Бер татыу ғаилә булып
Республикабыҙҙа нисәмә милләт вәкиле бер татыу ғаилә булып берҙәм, дуҫ йәшәй. Башҡортостанда һәр кем үҙ телендә иркен аралаша, белем ала, изге йолаларын тергеҙә, быуындар күсәгилешлелеген һаҡлай, балаларын атай-олатайҙары рухында тәрбиәләй. Ошо үҙе үк милләт-ара татыулыҡтың сағыу өлгөһө булып тора.
Таулыҡай мәктәбендә лә Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арналған саралар үтә.
Әле күптән түгел “Бер татыу ғаилә булып гөрләшеп” тигән фестиваль уҙҙы. Байрамға уҡыусылар алдан ентекле әҙерләнде. Йәрәбә буйынса һәр класс бер милләтте һайлап алды. 5-селәр башҡорттар, 6-сылар удмурттар, 7-селәр рустар, 8-селәр сыуаштар, 9-сылар татарҙар, 10-сылар украиндар, 11-селәр мариҙар булды. Һәр класс үҙенә эләккән милләттең костюмдарын, аш-һыуын, йолаларын, йырҙарын, стена гәзите әҙерләне. Байрамды мәктәптең педагог-психологы Г.Р. Үҙәнбаева менән балалар ойошмаһы етәксеһе Ә.Й. Исхаҡова бик ҡыҙыҡлы, йәнле итеп алып барһа, баһалама ағзалары мәктәп директоры Р.Ә. Салихов, район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Г.Х. Йыһаншина, технология уҡытыусыһы С.Ғ. Салихова һәр сығышҡа ғәҙел баһа ҡуйҙы. Уҡыусыларҙың сығыштарын байрамға килгән башланғыс класс уҡыусылары, уҡытыусылар көслө алҡыштарға күмде.Республикабыҙҙа нисәмә милләт вәкиле бер татыу ғаилә булып берҙәм, дуҫ йәшәй. Башҡортостанда һәр кем үҙ телендә иркен аралаша, белем ала, изге йолаларын тергеҙә, быуындар күсәгилешлелеген һаҡлай, балаларын атай-олатайҙары рухында тәрбиәләй. Ошо үҙе үк милләт-ара татыулыҡтың сағыу өлгөһө булып тора.
Таулыҡай мәктәбендә лә Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арналған саралар үтә.
Шулай итеп, фестивалдең иң тантаналы мәле етте. 5 – 8-се кластар араһында I урынды – алтынсылар, II урынды бишенселәр, III урынды етенселәр алды. 9 – 11-се кластар ара-һында I урынға – унынсылар, II урынға туғыҙынсылар һәм һигеҙенселәр, III урынға ун беренселәр лайыҡ булды. Байрам күңелле ритайым менән тамамланды.
Милләттәр гөлләмәһе сәскә атыуына шаһит булғандай тойҙом мин үҙемде был сарала. Мәктәптәрҙә һәр саҡ шулай шат балалар тауышы гөрләп торһон, ә илебеҙ халҡы дуҫлыҡта, татыулыҡта йәшәһен.
Вилә Сәйетова,
БДУ-ның Сибай институты студенты.
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.