Ҡәләме һәр саҡ ҡулында…
Район, “Башҡортостан” гәзиттәренең күптәнге дуҫы, абруйлы хәбәрсе, Ҡолсора ауылы ветераны Салауат Хәбибрахман улы Мөхәмәтшинға бөгөн 70 йәш тула. Шул уңайҙан мин уның тураһында өс йыл элек “Башҡортостан” гәзитендә баҫылған “Матбуғат менән бергә” исемле мәҡәләмде тәҡдим итәм.
«Салауат Хәбибрахман улы Мөхәмәтшин бынан теүәл илле йыл элек, мәктәп эскәмйәһенән үк, район гәзитенә яҙыша башлай һәм һаман да ошо яуаплы йәмәғәт бурысына тоғро. Ул үҙен ысын мәғәнәһендә матбуғат дуҫы, оҫта хәбәрсе итеп танытты. Республика эшсе һәм ауыл хәбәрселәре съездарына делегат итеп тә һайлана, тиҫтәләрсә йыл инде район гәзиттәренең һәм “Башҡортостан”дың штаттан тыш хәбәрсеһе. Ул райондың Сәғит Мифтахов исемендәге журналистар премияһына лайыҡ булды.
Юғары кешелек сифаттарына, ҙур рухи көскә эйә булмай тороп, оҫта хәбәрсе, абруйлы йәмәғәтсе кимәленә етеүе бик тә икеле. Бына Салауатты ла ауылдаштары иң элек ярҙамсыл, кеселекле кеше, хәстәрлекле атай булғаны өсөн хөрмәт итә. Уның ҡатыны, үкенескә ҡаршы, бик иртә вафат була. Ул дүрт улы менән тороп ҡала, уларҙың иң өлкәне – Азамат ҡына – буй еткергән, ә ҡалғандары мәктәп йәшендә ине. Ҙур ихтыяр көсө, түҙемлек һәм сабырлыҡ күрһәтеп, атай кеше дүрт улын да тейешенсә тәрбиәләне, уларҙың бөтәһенә лә юғары белем алырға ярҙам итте.
Әйткәндәй, Азамат атаһының хәбәрселек эшмәкәрлеген дауам итеп, профессиональ журналист булып китте. Ул – “Һаҡмар” гәзитенең тәжрибәле һәм абруйлы хеҙмәткәре – бүлек мөдире, район журналистар ойошмаһын етәкләй. Ә Салауат кесе улы уҡытыусы Илшат менән тормош ауырлыҡтарына бирешмәй гөрләтеп донъя көтә.
Хәбәрсеһеҙ ниндәй ҙә булһа гәзитте күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Улар тормош уртаһында ҡайнай, геройҙары менән бергә йәшәй, шуға күрә лә төплө, һәр йәһәттән дә аныҡ хәбәрҙәр яҙа һәм шуның менән беҙгә, журналистарға, ҙур ярҙам күрһәтә. Әлбиттә, һуңғы ваҡытта тормош ауырлыҡтары уларҙың күптәренең әүҙемлеген кәметте. Әммә үҙҙәрен матбуғат дуҫы тип һанағандары йәмәғәт бурыстарына тоғро булып ҡала, хәбәрҙәрендә тормошобоҙҙа осрап торған ҡатмарлыҡтарҙы хәл итеү юлдарын эҙләй, бер ниндәй сәйәсәткә бирелмәйенсә тырыш хеҙмәтен дауам итеүсе эшсәндәрҙе данлай.
Тынғыһыҙ хәбәрсе эшмәкәрлегенә нимә хас һуң? Ул иң элек был йәмәғәт бурысына үтә яуаплы ҡарауы менән айырыла, һәр хәбәрҙе – ҙур булһынмы ул, бәләкәйме – ентекле әҙерләнеп яҙа: хаталарға, аңлашылмаусанлыҡҡа юл ҡуймай, сөнки матбуғаттың ни тиклем ҙур көскә эйә булыуын, уға халыҡтың ышанып ҡарауын яҡшы аңлай. Хәбәрсене төрлө хеҙмәт кешеләренең тормошо ҡыҙыҡһындыра, экология, ауылдың хәл ителмәгән башҡа мәсьәләләренә лә битараф түгел ул. Хәбәрселәрҙең байтағы тик ыңғай күренештәрҙе генә яҙыусан. Ә бына Салауат Мөхәмәтшин етешһеҙлектәрҙе лә һис урап үтмәй, тәнҡит мәҡәләләре лә яҙа, кәмселектәрҙе бөтөрөү өсөн көрәшә.
