16 дек. 2011 г.

Күргәҙмәләр

Фотоларҙа – заман һулышы

Г.Исхаҡовтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған күргәҙмә асылды
Совет заманы, партия сафы, хеҙмәт кешеһен бейеккә күтәреү... Оло быуын өсөн был үтә лә яҡын, йәшлек хәтирәһен уятырлыҡ тема, шулай бит? Ошо дәүерҙе күҙ алдына баҫтырырға теләһәгеҙ, халыҡ ижады үҙәгенә – СССР Журналистар, БАССР Яҙыусылар Союздары ағзаһы Гәрәй Исхаҡовтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған фотокүргәҙмәгә сәйәхәт ҡылырға саҡырабыҙ. Был изге эште уның кейәүе, “Умырзая” салоны хужаһы, билдәле фотограф Рауил Иҫәнов ойошторған. Ошо уңайҙан Рауил ағай менән әңгәмә ҡороп алдыҡ.

– Рауил ағай, беҙгә – йәштәргә – Гәрәй Исхаҡовтың ниндәй шәхес булыуы хаҡында һөйләгеҙ әле...
– Гәрәй Усман улы Ейәнсура районы Ибрай ауылында 1931 йылдың ноябрь айында тыуған. Ул төрлө яҡлы талант эйәһе булды: драматург, фотограф, журналист, хатта халыҡ театрында режиссер ҙа булып эшләне, Сибай дәүләт драма театры менән тығыҙ бәйләнеш тотто. “Әсә күңеле балала”, “Бөркөт ҡанаты”, “Аҫылташ”, “Етеле шәм”, “Таңда өҙөлгән сәскәләр”, “Ғәфү ит, кейәү!” пьесаларын Сибай һәм Салауат драма театрҙары артистары сәхнәләштерҙе. Пьесалары 1996 йылда “Аҫылташ” исемле айырым йыйынтыҡ булып сыҡты.
Әҫәрҙәрендә заманына күрә актуаль темаларҙы күтәргән. Һуғыш ваҡытындағы башҡорт ауылы хаҡындағы “Етеле шәм” пьесаһын Гөллирә Исхаҡова менән бергә беҙҙең өйҙә яҙҙылар. Пьесаның прототиптары – уларҙың ауылдаштары.
“Һаҡмар”, “Октябрь байрағы”, “Сибайский рабочий”, “Совет Башҡортостаны” гәзиттәрендә фотохәбәрсе, “Башфото-Нур” Сибай участкаһының начальнигы булып эшләне. Урал аръяғының көслө фотохәбәрсеһе булды, һүрәттәре республика баҫмаларында йыш баҫылды. 80-се йылдарҙа Сибайҙа “Ирәндек” әҙәби берекмәһен ойошторҙо, уны етәкләне.
– Фотохәбәрсе булараҡ, ул ниндәй күренештәрҙе тарихҡа ҡалдырырға яратты икән?
– Ул фото эшенә мөкиббән киткән кеше булды. Миндә байтаҡ фотолары һаҡлана. Уларҙы ҡарап ултырам да, мәлде тота белеү оҫталығына һоҡланам, уға һаман да барып етә алмайым. Хәрәкәтте шәп бирә белә ине. Гәрәй Усман улы хеҙмәт кешеһен төшөрөргә яратты. Комбайнсы, һауынсыларҙы төрлөсә, ҡат-ҡат төшөрөп эшләне. Икенсе стихияһы – театр булды. Архивында 70 – 80-се йылдарҙағы театр коллективтарының һүрәттәре бик күп.

Уның “Письмо сына” фотоһы бик уңышлы сыҡҡан. Новосибирскиҙа СССР-ҙың халыҡ көнкүрешен хеҙмәтләндереү министрлығы ойошторған күргәҙмәлә был һүрәт призлы урын яулаған. Унда әбей улының хатын уҡып ултыра. Яҡтылыҡты шундай дөрөҫ биргән, ҡайғы-һағыныуҙы оҫта күрһәтә белгән. Тағы иген тотҡан ҡул фотоһын да юғары оҫталыҡ өлгөһө тип һанайым. Унда йыйырсыҡлы ир кеше ҡулы төшөрөлгән, беләгендә ябай ғына ҡул сәғәте. Совет заманының данлыҡлы агрономы Юрий Моряковтың ҡулы ул. Был һүрәтте “Уральские нивы” журналының тышлығына биргәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, архивында был фото юҡ.

Гәрәй Усман улының ара-тирә хеҙмәт, мәҙәниәт, театр кешеләре тураһында мәҡәлә-очерктары ла донъя күрҙе. Мәҫәлән, Риза Яхин, Фәүзи Хафизов тураһында яҙып йө-рөгәнен иҫләйем.
Гәрәй Исхаҡов 1997 йылда 66 йәшендә мәрхүм булды. Ошо уңайҙан Ейәнсура райо-ны үҙәге Иҫәнғолда Хәтер кисәһе үткәреү, спектаклдәрҙән өҙөктәр сәхнәләштереү планлаштырыла. Райондаштарының уны онотмауына рәхмәт.
– Билдәле шәхестәребеҙ хәтерҙә йәшәгәндә, уларҙың рухы ла йәшәй. Үткән заман тип һанаһаҡ та, теге быуаттағы ваҡиғаларҙы тергеҙеп, оло йәштәгеләрҙең йәшлек хәтирәһен уятырҙай йәнле әңгәмәгеҙ өсөн бик ҙур рәхмәт!

Айгөл Иҙелбаева.
Һүрәттәрҙә: Г.Исхаҡов фотолары.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.