18 дек. 2011 г.

Семинарҙар

"Уңыш"та өйрәнәһе тәжрибә күп
Ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре һәм баш белгестәре, төрлө ведомстволар етәкселәре ҡатнашлығындағы семинар-кәңәшмәләр хәҙер инде матур йолаға әүерелеп бара һәм ул агрокомплекс тормошондағы проблемаларҙы өйрәнеү, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләү-табыу, киләсәккә уй-ниәттәр билдәләүҙә етди аҙым булып тора. Ошо көндәрҙә райондың ҡеүәтле предприятиеларының береһе – “Уңыш” АХК-һы базаһында ойошторолған семинар-кәңәшмә был фекерҙе тағы бер ҡат иҫбатланы.

Сара хужалыҡтың Калинин бүлексәһендә предприятие директоры А.С. Сафин һәм баш зоотехник Н.Р. Мәхейәнов оҙатыуында малсылыҡ комплексының эше менән танышыуҙан башланды. Ҡасандыр сусҡасылыҡ менән табышлы шөғөлләнгән подразделениеның, был тармаҡ бөтөрөлгәс, малсылыҡ базалары бушап ҡала. Быйыл предприятие етәкселеге малсылыҡты маҡсатлы үҫтереү йүнәлешендә тәүге аҙымдар яһаны һәм эш башланы. Калинин бүлексәһе бынан ары орғасы башмаҡ үрсетеү һәм үгеҙ малы һимертеү буйынса махсуслашасаҡ. Быға әҙерлек хужалыҡта дәррәү барҙы: базалар йәш мал аҫрау өсөн яраҡлаштырып реконструкцияланды, 520 метрҙа һыу үткәргес яңыртылды. Ремонт эштәре өсөн бөтәһе 1 млн 600 мең аҡса тотонолған.
Бөгөн унда 480 баш башмаҡ аҫрала (тиҙҙән улар һаны 600-гә етәсәк), улар йәшенә һәм ауырлығына ҡарап 6 төркөмгә айырып ҡуйылған. Һис шикһеҙ, базаларҙа малды тәрбиәләү өсөн бөтөн шарттар тыуҙырылған, хатта һәр береһендә мал һаны, ауырлығы, рационы яҙылған махсус табличка-күрһәткестәр бар. Әйткәндәй, мал көр булыуы менән айырылып тора, бында, әлбиттә, ныҡлы аҙыҡ базаһы ла ҙур роль уйнай.
Калининда тупланған орғасы мал яһалма рәүештә ҡасырыла һәм артабан тоҡомсолоҡ үҙәге булараҡ формалашҡан Йәнйегет бүлексәһенә күсерелә. Дөйөм алғанда, тәүге бүлексәлә бөтәһе 800 баш үрсетеләсәк. Бына шундай ысул менән эш башлаған бөгөн “Уңыш” АХК-һы.
Семинарҙа ҡатнашыусылар артабан мал аҙығы орлоғо һалынған келәттәрҙе ҡараны. Әйтергә кәрәк, кооператив орлоҡсолоҡ йүнәлешендә, мәҫәлән, мал аҙығы культуралары орлоғо етештереү өлкәһендә, уңышлы эшләй. Бөгөн Калининда 150 тонна судан үләне, 25 тонна рапс һәм 6 тонна донник орлоғо тупланған. Был күләм хужалыҡтың үҙенә лә, һатырға ла етәсәк.Шул уҡ ваҡытта башҡа бүлексәләрҙә 1400 тонна иген культуралары орлоғо һалынған. Был хаҡта хужалыҡтың баш агрономы Ф.К. Иҫәнбаев мәғлүмәт бирҙе.
Кооперативтың Үҙәк бүлексәһендә техниканы һаҡлауға ҡуйыу, уны ремонтлау барышы менән таныштылар. Әйтергә кәрәк, хужалыҡтар техника, ауыл хужалығы машиналарын нигеҙҙә яҙ төҙөкләндереүгә тотонһа, бында “Кировец” тракторҙарын бөгөн үк ремонтлау кампанияһын йәйелдереп ебәргәндәр. Әле слесарҙар звеноһы ике К-700 тракторын ремонтлай, бөтә цехтар ҙа эшләй. Запас частар Киров трактор һәм Ярославль мотор заводтарынан туранан-тура алына – был хаҡта улар менән килешеүҙәр төҙөлгән. Яҙғы баҫыу эштәренә иһә 2 сәсеү комплексы йәлеп ителәсәк.
