30 нояб. 2011 г.

Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы


Татыу ғаилә – ил күрке

Башҡортостанда төрлө милләт вәкилдәре аралашып, дуҫ йәшәй. Юҡ-юҡта ҡатнаш ғаиләләр ҙә килеп сыға. Дөрөҫ, уларҙың барыһы ла матур йәшәй тип әйтеп булмай. Ике динле кешеләр араһында уйламағанда аңлашылмаусанлыҡтар ҙа килеп сыға шул. Әммә бер-береһенең динен, ғөрөф-ғәҙәттәрен ихтирам итеп йәшәгән ғаиләләрҙең байтаҡ булыуы ҡыуаныслы. Крепостной Йылайыр ауылынан Фәйрүзә менән Шәфҡәт Абыҙгилдиндарҙы һис шикһеҙ шундай ғаиләләр рәтенә индереп була.


Крепостной Йылайыр урыҫ ауылы иҫәпләнә, төпкөлдә, ҡалын урмандар араһында урынлашҡан. Яңыраҡ эш буйынса шул тарафтарға юл төштө. Иремдең туғандарына барып етеп, ҡапҡанан инеү менән ҡаршыға һары ғына урыҫ ҡыҙы, унан здрастье, тип бер егет килеп сыҡты. Күршеләре йомошҡа ингәндер, тип уйлайым. Баҡтиһәң, беҙ барған йорттоң ғаилә ағзалары икән. Абыҙгилдиндарҙың интернациональ ғаиләһе менән танышыу шулай башланды.
Һүҙҙе хужабикәнән – Фәйрүзә Икрам ҡыҙынан башлайыҡ. Уның әсәһе Юлыҡ ауылы ҡыҙы. Атаһы Крепостной Йылайырҙа тыуған. Йәшләй генә өйләнешеп, ғаилә Крепостной Йылайырҙа төпләнә. 1954 йылда Фәйрүзә донъяға килә. Мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ ҡалаһында бухгалтер һөнәренә уҡый. Шунан Баймаҡҡа килеп, ҡала Советына бухгалтер булып эшкә урынлаша. Бында ғүмерлек тормош иптәшен – Шәфҡәт Бәхтийәр улын осрата. Шәфҡәт – Ишмырҙа ауылы егете. Армияға тиклем тракторсы һөнәрен ала. Армиянан һуң Баймаҡта геологоразведкала эшләй. Башҡорт егете зәңгәр күҙле һылыу татар ҡыҙын бик оҡшатып, өйләнешергә тәҡдим яһай. 1977 йылда ғаилә ҡороп ебәрәләр. Шәфҡәт Фәйрүзәнең тәүге иренән булған ике баланы – Камил (ысын исеме Николай) һәм Гүзәлде – үҙ балаһындай ҡабул итә. Ғаиләгә йәм өҫтәп улдары Радик тыуа. Әммә уларға Баймаҡта оҙаҡ йәшәргә тура килмәй. Радик ауырығас, врачтар климатты үҙгәртергә ҡушалар. Шуға ла йәш ғаилә Фәйрүзәнең тыуған ауылы, урманлы Крепостной Йылайырға килеп төпләнә. Артабан Айҙар, Эдуард улдары тыуа.

Өлкән улдары Камил мәктәпте тамамлап, Баймаҡта СПТУ-ла тракторсыға уҡый һәм Магнитогорск ҡалаһына эшкә китә. Шунда үҙенең яртыһын – урыҫ ҡыҙы Еленаны осратып, ошо ҡалала төпләнә. Ирина исемле ҡыҙ, Дима исемле ул үҫтерәләр.

Гүзәл – әсәһенең терәге, тыуған ауылында төпләнә. Ауылдашы Сергейға кейәүгә сығып, гөрләтеп донъя көтәләр. Өс балалары бар – Артур, Илгиз, Виктор.

Радик водитель һөнәрен үҙләштерә. Ишбирҙе ауылынан башҡорт ҡыҙы Эльвираға өйләнә. Ғаиләһе менән бер аҙ ситтә йәшәп алғандан һуң, яңыраҡ тыуған ауылына ҡайтҡан. Өс бала – Альберт, Ильяс, Милена өйҙәренең биҙәге.

Айҙар мәктәптән һуң Гай ҡалаһына китә. Шунда колледж тамамлап, сауҙа өлкәһендә эшләй. Гайҙа үҙ яҙмышын осратып, урыҫ ҡыҙы Таняға өйләнә. Павел менән Андрей исемле ике ул тәрбиәләйҙәр.

Кинйә малай Эдуард әле Баймаҡта йәшәй. Үҙенең ауылдашы – урыҫ ҡыҙы Олесяға өйләнә. Улдарына Роман тип исем ҡушҡандар.

Фәйрүзә менән Шәфҡәт Абыҙгилдиндар шундай ҙур ғаиләне бергә туплап, уларға терәк булып йәшәй. Балалары ла ата-әсәһен хөрмәт итеп, хәлдәренән килгәнсә ярҙам итеп торалар. Каникул, ял ваҡыттарында ейән-ейәнсәрҙәр менән өй тула.

Фәйрүзә апайҙан балаларығыҙҙың үҙ мосолманы менән яҙмышын бәйләмәүенә ҡаршы булманығыҙмы, тип һорайым.

– Балаларҙың бәхетенә ҡаршы тороп булмай инде, – ти Фәйрүзә Икрам ҡыҙы. – Аллаға шөкөр, килендәрем дә, кейәүем дә беҙҙең байрамдарҙы хөрмәт итә. Аяттарҙы, үҙебеҙҙең мосолман байрамдарын милли аштар бешереп, бергә үткәрәбеҙ. Исемде ейәндәремә үҙем ҡуштым. Береһе лә ҡаршы булманы. Бына шулай килешеп йәшәйбеҙ.

Өйҙә өс телдә һөйләшәләр – башҡортса, татарса, русса. Ейән-ейәнсәрҙәре өләсәй, йә нәнәй, йә бабушка тип өләсәләре тирәһендә өйөрөлә. Татыу ғаиләне күреп, бәхетенә һоҡланып, шундай ғаиләләр күберәк булһын ине ул, тигән теләктәр менән сыҡтыҡ был йорттан.

Гөлнәзирә Ҡашҡарова.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.