3 февр. 2012 г.

Һайлау – 2012

Президент һайлау көнө яҡынлаша

Рәсәй Федерацияһы Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса Рәсәй Президенты вазифаһына дәғүә итеүселәрҙе теркәү процедураһы тамамланды. Улар – Владимир Путин, Сергей Миронов, Владимир Жириновский, Геннадий Зюганов һәм Михаил Прохоров.
Әйткәндәй, Бөтә Рәсәй халыҡ фекерен өйрәнеү үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, ил халҡының өстән ике өлөшө Президент һайлау бер турҙа үтәсәк, тип фаразлай.
Был аҙнала Президент һайлауының яңы осоро башлана: киң мәғлүмәт сараларында һайлау агитацияһы старт ала.

* * *
 
Ә беҙҙең яҡташтар Президент һайлауы, кандидаттар тураһында ниҙәр уйлай?
Әмир Сәйғәфәров, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Баймаҡ районы буйынса башҡарма комитеты рәйесе, Баймаҡ ҡалаһы:
Һайлау – ул ҙур сәйәси кампания. Конституция буйынса һәр граждан үҙенең фекерен белдерергә тейеш. Әлеге ваҡытта 5 кандидат теркәлде, тимәк, уйланырға ла урын бар. Минеңсә, кем Рәсәй халҡы, уның мәнфәғәте өсөн файҙалы һәм лайыҡлы эштәр башҡара, шуға тауыш бирергә кәрәк. Әлеге көндәге етәкселәргә эшмәкәрлеге яғынан һүҙ әйтә алмайым. Халыҡ менән тығыҙ эшләйҙәр, көн һайын тиерлек улар төрлө предприятие-ойошмаларҙа. Ғөмүмән, асыҡ сәйәсәт алып барыла. Әлбиттә, был сәйәсәттең оҡшамаған яҡтары ла бар. Даими рәүештә хаҡтарҙың артыуы күҙәтелә. Бына тағы ла икенсе ярты йыллыҡта газға, электрға хаҡ өҫтәүҙе планлаштыралар. Сеймал – үҙебеҙҙеке, уны эшкәртеүҙә үҙебеҙҙең кешеләр эшләй, бушлай уҡ булмаһа ла, ташламалар булырға тейештер, тип уйлайым. Мәҫәлән, ниндәй боларыштар барған Ливияла, Сәғүд Ғәрәбстанында халыҡҡа газ бушлай. Ошондай мәсьәләләр киләсәктә яйға һалынһын ине.
Рәфҡәт Дауытов, хеҙмәт ветераны, ветерандар советы рәйесе, Өмөтбай ауылы:
Күҙаллауымса, кемдең Президент итеп һайланасағы күптән билдәле инде. Бер генә теләгем бар: һайлау закон буйынса үтһен ине.
Ил Президенты иң тәүге нәүбәттә ауыл хужалығын үҫтереүгә күп көс һалырға тейеш, тип уйлайым. Халыҡҡа эш булһа, эш хаҡы түләнһә, илдең дә биле ныҡ булыр ине. Тағы ла бер мәсьәлә борсой: һуғыш осоронда тыуған балаларға иғтибар булмауы. 1932 йылға тиклем тыуғандарға “Тыл ветераны” тигән исем бирелде, ә бына унан һуңғы йылғыларға бер ниндәй ҙә ярҙам юҡ. Ул быуындың ас-яланғас үҫеүе, эшкә иртә егелеүе, хатта атайһыҙ ҡалып, бер ниндәй ҙә ташламалар алмауы ҡыҙғаныс. Был ил, төбәк башлыҡтары хәл итә торған бик әһәмиәтле мәсьәлә. Минең менән күптәр килешәлер, моғайын.
Сәлимә Кейекбирҙина.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.