12 дек. 2011 г.

Халыҡ иғтибарына

Электр иҫәпләгестәре – йорт тышында

2011 йылдың яҙында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Президиумы электр энергияһын һатыуҙың иҫәпләү системаһын үҫтереү программаһы проектын раҫланы. Уға ярашлы, бөтә Рәсәй буйынса 48 миллион ҡулланыусыны электр энергияһы сығымын иҫәпләү өсөн интеллектуаль приборҙар менән йыһазландырыу күҙ уңында тотола.
Программаның төп маҡсаттары: ҡулланыусыларҙың энергия ресурстарын һаҡсыл тотоноуы иҫәбенә энергия ҡулланыу кимәлен сағыштырмаса кәметеү, энергияны юғалтыу кимәлен кәметеү, энергосистема параметрҙары мониторингы булдырып, энергия менән тәьмин итеү ышаныслылығын арттырыу.
2011 йылда “Башкирэнерго” ААЙ-һы үҙенең ҡул аҫтындағы “Башҡортостан электр бүлеү селтәре” ЯСЙ-һы йөҙөндә электр энергияһы иҫәпләүҙең интеллектуаль приборҙарын ҡуя башланы. Улар тәүге сиратта электр селтәре ҙур көсөргәнеш менән эшләгән, кәрәкле көсөргәнеш кимәлен булдырыуҙа ҡатмарлыҡтар булған, трансформаторҙарҙан ҡулланыусыларға тиклемге юлда электр энергияһы һиҙелерлек юғалған урындарҙа ҡуйыла. Программа буйынса ҡулланыусыларға йорттарының тышҡы яғынан электр энергияһын иҫәпләү шкафтары урынлаштырыла. Уларҙың йорт эсендәге электр селтәрен артыҡ көсөргәнештән, ут сығыуҙан һаҡлаусы автоматик выключателе, төнгө осорҙа ҡулланылған электр энергияһы (һыуытҡыстар, төндә эшләү функцияһындағы кер йыуыу машиналары һ.б.) өсөн түләгәндә экономиялау мөмкинлеге биргән ике тарифлы иҫәпләгесе бар.
Шкаф электр иҫәпләгесен һәм выключателдәрҙе ямғырҙан, ҡарҙан һ.б. ышаныслы һаҡлай, минус 50 градустан 70 градус эҫелеккә тиклем температурала эшләй ала. Был ҡоролманы урынлаштырғандан һуң ҡулланыусыларға квитанцияларҙа иҫәпләгес күрһәткестәрен яҙырға кәрәкмәйәсәк, сөнки күрһәткестәр компьютер аша алынасаҡ һәм энергия һатыу компанияһы (“ЭСКБ” ЯСЙ-һы) тарафынан квитанцияларҙа автоматик рәүештә күрһәтеләсәк. Йорттарға беркетелгән шкафтар ҡулланыусы өсөн генә түгел, энергетиктар өсөн дә бик уңайлы буласаҡ: иҫәпләгестәрҙәге күрһәткестәрҙе тикшереү өсөн йорттарға инеп йөрөү кәрәкмәйәсәк. Йорт фасадтарының матурлығын боҙмаҫ өсөн шкафты ҡуйыу урыны ҡулланыусы менән бергәләп хәл ителә. Ҡулланыусының теләге буйынса шкафты йорт менән тоташҡан электр тапшырғыс линияһы бағанаһының өҫкө өлөшөнә лә ҡуйырға була. Шуны ла әйтергә кәрәк: шкаф йорт фасадына ҡуйылһа, ҡулланыусыға электр иҫәпләгесе күрһәткестәрен тикшереүе еңелерәк буласаҡ. Шкафтарҙы тыштан ҡуйыу ҡулланыусыға бер ниндәй ҙә уңайһыҙлыҡ тыуҙырмай: эске электр селтәре һәм иҫәпләгес элеккесә ҡала. Әгәр шкаф электр бағанаһына ҡуйылған булһа, өйҙәге электр иҫәпләгес күрһәткестәре менән яңыларының күрһәткестәрен сағыштырып барырға була. Киләсәктә ҡулланыусы ремонт ваҡытында йәки үҙенең теләге буйынса өй эсендәге иҫәпләгесте сисә, уны икенсе объекттарҙа ҡуллана ала. Ҡуйыласаҡ яңы иҫәпләгестәр мәғлүмәт йыйыу үҙәгенә ҡулланылған энергия буйынса күрһәткестәр тураһында һәм электр тапшырғыс линиялары буйынса мәғлүмәт бирә. Был энергетиктарға бөтә электр селтәре торошон күҙәтеп барырға ярҙам итә.
Әгәр һеҙгә, күршеләрегеҙгә электр энергияһын иҫәпләү шкафтары ҡуйылһа, электр утының ҡапыл янып-һүнеүе, йылпылдауы, көнкүреш техникаһын насар эшләтеүсе түбән көсөргәнеш янамаясаҡ, өйөгөҙҙә яҡтыраҡ, йылыраҡ һәм хәүефһеҙерәк буласаҡ.    

БашРЭС.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.