2012 йыл
Башҡортостанда Имен бала саҡ һәм ғаилә
ҡиммәттәрен нығытыу йылы тип иғлан
ителде. Тейешле указға республика
Президенты Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы.
Документҡа
ярашлы, Башҡортостан Республикаһында
Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен
нығытыу йылы сиктәрендәге сараларҙы
үткәреү буйынса ойоштороу комитетының
составы раҫланды. Ойоштороу комитетына
2012 йылдың 10 февраленә тиклем тейешле
саралар планын эшләргә һәм раҫларға
ҡушылды.
Бынан тыш,
Башҡортостан Республикаһының муниципаль
райондары һәм ҡала округтары хакимиәттәренә
Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәре йылын
үткәреү буйынса ойоштороу комитеттары
булдырырға, шулай уҡ саралар планын
әҙерләргә, раҫларға һәм уларҙың үтәлешен
тәьмин итергә тәҡдим ителде, тип хәбәр
итә БР Президентының матбуғат хеҙмәте.
«Башинформ».
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.