“Йыл уҡытыусыһы-2012”
Үткән аҙна
мәғариф хеҙмәткәрҙәре өсөн үтә лә ҡыҙыу
булды: 25 – 27 ғинуарҙа ҡалабыҙҙың 2-се
мәктәбендә “Йыл уҡытыусыһы-2012” конкурсы
үтте. Уны мәғариф бүлеге начальнигы
Ринат Ильясов асып, ҡатнашыусыларға
уңыштар теләне. Жюри составы менән
таныштырғандан һуң, сәхнәгә 23 ҡатнашыусы
сыҡты. Улар араһында 7 башланғыс класс,
4 рус теле һәм әҙәбиәте, 3-әр башҡорт теле
һәм әҙәбиәте, математика, 2-шәр инглиз
теле, тарих һәм Башҡортостан мәҙәниәте
тарихы, 1-әр биология һәм рәсем дәрестәре
уҡытыусылары бар ине. Тәүге көндә
конкурсанттар инновацион педагогик
проекттарын тәҡдим итте, 26-һында ҡаланың
төрлө мәктәптәрендә дәрес күрһәтте,
үҙҙәре үк дәрескә анализ яһаны, класс
сәғәттәре үткәрҙе. Беренсе турға йомғаҡ
яһалғандан һуң 8 ҡатнашыусы икенсе турға
сыҡты. 27 ғинуарҙа улар 20 минутлыҡ оҫталыҡ
дәресе, дебат күрһәтте.
Шулай итеп
энәһенән ебенә тиклем күҙҙән үткәреп,
ниһайәт, конкурсанттарҙың хеҙмәтенә,
тырышлығына йомғаҡ яһалды. “Йыл
уҡытыусыһы-2012” конкурсының абсолют
еңеүсеһе исеменә 4-се мәктәптең йәмғиәтте
өйрәнеү һәм хоҡуҡ уҡытыусыһы Илшат
Сирусин (һүрәттә) лайыҡ булды.
Шулай уҡ Баймаҡ лицей-интернатының
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Сафа Ишҡыуатов менән 2-се мәктәптең
математика уҡытыусыһы Альбина Насырова
конкурстың еңеүселәре тип табылды.
Бынан тыш
финалға сыҡҡан Юлия Пономарева (2-се
мәктәптең башланғыс класс уҡытыусыһы),
Айгөл Рәхмәтуллина (Темәс филиалы Бетерә
мәктәбенең биология уҡытыусыһы), Айна
Ишбирҙина (4-се мәктәптең рус теле һәм
әҙәбиәте уҡытыусыһы), Фәниә Кинйәбаева
(Баймаҡ лицей-интернатының рус теле һәм
әҙәбиәте уҡытыусыһы), Ләйсән Фәйзуллина
(Күсей мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте
уҡытыусыһы) конкурс лауреаттары, тағы
ла 9 педагог төрлө номинациялар еңеүселәре
булды.
Республика
күләмендә үтәсәк конкурста Илшат Сирусин
менән Сафа Ишҡыуатов районыбыҙ намыҫын
яҡлаясаҡ.
Айгөл Иҙелбаева.
Автор фотоһы.
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.