30 нояб. 2011 г.

«Тура бәйләнеш»


Һорауҙарығыҙ булһа...

Район хакимиәте башлығының ҡарары менән декабрҙә Инвалидтар көнөнә ҡарата Мәрхәмәтлек айлығы иғлан ителеп, саралар планы раҫланды. Уға ярашлы, етәкселәр менән “Тура бәйләнеш” ойошторола. Һорауҙарығыҙҙы 1 декабрҙә сәғәт 9-ҙан 11-гә тиклем бирә алаһығыҙ.

Айыҡ ауыл – 2011


«Конкурста еңәсәгебеҙгә ышанабыҙ», – ти ғәҙелбайҙар

«Айыҡ ауыл» акцияһында ҡатнашырға теләк белдергән ғәҙелбайҙарға сәйәхәтебеҙ баштан уҡ ҡыуаныстарҙан башланды. Беренсенән, ҡар әҫәре күрмәгән Баймаҡтан һуң, Ғәҙелбай серле ҡар иле булып күренде. Икенсенән, Беренсе Этҡол биләмәһе халҡы ауыл биләмәһе башлығы Г.Й. Азаматованың тәҡдиме менән “Һәр өйгә – “Һаҡмар” гәзите!” акцияһын иғлан итеп, район гәзитенә әүҙем яҙылыуҙы ойошторған икән. 

Социаль өлкә


Әсәлек капиталының мөмкинлектәре арта

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарары менән әсәлек капиталы сараларын баланың уҡыуына йүнәлтеү өлөшөндәге ҡағиҙәләргә үҙгәрештәр индерелде.

Быға тиклем дәүләт сертификатына эйә булыусылар балаларға белем биреүгә һәм уҡыу осоронда ятаҡта йәшәү өсөн әсәлек капиталын тотона ала ине. Яңы ҡағиҙәләр буйынса хәҙер уны балаларҙы балалар баҡсаларына, шул иҫәптән шәхси мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына йөрөткән өсөн дә күсерергә була. Бының өсөн ата-әсәләр балалар баҡсалары менән килешеү төҙөй, унда баланы ҡараған өсөн хаҡ күләме, шулай уҡ түләү ваҡыты мотлаҡ күрһәтелергә тейеш.

Әсәлек капиталы саралары Пенсия фонды тарафынан балалар учреждениеһы иҫәбенә күсерелә. Беренсе түләү ғариза бирелгәндән һуң ике айҙан башҡарыла, ҡалғандары иһә килешеүҙә күрһәтелгән ваҡытта ай һайын күсерелеп барасаҡ.

Әйткәндәй, әсәлек капиталы мөмкинлектәре күбәйеп кенә ҡалмай, уның күләме лә артасаҡ. 2012 йылдың 1 ғинуарынан ул 387,6 мең һум буласаҡ.

С. Фәритова әҙерләне.

Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы


Татыу ғаилә – ил күрке

Башҡортостанда төрлө милләт вәкилдәре аралашып, дуҫ йәшәй. Юҡ-юҡта ҡатнаш ғаиләләр ҙә килеп сыға. Дөрөҫ, уларҙың барыһы ла матур йәшәй тип әйтеп булмай. Ике динле кешеләр араһында уйламағанда аңлашылмаусанлыҡтар ҙа килеп сыға шул. Әммә бер-береһенең динен, ғөрөф-ғәҙәттәрен ихтирам итеп йәшәгән ғаиләләрҙең байтаҡ булыуы ҡыуаныслы. Крепостной Йылайыр ауылынан Фәйрүзә менән Шәфҡәт Абыҙгилдиндарҙы һис шикһеҙ шундай ғаиләләр рәтенә индереп була.

Афарин!


Ансамблдең тәүге уңышы


Шишәмбелә халыҡ ижады үҙәгендә Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арналған “Оҙон көй” халыҡ йырҙары, таҡмаҡтар конкурсы үтте. Унда быйыл апрель айында ғына 7 кешенән төҙөлгән “Ирәндек таңдары” (етәксеһе В.Савчук) рус халыҡ йырҙары ансамбле Гран-при яуланы. Был – уларҙың тәүге еңеүе. Улар хәҙер тағы ла ҡанатланып, дәртләнеп Белорет, Балаҡатай райондарында үтәсәк республика конкурстарына әҙерләнә. Ансамблде тәүге уңышы менән ҡотлайбыҙ, артабан да ижади бейеклектәр теләйбеҙ.

Айгөл Иҙелбаева.

Ә. Әбүбәкиров фотоһы.

Саралар


Ауыл йәмле кешеләре менән

Районыбыҙҙың иң бәләкәй ауылдарында ла матур, фәһемле сараларҙың юғары кимәлдә үтеүе, йәмәғәт ойошмаларының халыҡты тәрбиәләргә ынтылыуы ҡыуандыра. Ошо йәһәттән Байым ауылын үрнәк итеп ҡуйырға була. Яңыраҡ ауылда урындағы ҡатын-ҡыҙҙар советы Әсә көнөнә арналған матур кисә үткәрҙе. Улар шулай уҡ ауыл халҡын йыйып, үҙҙәрен борсоған проблемаларҙы еткереп, уларҙы хәл итеү юлдарын да эҙләне. Сарала үҙәк ҡала дауаханаһының баш врачы М.И. Ғүмәров, хирургия бүлеге операция блогының өлкән шәфҡәт туташы З.М. Ҡолмөхәмәтова, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Л.Ҡ. Дәүләтшина, “Фатиха” тапшырыуын алып барыусы Р.Ш. Базикова, Сәлимә инәй Әлмөхәмәтова ла ҡатнашты. 

