Һеҙҙе бассейн көтә!
Ҡалабыҙҙың күрке – “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексының йөҙөү бассейны халыҡтың популяр ял итеү урынына әүерелде. Йәйгеһен Граф, Талҡаҫ күлдәрен үҙ итеүселәр хәҙер көҙгө-ҡышҡы миҙгелдә лә яратҡан шөғөлдәренә бирелә ала. Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, гәзит уҡыусыны сәләмәт йәшәүгә әйҙәгән был урын менән ентеклерәк таныштырырға теләйбеҙ.
Ҡалабыҙҙың күрке – “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексының йөҙөү бассейны халыҡтың популяр ял итеү урынына әүерелде. Йәйгеһен Граф, Талҡаҫ күлдәрен үҙ итеүселәр хәҙер көҙгө-ҡышҡы миҙгелдә лә яратҡан шөғөлдәренә бирелә ала. Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, гәзит уҡыусыны сәләмәт йәшәүгә әйҙәгән был урын менән ентеклерәк таныштырырға теләйбеҙ.
Бассейн иртәнге сәғәт 10-дан киске 9-ға тиклем эшләй. Һыуға инер алдынан һәм сыҡҡас та душта сайынып алыу мотлаҡ – шуға күрә лә йыуыныу кәрәк-ярағы алып килергә кәрәк. Бер сеанс бер сәғәт дауам итә. Уның эсенә йыуыныу, кейенеү-сисенеү ваҡыты ла инә. Шуға күрә лә бассейнға килеүселәргә быны иҫәпкә алырға кәрәк.
Ә таҙалыҡ, гигиена талаптарына килгәндә, бассейндағы 400 тонна һыу һәр ваҡыт циркуляция үтә. 6 сәғәт эсендә тулыһынса әйләнеп сығып, ул «Эмовекс», «Эква-минус» химик реагенттары, ультрафиолет нурҙар менән зарарһыҙландырыла. Көн һайын иртәнсәк бассейн төбө махсус робот менән механик ҡушылмаларҙан таҙартыла. Һыу үҙе автономлы ҡаҙанлыҡтан +28°-ҡа тиклем йылытыла. Йөҙөргә яратыусыларға бары тик шәхси гигиена талаптарын үтәргә генә ҡала: душта йыуыныу, резина тапочкаларҙа, махсус башлыҡта булыу, синтетик туҡыманан эшләнгән йөҙөү костюмы кейергә кәрәк (кизе-мамыҡтан эшләнгәндән тыш).
Йөҙөүҙең һаулыҡҡа ни тиклем файҙалы булыуы тураһында әйтергә лә кәрәкмәй. Умыртҡа бағанаһы тулыһынса яҙыла, эске органдарға баҫым кәмей, ауырыуҙарға ҡаршы тороу арта. Шуның өсөн дә күп ваҡытын ултырып эшләгән кешегә, стресс хәлендәгеләргә ҡыш миҙгелендә бассейнға йөрөү файҙалы.
Һыу процедуралары балаларға ла килешә: организм сыныға, умыртҡа ауырыуҙары иҫкәртелә, мускулдар нығый. Йөҙөү үҙе бер күңелле шөғөл булып тора, тормошҡа позитив, яҡты төҫтәр ҙә өҫтәй.
Бассейнға килеүселәр хаҡты айырым тарифтар буйынса түләй ала. Әгәр ҙә үҙең менән биш дуҫыңды алып килһәң – бушлай үтергә була (“Дуҫтар” тарифы). Ә “Атай, әсәй, мин – татыу ғаилә”нең шарттарына ярашлы, ата-әсә менән килгән балаға хаҡ алынмай (йәки береһе бушлай инә, икенсеһенә ташлама ҡаралған). 10 сеансҡа абонемент та алырға мөмкин, был саҡта өлкән кешегә бер сеанс 80 һумға төшә. Биш йәштән өлкәнерәк балалар секцияла шөғөлләнә ала. Тәжрибәле тренер тарафынан улар йөҙөү алымдарына өйрәнә, ваҡытын файҙалы үткәрә. Инвалидтар төшкә тиклем бушлай йөҙә ала, коллектив менән килеүселәргә лә ташламалар ҡаралған.
А. Ишназаров.
З. Ғәҙелшина фотоһы.
З. Ғәҙелшина фотоһы.
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.