсәләрҙең шәхесен раҫлаусы документтарҙың күсермәһе;
-ғариза балаларҙың законлы вәкиле тарафынан бирелһә – нотариаль раҫланған ышаныс ҡағыҙы;
-никах тураһында таныҡлыҡ (булһа);
-балаларҙың тыуыу тураһында таныҡлыҡтары, 14 йәштән олораҡ балаларҙың паспорттары күсермәләре;
-ата-әсәнең күсемһеҙ милеккә һәм уның менән алыш-бирешкә хоҡуҡтары тураһында Берҙәм дәүләт реестрынан белешмә.
Шуны ла әйтеп үткем килә: бушлай ер бүлеме алырға хоҡуғы булған башҡа граждандарға кәрәкле документтар исемлеген муниципаль район хакимиәтенең дөйөм бүлегенән алырға мөмкин.
– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт.
Сәлимә Кейекбирҙина әңгәмәләште.
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.