Дәүләт пошлинаһын түләү тураһында
«Миңә расписка буйынса бирелгән 62 000 һумды ҡайтарыу өсөн судҡа ғариза яҙырға кәрәк. Уның өсөн дәүләт пошлинаһын түләү мотлаҡ. Тик бына күпме түләргә кәрәклеген белмәйем».
Һорауға Баймаҡ судьяһының ярҙамсыһы М.М. Ҡужабаев яуап бирә:
“Дәүләт пошлинаһын түләү тәртибе, уның күләме РФ Һалым Кодексының 25.3-сө статьяһына ҡарап билдәләнә. Мөлкәткә ҡағылышлы 20 000 һумға тиклемге дәғүә ғаризаһын биргәндә, 4 процент, йәғни 400 һум дәүләт пошлинаһы тотола. Әгәр дәғүә ғаризаһы 20001 һумдан 100 000 һумға тиклем булһа – 800 һум һәм 20000 һумдан үткән сумма өсөн 3 процент, 100001 һумдан 200000 тиклем – 3200 (+2%), 200001 һумдан 1 000 000 тиклем – 5200 һум (+1%) тотола. Бер миллион һумдан артҡан дәғүә өсөн 13 200 һум дәүләт пошлинаһы һәм сумманың 0,5 проценты түләттерелә. Тик сумма 60 000 һумдан артырға тейеш түгел.
Дәғүә ғаризаһы 62 000 һумды тәшкил итһә, дәүләт пошлинаһы 800 һум һәм өҫтәмә түләү 1260 һум буласаҡ (бөтәһе бергә 2 060 һум).
Ғаризаны ҡайһы судҡа йүнәлтергә кәрәклеге дәғүәнең суммаһына ҡарап билдәләнә. Әгәр ул 50000 һумдан кәмерәк булһа, эште мировой судья, ә унан күберәк булған осраҡта район суды ҡарай. Апелляция, кассацион ялыу биргән граждандар ҙа дәүләт пошлинаһы түләй (физик берәмектәр өсөн – 200, ойошма-предприятиелар өсөн 2000 һум).
Дәүләт пошлинаһы банк аша түләнә. Реквизиттарҙы суд һәм һалым инспекцияһының Интернет сайтынан да алырға була. Дәғүә ғаризаһына түләнгән квитанцияның төп нөсхәһе ҡушып һалына.
Йыш ҡына граждандар дәүләт пошлинаһын икенсе бюджет иҫәбенә яңылыш күсерә. РФ Бюджет кодексының 50-се, 61.1-се статьяларына ярашлы, район судында ҡаралған, уртаҡ юрисдикцияла булған эштәрҙең дәүләт пошлиналары муниципаль райондың һалым килеменә инә.
Пошлиналарҙы яңылыш түләү эште ҡарауҙың ваҡытын кисектереүгә килтерә. Шуға күрә беҙгә мөрәжәғәт иткән граждандарҙың иғтибарлы булыуҙарын һорайбыҙ”.
«Йылайыр һөтө» ҡайҙа?
“Һуңғы ваҡытта Баймаҡ ҡалаһы магазиндарында үҙебеҙҙең “Йылайыр һөтө” һирәк осрай. Аптырағас, шикле күренһә лә, икенсе һөт продукцияһы һатып алырға тура килә. Был тәңгәлдә хәл ҡасан яйға һалыныр икән? Магазин кәштәләрендә ҡасан был продукция тулып ятыр?
И.Самарбаева”.
Гәзит уҡыусыбыҙҙың был һорауына яуап биреүен һорап, беҙ “Яковлевка” эшкәртеү ауыл хужалығы кооперативының бухгалтеры Эльвира Тимероваға шылтыраттыҡ. Ул бына нимә тип яуап бирҙе: “Эш шунда: һуңғы осорҙа беҙҙә һөттө пакетлау күләме кәмене, шуға күрә лә ул ҡала магазиндарына аҙ оҙатыла. Сәбәбе – сеймалдың аҙ булыуы. Әле урындағы хужалыҡта һауын һыйырҙары күпләп һыуалған осор, шунлыҡтан продукция етештереү кәмене. Ошо айҙа һыйырҙарҙың күпләп быҙаулау осоро башлана, тимәк, һөт пакетлау күләме лә артасаҡ. Йәйге осорҙа көнөнә 3,5-4 тонна продукция пакетланһа, бөгөн ни бары 500 литр ғына. Предприятие етәкселеге күрше хужалыҡтар, шәхси секторҙан сеймал һатып алыу буйынса эш алып бара. Ғөмүмән, тиҙҙән һөт етештереү артасаҡ.
Сеймал мәсьәләһе ыңғай хәл ителһә, йогурт, ҡатыҡ, эремсек тә етештерә башлаясаҡбыҙ – бының өсөн беҙҙең кәрәкле ҡоролма ла, сертификатыбыҙ ҙа бар”.
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.