Ауыл йәмле кешеләре
менән
Районыбыҙҙың иң бәләкәй
ауылдарында ла матур, фәһемле сараларҙың
юғары кимәлдә үтеүе, йәмәғәт ойошмаларының
халыҡты тәрбиәләргә ынтылыуы ҡыуандыра.
Ошо йәһәттән Байым ауылын үрнәк итеп
ҡуйырға була. Яңыраҡ ауылда урындағы
ҡатын-ҡыҙҙар советы Әсә көнөнә арналған
матур кисә үткәрҙе. Улар шулай уҡ ауыл
халҡын йыйып, үҙҙәрен борсоған
проблемаларҙы еткереп, уларҙы хәл итеү
юлдарын да эҙләне. Сарала үҙәк ҡала
дауаханаһының баш врачы М.И. Ғүмәров,
хирургия бүлеге операция блогының өлкән
шәфҡәт туташы З.М. Ҡолмөхәмәтова, район
ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Л.Ҡ. Дәүләтшина,
“Фатиха” тапшырыуын алып барыусы Р.Ш.
Базикова, Сәлимә инәй Әлмөхәмәтова ла
ҡатнашты.
Байым ҡатын-ҡыҙҙар
советы рәйесе Таңһылыу Вәлиева:
“Элек-электән ауылыбыҙҙы ил кисергән
бер фажиғә, бер ваҡиға ла урап үтмәгән.
Шуға күрә Байымдың арҙаҡлы шәхестәре
лә, төрлө яҙмышлы кешеләре лә бихисап.
Заман ауырлығына һылтанмай, дәртләнеп
йәшәгән тырыш ауылдаштарым менән
ғорурланам. Беҙҙең ауылда ла ундайҙар
бик күп”, – тине.
Ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы
тулы булмаған бер йыл эсендә ниндәй
генә саралар үткәрмәгән! Бөйөк Ватан
һуғышында һәләк булған яугирҙәргә арнап
Хәтер кисәһе, элекке СССР һәм Европа
илдәрендә хеҙмәт иткән һалдаттар
тураһында “Әрмеләрҙә йөрөп сәс үҫтерҙем”,
Уңыш байрамы, З.Байрамғолованың йортонда
ойошторолған ҡаҙ өмәһе һ.б.
Байымдар береһенән-береһе
уңған, аҡыллы балалар тәрбиәләгән, йәшәү
өлгөһө булып торған ғаиләләре менән дә
билдәле. Ул Ғәлиә һәм Фәрит Тайбугиндар,
Зөлфиә һәм Мирхәт Рахманғоловтар, Рәйсә
һәм Миҙхәт Бүләковтар, Венера һәм
Миңлеғәле Байымовтар, Таңһылыу һәм
Рәмил Вәлиевтар һ.б. Ысын ир-егет булып,
балаларына яҡшы тәрбиә биргән атайҙар
менән нисек һоҡланмайһың! Бигерәк тә
уларҙың бер ғаиләлә тәрбиәләнеп, артабан
үҙҙәре лә һоҡланғыс йорттоң хужаһына
әүерелгән Әхиәр, Хәйҙәр Бикмөхәмәтовтар,
Ғәбит, Самат Ғәлиндар, Рауил, Динислам,
Нуриман Ғәлиндар, Тимерйән, Абрар
Ғәлиндарҙы тик яҡшы яҡтан телгә алырға
була.
Байым клубы шыҡһыҙ
һыуығы менән өтөп алып барһа ла, бында
йыйылған матур кешеләрҙең изге теләктәре,
ғаилә тарихтары, йыр-моңо күңелдәрҙе
йылытты. Ҡатын-ҡыҙҙар әҙерләгән ҡул
эштәре күргәҙмәһе лә күҙҙең яуын ала
ине. Бигерәк тә Мәҙинә Ишем ҡыҙы Ғүмәрова
бәйләгән әйберҙәр һәр кемде һоҡландырҙы.
Таңһылыу апай Вәлиева
ауылы өсөн янып йәшәгән, төрлө саралар
үткәреүҙә әүҙем ҡатнашҡан Әлифә
Баййегетова, Рәшиҙә Ғәлина, Рәсимә
Әлмөхәмәтова, Рәсимә Зарипова, Мансура
Йылҡыбаева, Зөһрә Вәлиева, Зөлфирә
Рахманғолова, Рәйлә Ғәлина, Таңһылыу
Ишбулатова һ.б. оло рәхмәтен белдерҙе.
Ауыл клубын йәмле гөлдәре менән биҙәгән
Кәбир Әбүсәғитовты ла ауылдаштары бик
ихтирам итә икән.
Байым ҡатын-ҡыҙҙар
советы ағзаларын иң борсоған проблема
– эскелек. Яңғыҙ әсә һәм улдың, бер
йортта ҡайны, ҡәйнә, килен, улдың
бергәләшеп эсеүенә сик ҡуйырға тырышалар.
Эйе, һәр ауыл үҙ хәстәре,
үҙ шатлыҡ-көйөнөстәре менән йәшәй. Шулай
ҙа бер ниндәй ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан,
янып, дәртләнеп йәшәгән байымдарға,
бигерәк тә ауыл ҡояшы булған ҡатын-ҡыҙҙарға
бар изге теләктәренә, маҡсаттарына
өлгәшеүен теләйем.
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.