Күңел нурын өләшәйек
Һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙҙы ҡыуандырып районыбыҙҙа һәм ҡалабыҙҙа бик һәләтле, матур йәш быуын үҫеп килә, егәрле, татыу, һөйкөмлө ғаиләләр ҡорола. Балаларҙың, йәштәрҙең илдә, республика һәм төрлө төбәк спорт, мәҙәни, ижади ярыштарҙа еңеүе, төрлө өлкәлә мәртәбәле конкурстарҙа урын яулауы, фән өлкәһендә маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булыуы шуны дәлилләй.
Беҙҙең Баймаҡ үҙәк китапханаһы янында ойошторолған ағинәйҙәр клубы ла шул маҡсатты үҙ итте. Йыл әйләнәһенә йәш ғаиләләргә барып, уларға фәһемле кәңәштәр биреү, даими рәүештә мәктәп, колледж, училище уҡыусылары менән тематик осрашыуҙар, «түңәрәк өҫтәл»дәр үткәреү бик урынлы. Һәр аҙнаның кесе йомаһын “изгелек” көнө итеп, ағинәйҙәрҙең ярҙамһыҙ ҡалған оло быуын кешеләренең хәлен белеүе, һәр йома көнөн “айыҡ көн” тип иғлан итеп, хәмер эсеүгә ҡаршы эш алып барыуы, айыҡ ауылдарҙы күберәк булдырыу өсөн даими эштәр бик файҙалы. Ағинәйҙәрҙең райондағы Аҡморон ололар йортона барып, хәйриә акцияһын үткәреп, концерт ҡуйып ҡайтыуы, йыл һайын “Иман нуры” район конкурсын үткәреүҙә ҡатнашыуы, хеҙмәткә киткән йәш егеттәргә фатиха биреп ҡалыуы, ижади конкурстарҙа жюри составында ҡатнашыу ҙа бик урынлы эш. Район китапханаһы директоры Л.Ҡ. Дәүләтшина етәкселегендә мәктәптә уҡыусы йәш егеттәр һәм ҡыҙҙар менән төрлө тематик осрашыуҙар бик уңышлы үтте. Улар араһында “Донъя – йоҙаҡ, асҡысы – белем”, “Иман булһа – тәрбиә була”, “Көслө ил – күсле ил”, “Ҡыҙ йыйнаҡ булһа, егет тыйнаҡ була” тигән темаларға «түңәрәк өҫтәл» артында һөйләшеүҙәр йәштәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты.
Йыл әйләнәһенә йәштәр йәшәгән дөйөм ятаҡтарға рейдтар, ауыр проблемалы ғаиләләргә кәңәштәр менән ярҙам итеү ҙә урынлы.
Пәйғәмбәребеҙ әйткән инәләр: тәрбиә инәһе – аҙ һүҙлелек, дарыуҙар инәһе – аҙ, самалап ашау, именлек инәһе – гонаһтарҙың аҙлығы. Раббыбыҙ, Пәйғәмбәр менән килешеп, уның тыйғандарынан тыйылып, ҡушҡандарын үтәп, яҡындары менән ихлас күелдән аралашып, уларға ярҙам итеп кенә йәшәргә кәрәк ололарға.
29 февралдә ағинәйҙәр клубы ағзалары Темәскә сәфәргә барып ҡайтты. 8 март алдынан психоневрология интернатының хеҙмәткәрҙәре менән “Ҡатын-ҡыҙ – үҙе бер мөғжизә” темаһына осрашты. Осрашыуҙа хәҙерге заман яҙыусыларының китап геройҙары миҫалында төрлө тормош хәл-ваҡиғалары ҡаралды, йәш әсәйҙәргә, ҡатын-ҡыҙҙарға кәңәштәр бирелде. Унан һуң крайҙы өйрәнеү музейына, мәсеткә барыу, Темәстең ағинәйҙәр, «Атайсал» клубы ағзалары менән “Ҡаһарманлыҡ һәм дан юлы” темаһына сағыу осрашыу бик матур үтте. Уны ойошторған өсөн Л.Ҡ. Дәүләтшинаға, ағинәйҙәрҙең кураторы С.М. Иҙелбаеваға, Темәс ауыл хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Р.Х. Йәнсуринға, психоневрология интернаты директоры Х.Х. Әминевҡа ҙур рәхмәтлебеҙ.
Х. Биктимерова, ағинәйҙәр клубы рәйесе.
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.