16 дек. 2011 г.

Уңғандар беҙҙең арала

Лайыҡлы баһа
“Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһенән Альберт Һатыбалов – хужалыҡта ғына түгел, ә районда ла танылыу яулаған водителдәрҙең береһе. Предприятиела ике тиҫтә йылдан ашыу эшләү осоронда Альберт Салауат улы ҙур тәжрибә тупланы, үҙ һөнәренең алдынғыһы булып танылды.

А.Һатыбалов һәр ауыл хужалығы кампанияһына үҙенең тос өлөшөн индереп, гелән юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Яҙғы баҫыу эштәре булһынмы, мал аҙығы әҙерләүме, урып-йыйыу эштәреме, ҡышҡы осорҙа малсылыҡ тармағында эшләүме – Альберт Салауат улы һәр саҡ был яуаплы эштәрҙең уртаһында ҡайнай һәм производствоны үҫтереүгә күп көс һала. Быйыл ул, мәҫәлән, 2500 тонна сенаж, байтаҡ ашлыҡ ташып, ҙур уңышҡа иреште.
Тырыш хеҙмәте арҡаһында А.Һатыбалов күп тапҡырҙар хужалыҡ, район кимәлендәге ярыштарҙа “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” исеменә лайыҡ булды. Быйыл иһә Альберт Салауат улына юғары награда – ауыл хужалығы производствоһын үҫтереүгә индергән тос өлөшө өсөн Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Почет грамотаһы тапшырылды.
А. Салауатов.
А. Ишназаров фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.