11 апр. 2012 г.

Сәсеүгә әҙерһеңме?

Таналыҡтар һынатмаҫ

Күптән түгел “Таналыҡ” АХК-һы һәм “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһендә үткән район семинар-кәңәшмәһендә хужалыҡтарҙың яҙғы баҫыу эштәренә яҡшы әҙерлек алып барыуы билдәләнде. Таналыҡтарҙың орлоҡ һалынған келәттәрен һәм машина-трактор ихатаһындағы ремонт барышын ҡарағандан һуң, район башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Р.Р. Әбүбәкиров ошондай һығымта яһаны: “Күреүебеҙсә, “Таналыҡ” АХК-һы яңы миҙгелгә  ныҡлы әҙерләнә. Техниканы, ауыл хужалығы машиналарын ремонтлау ойошҡанлы бара. Бөтә цехтар ҙа эшләп тора, ваҡытында запчастар алына. Ғөмүмән, хужалыҡ яҙғы баҫыу эштәрен үҙ көсө менән атҡарып сығыр, тигән ышаныс бар”.

Сер түгел, ҡасандыр райондың агросәнәғәт комплексында лайыҡлы урын биләгән, атаҡлы хеҙмәт алдынғылары менән дан тотҡан хужалыҡ һуңғы тиҫтә йылда күп кенә позицияларын юғалтты. Быға, әлбиттә, ҡырағай баҙар мөнәсәбәттәре, етәкселәрҙең йыш алмашыныуы ла кире йоғонто яһамай ҡалманы. Техника, ауыл хужалығы машиналары паркы ла ныҡ туҙҙы. Теүәл бер йыл элек кооперативҡа яңы етәксе – М.Ш. Абҙаҡов тәғәйенләнде.
Әйтергә кәрәк, тәжрибәле етәксе эште производство участкаларында тәртипте нығытыу, хужалыҡ иҡтисадын күтәреү стратегияһын билдәләүҙән башланы. Күп ваҡыт үтмәһә лә, һуңғы осорҙа хужалыҡ алға табан етди аҙымдар яһауға өлгәште. Былтыр коллектив яҙғы баҫыу эштәрен бик ауырлыҡ менән атҡарып сыҡһа, быйыл уға әҙерлек алдан башланды. Тракторҙарға өр-яңы тапшырыу коробкаһы һатып алыу, двигателдәрҙе махсус ремзаводтарҙа капиталь ремонтлатыу, техниканың йөрөү өлөшөн төҙөкләндереү буйынса бөгөн күп эштәр башҡарылған һәм әле лә дауам итә. Ремонтсылар өсөн бөтә кәрәкле шарттар тыуҙырылған: токарь, иретеп йәбештереү, мотор цехтары, вулканизатор, кран-балка эшләй. Йылытылған ял итеү бүлмәһе лә бар. Ремонт эштәрендә Рөстәм Сырлыбаев, Азамат Хәсәнов, Фәнис Зарипов, Морат Ҡушкилдин, Фәнил Ямантаевтар һынатмай. Оҫтаханалағы эштәр менән Әсҡәт Хәсәнов уңышлы етәкселек итә.
Хужалыҡтың баш инженеры С.Р. Ямантаев әйтеүенсә, техниканы әҙерлек һыҙығына баҫтырыу графикка ярашлы алып барыла, ваҡытында запас частар алыуға аҡса бүленә. Дөйөм алғанда, ремонтҡа ғына 1 млн 200 мең һум самаһы аҡса тотонолған. Тиҙҙән Силәбенән сәскестәргә запчастар, тракторҙарға гусеница һәм резиналар аласаҡтар.
Хужалыҡта етерлек орлоҡ фонды тупланған, шулай ҙа арпа менән һолоноҡон яңыртаһы бар. М.Ш. Абҙаҡов әйтеүенсә,  был тәңгәлдә кәрәкле хужалыҡтар менән һөйләшеп, килешеү төҙөлгән.
Ошо көндәрҙә таналыҡтар орлоҡ ағыулау эштәренә тотонасаҡ – бының өсөн кәрәкле препараттар алынған. Ә сәсеүгә иһә 7 берәмек техника йәлеп ителәсәк – улар ваҡытында яҙғы баҫыу эштәренә әҙер буласаҡ.
 
Азамат Мөхәмәтшин.
А. Ишназаров фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.