Рәсми хәбәрҙәр

Диалог ике яҡҡа ла оҡшаны
Ошо кесаҙна муниципаль район хакимиәтендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе, көньяҡ-көнсығыш төбәкте иҡтисади үҫтереүҙең уртаса сроклы комплекслы программаһы кураторы, яҡташыбыҙ И.А. Тажетдинов шәхси һорауҙар буйынса граждандарҙы ҡабул итте. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары менән осрашыуға 17 кеше килде.

Әйтергә кәрәк, был диалогтан ике яҡ та ҡәнәғәт ҡалды. Илшат Азамат улы яҡташтарының үтенестәрен иғтибар менән тыңлап, уларҙың һәр береһен ыңғай хәл итергә вәғәҙә бирҙе. Шәхси характерҙағы һорауҙар менән бер рәттән, экология, эсәр һыу, торлаҡ, ауылдарға газ үткәреү, Түбәлә теген производствоһын тергеҙеү проблемалары күтәрелде.

27 ноябрь – әсә көнө

Әсәләр – донъя ҡотон һаҡлаусылар
Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар, беҙҙең һөйөклө әсәйҙәребеҙ! Ысын йөрәктән һеҙҙе донъялағы иң матур байрам – Әсә көнө менән ҡотлайым!
Һәр быуын өсөн әсәй мөхәббәт һәм наҙлылыҡ өлгөһө, рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлаусы булып тора. Уның аша беҙ тормош менән танышабыҙ, тәүге һүҙҙәрҙе ишетәбеҙ. Әсәнең һиҙгер йөрәге, күңел йылыһы яҙмыштың аяуһыҙ елдәренән, ҡатмарлы хәл-ваҡиғаларҙан һаҡлай. Нәҡ ул беҙҙә матур, юғары кешелек сифаттарын тәрбиәләй, изге эштәргә фатихаһын бирә. 
Әсә булыу – яуаплы һәм изгелекле бурыс. Ҡатын-ҡыҙҙар өй йылыһын, ҡотон һаҡлап ҡына ҡалмай, ә бар көсөн, белемен, тәжрибәһен ил эшенә лә ҡуша. Улар ир-егеттәр менән бер рәттән бик күп өлкәлә тырышып хеҙмәт итә. 
Шуныһы ҡыуаныслы, Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа әсәлек һәм балалыҡты яҡлау буйынса ҙур эштәр атҡарыла. Бигерәк тә күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү мәсьәләһенә оло иғтибар бирелә. Был өлкәгә бик күп закондар, федераль һәм республика программалары йүнәлтелә. 
Ҡәҙерле әсәләр! Һеҙҙең балаларығыҙ, яҡындарығыҙ уҡыуҙағы һәм хеҙмәттәге уңыштары, йылы һүҙҙәре, изге эштәре менән генә ҡыуандырһын. Барығыҙға ла ғаилә именлеге, тыныс күк йөҙө һәм бәхет теләйем!
И. Ситдыҡов, 
муниципаль район хакимиәте башлығы.


Йән өрөүсе һин кешелеккә
Ҡәҙерле әсәйҙәр, хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар!
Һеҙҙе иң гүзәл байрамдарҙың береһе – Әсә көнө менән ихлас ҡотлайым. Һәр беребеҙ өсөн Әсә – изгелек һәм шәфҡәтлелек, ышаныс һәм тоғролоҡ, сабырлыҡ һәм мөләйемлек өлгөһө булып тора. Беҙ барыбыҙ ҙа әсәйҙәрҙең сикһеҙ һөйөүенең, һиҙгер күңеленең һәм хәстәрлекле ҡулдарының ҡәҙерен беләбеҙ һәм уға мәңге рәхмәтлебеҙ. Әсә кеше донъяға яңы йән эйәһе бүләк итә, балаға бишек йырҙары аша әхлаҡ нигеҙҙәрен, рухи  ҡиммәттәрҙе һеңдерә. Был матур байрам ғәзиз әсәй-ҙәребеҙ алдында баш эйеү, уның изгелегенә, хәстәрлекле ҡулдарына мәҙхиә йырлау өсөн иң уңайлы сәбәп.  
Йәнендә һөйөү гөлдәре үҫтергән, наҙлы, иркә  һүҙҙәр йөрөткән гүзәл әсәйҙәр! Һеҙгә балаларығыҙҙың  тормошта уңыштарға өлгәшеүен күреп, һәр ваҡыт шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына кисереүегеҙҙе теләйем. Үҫеп етеп, улар һеҙгә үҙегеҙҙән алған изгелек һәм наҙ менән генә яуап бирһендәр. Йорттарығыҙ һәр саҡ үҙ-ара аңлашыу , именлек, муллыҡ һәм бәхеттән балҡып торһон! Был байрам көнөндә  бөтә уй-теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын!
Л. Дәүләтшина,  
район  ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе.

