3 февр. 2012 г.

Осрашыуҙар

Ике яҡ өсөн дә файҙалы булды

Үткән шәмбелә халыҡ ижады үҙәгендә районыбыҙ мәктәптәре, һөнәри белем биреү учреждениелары уҡыусылары БДУ, БДМУ, БДАУ, ӨДАТУ, ӨДНТУ, ӨДИСА (Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы), БДУ-ның Сибай институты вәкилдәре менән осрашты. Ҡатнашыусыларҙы муниципаль район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илдус Зәйнуллин, мәғариф бүлеге начальнигы Ринат Ильясов сәләмләне. Илдус Әдиф улы районыбыҙҙың социаль-иҡтисади хәленә байҡау яһаны, бөгөн дефицит һаналған һөнәрҙәрҙе һанап китте. Башҡорт дәүләт аграр университетын былтыр 55 студент тамамлаһа, шуларҙың бишәүһе генә тыуған яғына эшкә ҡайтҡан. “Былай барһа, ауыл хужалығы тармағында эшләрлек кеше булмаясаҡ”, – тип күҙаллауҙарын еткерҙе ул. Районыбыҙға аграр тармаҡ өсөн белгестәр, айырым фән уҡытыусылары, агрономдар, зоотехниктар, механизаторҙар, хореографтар, үҙәк ҡала дауаханаһына егермеләп белгес етешмәй икән. Сығарылыш класс уҡыусылары менән профориентацион эштәр алып барыу зарурлығы хаҡында һүҙ булды.
Юғары уҡыу йорттары вәкилдәре үҙҙәре эшләгән вуздар тураһында һөйләне, һорауҙарға яуап бирҙе. Уҡыусыларыбыҙ уҡыу йортона ҡабул итеү имтихандары, ятаҡта йәшәү шарттары, спорт, ижад менән шөғөлләнеү мөмкинлектәре менән дә ҡыҙыҡһынды.
Фәһемле осрашыу БДУ-ның Сибай институты һәм ӨДИСА студенттары әҙерләгән бай йөкмәткеле концерт менән тамамланды.
Айгөл Иҙелбаева.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.