3 февр. 2012 г.

Ултырыштар

Төп маҡсат – бурыстарҙан ҡотолоу

Уҙған аҙнала ҡала биләмәһендә йорт комитеттары рәйестәренең сираттағы ултырышы үтте. Ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы И.Ә. Бураншин торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге хәлдәр менән таныштырҙы. “Әлегә тиклем халыҡты йылылыҡ һәм һыу менән тәьмин итеү өлкәһендә етди авариялар юҡ. Шулай ҙа тынысланырға ярамай, әле ҡыш уртаһы ғына.
Проблемалар ҙа юҡ түгел: төбәктә газ, электр, һыу буйынса иң күп бурыс беҙҙең районға тап килә. Дөйөм бирәсәк 7 миллион һум тирәһе. Бөгөнгә күп ҡатлы йорттарҙа 5 мең тирәһе кеше йәшәй, йәғни 2 мең самаһы абонент хеҙмәтләндерелә. Ҡайһы берәүҙәрҙең бурысы 100 мең (!) һумдан ашып китә. Был тәңгәлдә “УКЖФБ” ЯСЙ-һы юристары эшләй, шулай уҡ суд һәм суд приставтары хеҙмәте аша бурыстарҙы түләтеү буйынса шөғөлләнәсәкбеҙ”, – тине сығышында Исмәғил Әхмәт улы. Артабан ул йорт комитеттары рәйестәренә һәр йорт буйынса кемдең күпме бурысы йыйылыуы тураһында мәғлүмәт бирҙе.
Йылылыҡ селтәре” ЯСЙ-һы директоры С.Я. Рыҫбаев быйылдан башлап йылылыҡ өсөн туранан-тура иҫәпләшеү башҡарылыуы тураһында һөйләне. Ул йорт комитеттары рәйестәренең фатирҙарҙы йылытыу өсөн билдәләнгән нормативтар, тарифтар хаҡындағы һорауҙарына яуап бирҙе. “Водоканал” ЯСЙ-һы, район электр селтәре, “БРСУ” МУП-ы, идарасы компаниялар (улар Баймаҡта өсәү) етәкселәренә лә һорауҙар күп булды. Йәмәғәтселек башланғысында йөрөгән йорт комитеттары рәйестәренең үҙ бурыстарына ҙур яуаплылыҡ менән ҡарауы ҡыуаныслы. Һәр хәлдә ултырышҡа килгәндәренең хеҙмәтләндереү сифаты, тәҡдимдәре, дөйөм алғанда, һәр проблеманы белеп сығыш яһауы киләсәктә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә эштәр яйланасағына ишара түгелме ни?
Сәлимә Кейекбирҙина.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.