Ниәттәр тормошҡа ашыр
Мәғлүм булыуынса, 30 ноябрҙә Башҡортостандың дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 45-се ултырышында Башҡортостан Президенты Р.З. Хәмитов Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. «Халыҡ өсөн эшләргә» тип аталған йыллыҡ программа документында республиканың киләһе йылдағы һәм артабанғы үҫеше өсөн төп йүнәлештәр билдәләнде. Беҙ ошо тәңгәлдәге фекерҙәрҙе белеү өсөн ҡала һәм район халҡына мөрәжәғәт иттек. Әйтергә кәрәк, респонденттарҙың барыһы ла Башҡортостан Республикаһы Президентының Мөрәжәғәтнамәһе менән киң мәғлүмәт саралары аша хәбәрҙар булыуы тураһында белдерҙе.
– Башҡортостан Президенты Р.З. Хәмитовтың “Халыҡ өсөн эшләргә” тип аталған Мөрәжәғәтнамәһе уның менән танышҡандарҙың барыһының да күңеленә ятҡандыр, моғайын. Унда күтәрелгән иң мөһим мәсьәлә – властың кешегә йөҙ менән боролоуы. Эш, лайыҡлы эш хаҡы, сәләмәт тормош алып барыу мөмкинлеге – улар бер-береһе менән тығыҙ бәйле. Әгәр ошо нәмәләр булһа, кеше лә киләсәккә ҙур өмөт менән ышаныслы йәшәй, яҡшылыҡҡа, матурлыҡҡа ынтыла. Әлеге ваҡытта беҙҙә белем алыу, рухи, физик яҡтан үҫешеү, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу өсөн бөтә шарттар ҙа бар, ҡуллана белергә генә кәрәк.
Мөрәжәғәтнамә бик нигеҙле, тип уйлайым. Алға ҡуйылған маҡсаттар бойомға ашып, һәр өлкәлә үҫеш булһын ине.
Р.К. Артыҡаев, Баймаҡ ҡалаһы, пенсионер:
– Мин әлеге хәлебеҙ менән бик ҡәнәғәтмен. Пенсия ваҡытында килеп тора. Ололар, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары тураһында етди хәстәрлек күрелә. Йәшәү йылдан-йыл яҡшыра бара. Тормоштоң йәмен тойоп матур йәшәргә кәрәк. Президентыбыҙҙың һуңғы Мөрәжәғәтнамәһендә тормошто төрлө яҡлап яҡшыртыу тураһында аныҡ әйтелә. Бер проблема ла ситтә ҡалмай. Ниәтләгән эштәр тормошҡа ашыр, тип ышанам.
Сәлимә Кейекбирҙина әҙерләне.
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.