Район Советы ултырышы була
3 февралдә
сәғәт 11-ҙә халыҡ ижады үҙәгендә Баймаҡ
районы муниципаль район Советының XXXIX
ултырышы уҙа.
Көн тәртибенә
түбәндәге мәсьәләләр сығарыла:
1. Муниципаль
район хакимиәте башлығының һәм
хакимиәтенең 2011 йылдағы эшмәкәрлеге
һөҙөмтәләре тураһында Баймаҡ районы
муниципаль район хакимиәте башлығының
йыллыҡ отчеты.
2. Баймаҡ районы
муниципаль район Советы рәйесенең һәм
Советының 2011 йылдағы эшмәкәрлеге
һөҙөмтәләре тураһында Совет рәйесенең
йыллыҡ отчеты.
3. 2012 йылда
муниципаль район территорияһында ергә
аренда хаҡының күләмен билдәләү тәртибен
раҫлау хаҡында.
4. 2012 йылға
территориаль-иҡтисади зона коэффициентын
һәм мөлкәт менән файҙаланған өсөн бер
квадрат метрҙың хаҡын раҫлау тураһында.
5. 2012 йылға
муниципаль райондың муниципаль милкен
хосусилаштырыу буйынса сараларҙың
прогноз планын раҫлау тураһында.
6. 2012 йылға
Баймаҡ районы муниципаль район бюджетына
үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү
хаҡында.
Ултырышҡа район
Советы депутаттары, ҡала һәм ауыл
биләмәләре башлыҡтары һәм эштәр
идарасылары, район һәм ҡаланың хужалыҡ,
предприятие, ойошма, учреждение
етәкселәре, мәктәп директорҙары, балалар
баҡсалары мөдирҙәре, ауыл мәҙәниәт
йорто директорҙары, клуб мөдирҙәре,
фельдшер-акушерлыҡ пункттары мөдирҙәре,
имам-хатиптар, участка полицейскийҙары,
киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре саҡырыла.
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.