«Әкиәт донъяһында йәшәйем төҫлө...»
Фәхриямал Рамаҙан ҡыҙы Билалова 1922 йылдың буранлы-ҡарлы миҙгелендә донъяға килә. Әллә шуғамы икән, уның тормошонда һалҡын, һыуыҡ көндәр күп була.
Эшһөйәр атаһы, егәрле әсәһе (Троицк ҡалаһында Зәйнулла ишанда белем алған Шоғайып мулланың ҡыҙы) ҡулында оҙаҡ иркәләнергә тура килмәй уға. 1933 йылда олатаһының донъяһын туҙҙырып, үҙен һөргөнгә ебәргәс, әсәһе был ҡайғыны күтәрә алмай, вафат була. Атаһы яңынан өйләнә, ләкин 1937 йылда уны ла “мортазинсы” тип ҡулға алалар һәм «Беломорканал»ға алып китәләр.
Сәрмән педучилищеһының II курсында белем алған 16 йәшлек ҡыҙ ҡустыһын һәм бәләкәй һеңлеһен йәлләп ҡайтып китергә мәжбүр була. Ул Әбйәлил районының Ҡолоҡас ауылында уҡыта башлай.Фәхриямал Рамаҙан ҡыҙы Билалова 1922 йылдың буранлы-ҡарлы миҙгелендә донъяға килә. Әллә шуғамы икән, уның тормошонда һалҡын, һыуыҡ көндәр күп була.
Эшһөйәр атаһы, егәрле әсәһе (Троицк ҡалаһында Зәйнулла ишанда белем алған Шоғайып мулланың ҡыҙы) ҡулында оҙаҡ иркәләнергә тура килмәй уға. 1933 йылда олатаһының донъяһын туҙҙырып, үҙен һөргөнгә ебәргәс, әсәһе был ҡайғыны күтәрә алмай, вафат була. Атаһы яңынан өйләнә, ләкин 1937 йылда уны ла “мортазинсы” тип ҡулға алалар һәм «Беломорканал»ға алып китәләр.
“Тәүге эш хаҡына үҙемә сепрәк туфли, икенсеһенә ҡустым Нуретдингә костюм-салбар алдым. Ул шуны кейеп Темәс педучилищеһын тамамланы. Һаҡлап кейгәндер инде. 1942 йылда һуғышҡа китте, унан һуң хәрби академияны тамамланы. Мәскәүҙә ҙур Хөкүмәт кешеһенә әйләнде (Темәс музейында полковник Нуретдин Рамаҙан улы Билаловтың китель-салбары һәм фотолары һаҡлана. Калининградтан үҙе ебәргән – Авт.). Һеңлем Вәлимәгә әсәйҙән ҡалғанда йәш ярым ине. Яулыҡ мөйөшөнә икмәк киҫәге бәйләйем дә ауыҙына ҡаптырам. Бер яулыҡты шулай сәйнәп бөттө бахырҡай”, – тип хәтерләй Фәхриямал Рамаҙан ҡыҙы.
Йәш ҡыҙ Ҡолоҡастан һуң Баймырҙала уҡыта башлай. Хужаһы репрессияланған өйҙө комсомол йәштәр рәтләп бирә. Фәхриямал Рамаҙан ҡыҙы һеңлеһе менән шунда йәшәй.
1940 йылда яңы әрме сафынан ҡайтҡан Салих Солтановҡа кейәүгә сыға. Егеттән, Фәхриямалдың кескәй һеңлеһе булыуына төрттөрөп: “Балалы ҡыҙ алаһыңмы?” – тип көлөүселәр ҙә була.
Йәштәрҙең бәхете ярты йылға ла етмәй: 1941 йылдың 4 майында хәрби әҙерлеккә тип йәш ғаилә башлығын Алкиноға алып китәләр. Уның 4 июндә яҙған хатында: “Көнбайышҡа поезд менән китеп барабыҙ, моғайын, һуғыш (ул һүҙҙең дә баш хәрефен генә яҙа – Авт.) башланыр”, – тигән юлдар була.
