30 нояб. 2011 г.

Хәтер

Ғүмер юлы аҡ ине...
Мин Дәүләтбай Ибраһимовты бала сағынан белә инем. Ул минән дүрт йәшкә кесе, бер урам малайҙары булдыҡ, II Этҡол ете йыллыҡ мәктәбендә уҡыныҡ. Ғаиләлә кинйә һәм биш ҡыҙ араһында бер малай булып үҫһә лә, Дәүләтбайҙы иркәләтмәнеләр. Апайҙары бик үк йыуаш түгелдәр ине. Ә атаһы Сөләймән олатай, ваҡытында, дөрөҫөрәге, 1919 йылдың майында Петроградты генерал Юденичтың аҡ гвардиясыларынан һаҡлауҙа ҡатнашҡан башҡорт ғәскәрҙәренең бер һалдаты, ҡырыҫ холоҡло, тәртип талап иткән бер кеше була торғайны. 

Ул йылдарҙа күптәргә II Этҡол ете йыллыҡ мәктәбен тамамлау менән сикләнергә тура килде. Сөнки тормош ауырлыҡтары ата-әсәгә артабан балаларын уҡытырға мөмкинлек бирмәне. Шул уҡ Сөләймән олатайҙың да ҡыҙҙары ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң “ҡара эш” менән мәшғүл булды. Ә Дәүләтбайҙы атаһы артабан уҡытыу сараһын күрҙе. Шул маҡсат менән улын Сибайҙың 1-се мәктәбендә уҡыуын дауам иттерҙе.
Шуныһы ғәжәп, 1-се урта мәктәптә бөгөн Дәүләтбайҙың ҡыҙы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең «Йыл уҡытыусыһы» конкурсының Грантына лайыҡ булған Гөлнәзирә директор булып эшләй. 
Сибай педучилищеһын тамамлағас, егет тыуған ауылына ҡайта һәм II Этҡол мәктәбендә эшләй башлай. Был саҡта ауылда ете йыллыҡ түгел, ә урта белем биргән уҡыу йорто ине. 1967 йылда Сибай педучилищеһында бергә уҡыған Ниғәмәт ауылы ҡыҙы Разия Мәүлитова менән сәстәрен сәскә бәйләп ғаилә ҡорҙолар.
Дәүләтбай Сөләймән улы мәктәптә 44 йыл эшләне. Ошо дәүерҙең һәр йылы яңы ҡаҙаныштар, асыштар менән хәтер һандығын тултыра барҙы. Иң мөһиме – ул Башҡорт дәүләт университетында ситтән тороп тарих факультетын тамамланы һәм ихлас тарихсы булып китте. Дәреслектәр менән генә сикләнмәне ул. Уҡыусыларын ата-бабалар эҙ ҡалдырған тарихи урындарға алып барыр булды, районда тәүгеләрҙән булып уҡытыусы Зәкиә Рәхмәт ҡыҙы Ҡотлоғужина ойоштороп ебәргән мәктәп музейын үҙ ҡулына алып, ауыл музейына әйләндерә. Ул хәҙер район кимәлендә танылыу яуланы һәм Дәүләтбай Ибраһимов исемен йөрөтә. Заманында Д.Ибраһимовтың тырышлығы менән ауылда 1919 йылда Петроградты Юденич аҡ гвардиясыларынан ҡурсалаған 8 ауылдашына обелиск ҡуйылды.
Совет власы йылдарында Дәүләтбай Сөләймән улы мәктәптең генә түгел, “Урал” колхозының тормошонда бик әүҙем ҡатнашты, бер нисә тапҡыр ауыл һәм район советтарына депутат итеп һайланды. Ә 1995 йылдың июнендә беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына Баймаҡ районы делегацияһы составында вәкил булып барҙы. 
Дәүләтбай менән Разия татыу ғүмер итеп, 2 ул һәм 2 ҡыҙ үҫтерҙеләр. Өлкән улдары Ғәйнислам Башҡорт дәүләт университетының шәрҡиәт кафедраһы мөдире, филология фәндәре кандидаты, Ш. Бабич исемендәге премия лауреаты, байтаҡ ғилми китаптар һәм монографиялар авторы. Гөлнәзирә тураһында әйтеп үттек инде. Гөлсәсәк филология фәндәре кандидаты, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында эшләй. Кесе улдары Нур Сибай ҡалаһында йәшәй. 
2001 йылда хаҡлы ялға сығыр алдынан Дәүләтбай Сөләймән улына «Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исем бирелде. Артабан ейән-ейәнсәрҙәрен иркәләтеп, ял итергә, Разияһы менән күгәрсендәй гөрләшеп донъя йомғағын һүтергә йыйынып йөрөгәндә, 2004 йылдың мартында уның йөрәге ҡапыл туҡтаны. 
Бөгөн бала сағын, йәшлек йылдарын, мәғариф ветераны осорон үткәргән атай йортона ҡуйылған таҡтаташҡа Д. Ибраһимовтың исеме мәңгелеккә иҫтәлек итеп уйылған. Балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә, бүлә-бүләсәрҙәренә был иң ҡәҙерле иҫтәлек булыр. 

Тәфтизан УШАНОВ, журналист-ветеран.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.