11 апр. 2012 г.

Һаулыҡ – ҙур байлыҡ

Сәләмәтлегебеҙгә битараф булмайыҡ!

21 – 27 апрелдә иммунизация буйынса Европа аҙналығы үтә
Хәҙерге заман шарттарында инфекция сирҙәре ауырыуҙарҙың төп сәбәбе булып тора һәм Ер шарында киң таралыуы менән билдәле. Һуңғы өс тиҫтә йыл эсендә генә ҡырҡҡа яҡын яңы вирус сире табылған. Билдәле булыуынса, сәсәк, ваба, тағун, полиомиелит, менингит кеүек ауырыуҙар үткән быуатта уҡ кешеләрҙе был яҡты донъяларҙан алып киткән һәм кешелектең сәләмәтлегенә, иҡтисади үҫешенә төҙәткеһеҙ зыян килтергән. Киҙеү, ҡыҙылса, вируслы гепатит, ВИЧ-инфекция һәм башҡа инфекциялар эпидемияһы хәҙерге көндә лә бигерәк тә балаларҙың сәләмәтлеге һәм һаулығы өсөн ҡурҡыныс.


Инфекциялы сирҙәр менән көрәштә әүҙем иммунизация юлы менән генә уңышҡа ирешергә мөмкин. Вакцинацияның маҡсаты – сирҙе иҫкәртеү, әгәр ҙә ул йоҡҡан икән, юҡҡа сығарыу. Сәсәк сирен юҡҡа сығарыу вакцинацияның яҡшы миҫалы булып тора. 1977 йылдың октябренән алып донъяла сәсәк менән ауырыған кеше теркәлмәгән. Был уңыш —  эффектлы иммунизация программаһы менән бөтә донъя масштабында тәрән уйланылған контроль сараларҙы берләштереүҙең һөҙөмтәһе ул. Сәсәкте юҡҡа сығарыу төрлө инфекциялы сирҙе еңеүҙең моделе.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау йәмғиәтенең полиомиелиттан һәр кемде вакцинациялау буйынса киңәйтелгән программаһын Рәсәйҙә үтәү ҙә был сирҙән ҡотолоуға килтерҙе. Ә хәҙер яңы бурыстар ҡуйылды – халыҡты ҡыҙылса, һын ҡатыу ауырыуы, дифтерия, малярия кеүек инфекцияларҙан азат итеү. Бының өсөн 10 баланың 9-ына мотлаҡ вакцина эшләтеү зарур. Тәжрибәнән күренеүенсә, заманса вакциналарҙың кире һөҙөмтә биреү ҡурҡынысы әҙ һәм инфекцияларҙың эҙемтәләре менән сағыштырырлыҡ түгел. Иммунопрофилактика ярҙамында иҫкәртергә мөмкин булған инфекциялар арҡаһында йыл һайын Ер шарында 12 миллион бала үлә. Шөкөр, сәсәкте юҡҡа сығарғандан һуң вакцинация программаһының бәҫе күтәрелде. Планета масштабында дөйөм вакцинациялауҙың маҡсаттарын һәм бурыстарын Иммунизациялауҙың Киңәйтелгән Программаһы билдәләй, ул 1974 йылдан Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тарафынан булдырылған. ИКП-ның I этабы – 1974 – 1990 йылдарҙа үтә. Уның маҡсаты киң масштабта ҡыҙылса, полиомиелит, дифтерия, һын ҡатыу, быума йүтәл, туберкулездан үлемде кәметеү була. Бының өсөн 1990 йылға тиклем ер йөҙөндәге һәр бала иммунизация үтергә тейеш була. Ысынлап та, I этаптың һөҙөмтәһе булып был сирҙәр кәмей төшә. ИКП-ның II этабында (1990 – 2000) ике маҡсат алға ҡуйыла: 7 балалар инфекцияһын вакцинациялауға контролде көсәйтеү һәм полиомиелитты юҡҡа сығарыуҙы мөмкин тип иғлан итеү. Бының өсөн балаларҙың 95 процентына вакцина эшләтеү  бурысы ҡуйыла. Икенсе маҡсатҡа өлөшләтә ирешелә: АҠШ-та һәм Көньяҡ Америкала паралитик полиомиелит бөтөнләй юҡҡа сыға. Элекке СССР-ҙа планлы иммунизация үткәрмәү йәки тулы кимәлдә ойоштормау бөгөнгө көндә кире сағылыш табып, инфекцияның кире килеп сығыуына килтереүе мөмкин.
ИКП-ның III этабы – 2000-дән һуңғы йылдар. Был проект иммунопрофилактика саралары ярҙамында идара итеп булған инфекциялар һанын киңәйтеү, антропоноздарҙы тамырынан юҡ итеү буйынса халыҡ-ара программаларҙы теүәл үтәү. 2005 йылда алға киткән илдәрҙә балаларҙы һәм өлкәндәрҙе  28 инфекциянан иммунизациялаһалар, үҫешә башлаған илдәрҙә – 37 инфекциянан вакцинациялау көтөлә.
Ата-әсәләрҙең ҡаршы төшөүе арҡаһында прививка эшләнмәгән балаларҙың һаулыҡ мәсьәләһе киҫкен тора. Вакцина яһатҡан балалар бындай сирҙе йоҡторһа ла еңел үткәрәсәк, ә прививка яһатылмаған бала был инфекцияға ныҡ бирешәсәк, хатта үлеме менән тамамланыуы ла ихтимал. Шуға күрә балаларыбыҙ һаулығына еңел ҡарамаһаҡ ине.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының Европа төбәк бюроһы инициативаһы буйынса Европа илдәрендә 10 йыл дауамында йыл һайын иммунизация буйынса Европа аҙналығы үтә. 2012 йылда  иммунизация буйынса Европа аҙналығы 21 – 27 апрелдә уҙа. Уның маҡсаттары һәм бурыстары – балаларҙы, өлкәндәрҙе мөмкин тиклем вакцинациялау, вакцина эшләтеүҙән ҡасыуҙың сәбәптәрен тикшереү, халыҡ араһында иҫкәртеү эштәре алып барыу.
Халыҡты  иммунизация буйынса Европа аҙналығында әүҙем ҡатнашып, балаларыбыҙҙың һаулығын һаҡларға саҡырабыҙ.

Гүзәл Хәсәнова,
үҙәк ҡала дауаханаһының балалыҡ буйынса баш врач урынбаҫары.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.