С.Мөхәмәтшинға төплө мәҡәләләр яҙырға нимә ярҙам итә һуң? Минеңсә, әҙәбиәткә бала саҡтан тәрбиәләнгән һөйөү, йәмәғәт эшенә тулыһынса бирелгәнлек, бай тормош тәжрибәһе һәм тейешле белем алыуы. Махсус курс тамамлап, бухгалтер, иҡтисад белгесе булып эшләү, ситтән тороп университеттың филология факультетында уҡыу, оҙаҡ йылдар йәмәғәт башланғысында колхоздың комсомол ойошмаһына етәкселек итеү, һуңғы егерме йылда дәүләт страховка ойошмаһында эшләп, халыҡ менән көн дә аралашып тороуы – былар барыһы ла яҙыласаҡ хәл-ваҡиғаны төплө аңлар-ға, хәбәрселек эшмәкәрлеген уңышлы алып барыуға булышлыҡ итә».
Был мәҡәләгә өҫтәп бер нисә фекер яҙмаҡсымын. Хәбәрсе ике тапҡыр абруйлы “Башҡортостан” гәзитенең лауреаты булды, һуңғыһы – 2010 йыл йомғағы буйынса. Тимәк, ул һаман да маһир һүҙ оҫтаһы булып ҡала. Быны тағы бер миҫал раҫлай: быйыл йәй ул ошо гәзиттең “Һөйөү һалдың кескәй йөрәгемә...” ижади конкурсында өсөнсө урынға лайыҡ булды. Ә яңыраҡ ҡына Өфөлә “Йүнселлекте ҙурлай “Башҡортостан” тигән театрлаштырылған тамашала булып, мөхәррирҙең Рәхмәт хатын һәм бүләк алып ҡайтты. Бындай оло хөрмәт ветеранға яңынан-яңы илһам өҫтәй. Һәм хәҙер ул тиҙҙән Баймаҡ типографияһында баҫыласаҡ китабы өҫтөндә дәртләнеп эшләй. Китап тигәндән, шуны ла әйтәйек. «Баймакский край» исемле энциклопедик баҫмала ул «Райондың билдәле кешеләре» исемлегенә индерелгән.
Салауат Мөхәмәтшиндың оло юбилейына бағышланған яҙмамды уның өлкән улы Азаматтың һүҙҙәре менән тамамлайым:
“Атайымдың тормош ҡуйған һынауҙарға бирешмәй дүрт улын яңғыҙ аяҡҡа баҫтырыуын мин ҡаһарманлыҡ өлгөһө тип һанайым һәм бының өсөн барлыҡ ҡустыларым, балаларым исеменән оло рәхмәтемде еткерәм.
Ул барыбыҙҙы ла уҡытты, бының өсөн мөмкинлек тапты, барлыҡ ауырлыҡты бер үҙе күтәрҙе. Беҙ кешенән кәм-хур булманыҡ, киреһенсә, күпкә яҡшыраҡ йәшәнек. Әлбиттә, уға ярҙам иттек: өйҙә лә, тышта ла эшләнек – ирҙәр, ҡатындар эшен айырманыҡ. Атайым беҙгә ғәҙел булырға, алдашмаҫҡа, кешене рәнйетмәҫкә өйрәтте, әммә шул уҡ ваҡытта өлөш ашатмаҫҡа ла өндәне.
Атайыбыҙ күптәргә өлгө булырлыҡ ҡайны һәм олатай. Ейән-ейәнсәрҙәрен бик ярата, тик “5” билдәләренә өлгәшкәндәренә хатта үҙенең стипендияһын да булдырҙы.
Атайыбыҙ матди байлыҡ түгел, ә рухи байлыҡты өҫтөн күрә. “Кеше рухи яҡтан ныҡ, үҙ иленең, еренең, халҡының ысын патриоты булырға тейеш. Һинең эшләгән эшең килер быуындарға ла ҡалһын, һинең турала башҡалар тик яҡшы фекерҙә булһын”, – тип өйрәтә.
Һис шикһеҙ, атайыбыҙ – оло йөрәкле, киң күңелле, барлыҡ тормошон халҡына хеҙмәт итеүгә арнаған шәхес. Беҙ уның менән ғорурланабыҙ!”
Рәшит Үтәев,
С.Мифтахов һәм Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар лауреаты.
С.Мифтахов һәм Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар лауреаты.
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.