Социаль өлкә

Иҫәп приборҙарын ҡуйҙырыусылар өсөн
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең “2011– 2013 йылдарҙа һыу һәм газды ҡулланыуҙы иҫәпләүсе приборҙарҙы ҡуйҙырыусы айырым категория граждандарға бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата компенсация түләү тәртибе тураһында”ғы  бойороғона Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан компенсация алыусылар категорияһын киңәйтеү маҡсатында үҙгәрештәр индерелде.  

һайлау – 2011

Лайыҡлыларҙы һайлайыҡ
Баймаҡ районы ветерандар советының IV пленумында ҡатнашыусыларҙың ветерандарға һәм пенсионерҙарға мөрәжәғәте
РФ Президенты Д.А. Медведевтың 2011 йылдың 29 авгусындағы Указына ярашлы, яңы саҡырылыш РФ Федераль Йыйылыш Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау 4 декабргә тәғәйенләнгән.
Был һайлауҙар бары тик партия исемлектәре буйынса уҙасаҡ. Унда ете сәйәси партия ҡатнаша: “Берҙәм Рәсәй”, “КПРФ”, “Ғәҙел Рәсәй”, ЛДПР, “Рәсәй патриоттары”, “Правое дело”, “Яблоко”. Иң күп тауыш йыйыусылар үҙ-ара 450 депутат мандатын бүлешәсәк. Дәүләт Думаһына үтер өсөн партия һайлаусыларҙың кәм тигәндә 7 процент тауышын йыйырға тейеш. Һайлау бюллетендәрендә “Барыһына ла ҡаршы” тигән графа юҡ, шулай уҡ һайлауға килеүселәрҙең минималь күләме лә билдәләнмәй.

27 ноябрь – Әсә көнө

Көслө рухлы ҡатын
Әлмира Хәкимйән ҡыҙы Бикбулатова Әбдрахман ауылында ғаиләһендә һигеҙенсе бала булып донъяға килә. Үкенескә ҡаршы, әсәһенән 10 йәштә генә тороп ҡала. Ләкин атаһы балаларына етемлек күрһәтмәй, матур итеп тәрбиәләй. Әлмира Кәрешкә мәктәбен тамамлағас, Сибай ҡалаһында яратҡан һөнәренә уҡып, ауылына әйләнеп ҡайта. Ашнаҡсы булып эшләгән тырыш, эшһөйәр ҡыҙҙы барыһы ла ярата, ихтирам итә. Матур ҡыҙға егеттәр ҙә күҙ ата. Тиҙҙән Әлмира үҙ яҙмышын табып, кейәүгә сыға. 

Матур ғына ғүмер иткәндә, ҡотло йортҡа оло ҡайғы килтереп, тормош иптәше вафат була. Ошо көндән йәш ҡатынға береһенән-береһе ҡатыраҡ һынауҙар үтергә, тормош ҡаршылыҡтары менән көрәшергә тура килә. Ләкин ул бирешмәй. Баймаҡҡа эшкә урынлаша, ике улын да “бынамын” итеп үҫтерә. Хәҙерге ваҡытта өлкән улы Салауат Өфөлә медицина колледжында, ә Ҡадир Ғ.Әлмөхәмәтов исемендәге Башҡорт республика интернат-гимназияһында 7-се класта белем ала.  

Хәтер

Ғүмер юлы аҡ ине...
Мин Дәүләтбай Ибраһимовты бала сағынан белә инем. Ул минән дүрт йәшкә кесе, бер урам малайҙары булдыҡ, II Этҡол ете йыллыҡ мәктәбендә уҡыныҡ. Ғаиләлә кинйә һәм биш ҡыҙ араһында бер малай булып үҫһә лә, Дәүләтбайҙы иркәләтмәнеләр. Апайҙары бик үк йыуаш түгелдәр ине. Ә атаһы Сөләймән олатай, ваҡытында, дөрөҫөрәге, 1919 йылдың майында Петроградты генерал Юденичтың аҡ гвардиясыларынан һаҡлауҙа ҡатнашҡан башҡорт ғәскәрҙәренең бер һалдаты, ҡырыҫ холоҡло, тәртип талап иткән бер кеше була торғайны. 

Ул йылдарҙа күптәргә II Этҡол ете йыллыҡ мәктәбен тамамлау менән сикләнергә тура килде. Сөнки тормош ауырлыҡтары ата-әсәгә артабан балаларын уҡытырға мөмкинлек бирмәне. Шул уҡ Сөләймән олатайҙың да ҡыҙҙары ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң “ҡара эш” менән мәшғүл булды. Ә Дәүләтбайҙы атаһы артабан уҡытыу сараһын күрҙе. Шул маҡсат менән улын Сибайҙың 1-се мәктәбендә уҡыуын дауам иттерҙе.