1942 йылдың ҡышында Мәскәү госпиталенән Салих Солтановтан фотоһы менән хаты килә. Был ваҡытта Фәхриямал Рамаҙан ҡыҙы Әбйәлил районы Исхаҡ ауылында уҡыта. 1944 йылдың яҙында яралары уңалыр-уңалмаҫ, “аҡ билет” менән ире үҙе ҡайта. Һуғыш тамамланғансы икеһе лә шул ауылда эшләй. Ире хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙы Өфөгә оҙатып йөрөй, десятник булып ағас әҙерләүҙә эшләй, ҡайтҡан ваҡытта уҡыта.
Һуғыш бөткәс, Баймырҙаға ҡайталар. Ҡайныһының ҡырҡ терәүле, һалам башлы, нисә йыл буш торған землянкаһында йәшәй башлайҙар. Артабан иптәшен Таһир ауылына колхоз рәйесе итеп ебәрәләр, ә Фәхриямал апай, бәләкәй балаһы булыу сәбәпле, эшләмәй. Күпмелер ваҡыт үткәс, улар кире Баймырҙаға әйләнеп ҡайтып, уҡыта башлай. Тик 1948 йылда, балалар әҙ булғас, мәктәптә бер ир уҡытыусы ғына ҡалдырыла. Фәхриямал Рамаҙан ҡыҙы аптырап ҡалмай, колхозда төрлө эштә ең һыҙғанып эшләй. Хисапсы була, быҙау-башмаҡ ҡарай, һыйыр һауа, бесән саба, кәбән һала һ.б.
1965 йылдан 1975 йылға тиклем һатыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға, әллә күпме маҡтау ҡағыҙҙары ала. “Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн” миҙалы, “Әсәлек даны” ордены бар. “Ғүмеремде бушҡа уҙғарманым. Бер эштән дә ҡурҡманым, балалар ҙа үҫтерҙем – 5 ул, 3 ҡыҙ, эшен дә эшләнем, иремә тоғро ҡатын булдым, һуғышҡа оҙатып көтөп алдым. Иптәшем түшәккә ятҡас, уны матур итеп тәрбиәләп, 67 генә йәшендә баҡыйлыҡҡа оҙаттым. Дүрт һуғыш яраһы оҙаҡ йәшәтмәй шул... Салих үлгәс, Өмөтбайға Хәмитулла улым янына күстем. Тик ул вафат булып ҡалды. Хәҙер яңғыҙ йәшәһәм дә, 18 ейән-ейәнсәремә, 23 бүлә-бүләсәремә ҡыуанып бөтә алмайым. Балалар килеп тора, телефон аша хәбәрләшәбеҙ. Баймаҡтан һәр Ололар көнөнә бүләк-күстәнәстәр ебәрәләр. Рәхмәт инде етәкселәргә. Элекке уҡыусыларым да онотмай, хәлемде белешеп кенә торалар. Үҙем үҫтергән һеңлем Өфөлә йәшәй. Балалары барыһы ла юғары белемле, мине онотмайҙар, һеңлемде лә алып киләләр, уның менән телефон аша көн һайын һөйләшәбеҙ. Ҡайһы саҡта аят аштарында өҫтәлдәге ризыҡтарҙы, матур-матур кейенгән әбей-бабайҙарҙы күреп, әллә был әкиәтме икән, тип уйлап ҡуям. Бына хәҙер газ да үтте. Рәхмәт инде Хөкүмәткә барыһы өсөн дә. Тик был рәхәтлектәрҙе Салихым ғына күрә алманы шул...” – тип көрһөнөп тә ҡуя Фәхриямал апай.
Мин Фәхриямал Рамаҙан ҡыҙының уҡыусыһы булараҡ, уның тормошто яратыуына, изге күңелле булыуына һоҡланып бөтә алмайым. Һаман да гәзит-журналдарҙан айырылмай – туған телебеҙҙәге бар баҫмаларҙы ла алдыра, телевизорҙан яңылыҡтарҙы ҡарап, һөйләп ултыра. Яҙмыш ауырлыҡтарын күтәрә белгән, һоҡланғыс уҡытыусыбыҙ менән беҙ барыбыҙ ҙа ғорурланабыҙ, ә йәштәр, бигерәк тә ҡыҙҙар, ошондай сыҙам, сабыр, аҡыллы ололарҙан үрнәк алһын ине.
Рәфҡәт Дауытов, хеҙмәт ветераны.
Өмөтбай ауылы.
Өмөтбай ауылы.
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.