11 апр. 2012 г.

Ғата Сөләймәновтың тыуыуына 100 йыл

Ҡурайға дан йырлаусы

Ҡурай – ул башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте һәм тормошо. Милләтте һаҡлап ҡалыу, берҙәм булыу һәм баш эймәҫ халыҡ икәнебеҙҙе күрһәтеп тороусы төп символ. Борон ҡурайсылар бөтә йырҙарҙы, уның тарихын һәм риүәйәттәрен белергә һәм шуларҙы уйнар алдынан халыҡҡа еткерә алырға тейеш булған.


Элек ҡурайсылар  халыҡ араһында юғары белемле, мәҙәниәтле кеше булараҡ ихтирам яулаған. Ә бөгөнгө күҙлектән сығып ҡарағанда, ҡурайсы – ул  композитор, фольклорсы һәм ижад итеүсе шәхес. Тап ҡурайсылар, үҙҙәренең халыҡҡа һөйөүен еткереп, быуындан-быуынға белемдәрен, таланттарын күсерә килеп,  халыҡ йырҙарын, риүәйәт һәм эпостарҙы һаҡлап ҡалыуға ҙур өлөш индерә.
Билдәле башҡорт ҡурайсыһы, йырсы, актер, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғата Зөлҡәфи улы Сөләймәновтың тамырҙары Баймаҡ ерҙәрендә башлана. Ете йәштә генә ҡулына ҡурай алған Ғата Сөләймәнов үҙ тиҫтерҙәре араһында билдәлелек яулай. Көндәр буйы көтөү көтөп йөрөүсе малайҙарға был шөғөл шатлыҡ һәм күтәренке дәрт бирә.
1927 йылда ун биш йәшлек ауыл малайы баш ҡалаға юллана. Ике генә йыл булыуына ҡарамаҫтан, Ғата Сөләймәнов Өфө мәҙәниәтенең күп кенә яҡтарын күреп-белеп ҡайта. Техникумда уҡыған осорҙа «Башҡорт туйы», «Аҡшам батыр» һәм башҡа спектаклдәрҙә үҙен һынап ҡарай.
1936 йылда Ғата Сөләймәновты Мәскәү дәүләт консерваторияһының Башҡорт студияһына уҡырға ебәрәләр. Утыҙ йылға яҡын ғүмерен ул театр сәнғәтенә бағышлай.
Ижадының иң уңышлы мәле Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театрында эшләү осоронда була.
Ғата Сөләймәнов ҡурай буйынса эҙләнеү эштәренә бағышланған хеҙмәттәре менән дан тота. Уның «Музыка һәм йыр дәрестәре», «Ҡурай» китаптары бик күп музыка һөйөүселәрҙең өҫтәл китабына әйләнде. Шулай уҡ ҡурай класы өсөн китап төҙөлә, унда операнан ариялар, халыҡ йырҙары, фортепиано ҡатнашлығында ҡурайҙа уйнау өсөн композиторҙарҙың романс һәм йырҙары индерелә.
Был китаптар Ғата Сөләймәновтың, уҡытыусы булараҡ, ҡурайсылар кадрҙарын әҙерләү өсөн һалған тынғыһыҙ хеҙмәттәренең һөҙөмтәһе булып тора. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң, ун йыл дауамында Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай бүлегендә белем бирә. Уны асыу һәм  артабанғы үҫеше өсөн дә ҙур көс һала. Ун йыл эсендә училищенан өс тиҫтәгә яҡын музыкант-ҡурайсылар сығарыла.
1988 йылдың 25 июнендә 75 йәшлек Ғ.З. Сөләймәнов мәрхүм була. Билдәле ҡурайсы, артист йәшәгән Өфөнөң Октябрь урамына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Баймаҡ районының Төркмән ауылында уның хөрмәтенә музей асыла.
Ә инде Баймаҡ ҡалаһының сәнғәт балалар мәктәбе 1997 йылдан бөйөк ҡурай оҫтаһының исемен йөрөтә. 2012 йылда уҡыу йорто үҙенең 60 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ошо дәүерҙә мәктәп күп уҡыусылар сығарҙы һәм шуларҙың күптәренә сәнғәткә юл асты. Музыка ҡоралдарында уйнау, хореография, театр сәнғәте, сәнғәт дәрестәрен юғары квалификациялы педагогтар үткәрә. Ошо уҡыу йылының планында асыҡ дәрестәр, лекциялар, һынлы сәнғәт буйынса һүрәттәр конкурсы һәм шулай уҡ 60 йыллыҡҡа арналған отчет концерты, Ғата Сөләймәновтың тыуыуына  100 йыл тулыу айҡанлы юбилей кисәһе үткәреү ҡаралған. Бөгөн балалар сәнғәт мәктәбендә Ғ.Сөләймәнов призына төбәк-ара ҡурайсылар ярышы үтә.

Ирек Мырҙаев,
Ғ. Сөләймәнов исемендәге сәнғәт мәктәбенең
башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары бүлеге мөдире,
ҡурай класы уҡытыусыһы. 

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.