Семинарсылар артабан Йәнйегет бүлексәһенә юл тотто. Әйтеп үтелгәнсә, был подразделение таналар үҫтереү һәм тәрбиәләү, уларҙың һөт биреүен арттырыу өсөн махсус зоотехния саралары комплексын тормошҡа ашырыу менән шөғөлләнә. Был подразделение, А.Сафин әйтмешләй, тоҡомсолоҡ йәҙрәһе буласаҡ. Йәғни, унда мал ентекле һайлау үтә һәм юғары продуктлылары айырып алына. Шуныһы үҙенсәлекле, Йәнйегеттә лә быйыл реконструкция эштәре атҡарылған, әле унда 127 тана аҫрала.
Татлыбай бүлексәһе һөтсөлөк һәм йылҡысылыҡ тармаҡтары буйынса үҫешә. Унда бөгөн 150 баш һыйыр малы, 80 быҙау, 200 баш йылҡы аҫрала. Подразделение ҡышҡа яҡшы әҙерләнгән, әле унда миҙгел уңышлы бара.
Семинар-кәңәшмәнең пленар өлөшө Йәнйегет ауыл клубында үтте. Унда сығыш яһап, район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов “Уңыш” АХК-һының сараға яҡшы әҙерләнеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм унда производство конвейерының тейешенсә эшләүен билдәләне. Үҙенең телмәрендә Илшат Хәмит улы, ауыл хужалығындағы проблемаларҙы көн үҙәгенә ҡуйып, предприятие етәкселәренә тармаҡта һынылыш яһау мөһимлеген күтәрҙе. “Билдәле булыуынса, бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте кимәлендә райондың ауыл хужалығы комплексын үҫтереүҙең пилот проекты әҙерләнә, – тип билдәләне район башлығы, – беҙгә республика етәкселеге бөтә мәсьәләләр буйынса ла һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер. Бына әле ошо көндәрҙә генә Ауыл хужалығы министрлығында булып, программаны тормошҡа ашырыу юлдарын өйрәндек, үҙебеҙҙең теләк-тәҡдимдәрҙе еткерҙек.  Һис шикһеҙ, райондың социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итерҙәй ярҙам күрһәтелә. Әммә беҙ үҙебеҙ ҙә ҡул ҡаушырып ултырырға түгел, ә хужалыҡтарҙы күтәреү юлдарын эҙләргә, табырға тейешбеҙ. Күп нәмә үҙебеҙҙән тора!”
Семинарҙа ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы Р.Ғ. Рәхмәтуллин, райондың ветеринар хеҙмәте етәксеһе А.А. Иҫәнов, Россельхознадзорҙың Башҡортостан референт үҙәгенең Баймаҡ территориаль бүлеге начальнигы М.У. Солтанов, Гостехнадзор инспекцияһы начальнигы Б.М. Байрамғолов, “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәге зоотехнигы А.Р. Сәйфуллина, белгес-эксперты Ф.Ғ. Баййегетов, Баймаҡ төбәк ветбаклаборатория директоры В.Р. Рәмиев сығыш яһаны.
Семинар-кәңәшмәне йомғаҡлап, ауыл хужалығы идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы И.М. Мөхәмәтғәлиев бөтә резервтарҙы малды имен ҡышлатыу һәм продукция етештереүҙе арттырыуға йүнәлтергә, киләһе уңыш тураһында алдан хәстәрлек күрергә ҡушты.

Азамат Мөхәмәтшин.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.