30 нояб. 2011 г.

һайлау – 2011

Лайыҡлыларҙы һайлайыҡ
Баймаҡ районы ветерандар советының IV пленумында ҡатнашыусыларҙың ветерандарға һәм пенсионерҙарға мөрәжәғәте
РФ Президенты Д.А. Медведевтың 2011 йылдың 29 авгусындағы Указына ярашлы, яңы саҡырылыш РФ Федераль Йыйылыш Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау 4 декабргә тәғәйенләнгән.
Был һайлауҙар бары тик партия исемлектәре буйынса уҙасаҡ. Унда ете сәйәси партия ҡатнаша: “Берҙәм Рәсәй”, “КПРФ”, “Ғәҙел Рәсәй”, ЛДПР, “Рәсәй патриоттары”, “Правое дело”, “Яблоко”. Иң күп тауыш йыйыусылар үҙ-ара 450 депутат мандатын бүлешәсәк. Дәүләт Думаһына үтер өсөн партия һайлаусыларҙың кәм тигәндә 7 процент тауышын йыйырға тейеш. Һайлау бюллетендәрендә “Барыһына ла ҡаршы” тигән графа юҡ, шулай уҡ һайлауға килеүселәрҙең минималь күләме лә билдәләнмәй.
Һуңғы йылдарҙа илебеҙҙә байтаҡ үҙгәрештәр булды. Иҡтисадты үҫтереү, хәүефһеҙлекте арттырыу һәм халыҡ-ара аренала позицияларҙы нығытыу буйынса күп эшләнде. Шулай уҡ бөтә ветерандар ҙа пенсияны ваҡытында ала. Күп пенсионерҙар балаларына ярҙам итә, ойошмалар ҙа ветерандарын онотмай. 
Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.З. Хәмитов тәҡдиме менән ололарға туристик путевкалар бирелә. Бынан тыш, оло йәштәгеләр өсөн университеттар эшләй, унда компьютер менән эш итергә, сәләмәт тормош нигеҙҙәренә, психология  серҙәренә һ.б. өйрәтәләр. Бының өсөн хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығына аҡса бүленде. 
Район халҡының яҡшы йәшәйешен тәьмин итер өсөн саралар күрелә. Мәҫәлән, 75 эш урыны булған ит комбинаты төҙөлдө, оҙаҡламай һөт эшкәртеү предприятиеһы сафҡа инәсәк һ.б.
Әлеге Дәүләт Думаһындағы Башҡортостан депутаттары һайлаусыларының наказдарын тулыһынса үтәне, тип әйтеп булмай. Был хәл киләсәктә ҡабатланырға тейеш түгел. Шуға ла райондың ветерандар советы алдағы һайлауҙарҙа ветеран һайлаусылар төплө уйлап, Дәүләт Думаһында оло быуын вәкилдәре мәнфәғәтен яҡлаусы лайыҡлы кандидаттарға тауыш бирер, тигән ышаныс белдерә.
Районда һайлаусыларҙың 15 меңдән ашыуы ветерандар. Һеҙҙең тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнашы-уығыҙ сифатлы эшләйәсәк Дәүләт Думаһын ғына барлыҡҡа килтермәйәсәк, шулай уҡ илдең, республиканың, райондың артабанғы үҫешенә йүнәлеш бирәсәк. 
Беҙ райондың барлыҡ ветерандарына мөрәжәғәт итеп, депутатлыҡҡа кандидаттарҙың программаларынан һәм шәхси сифаттарынан сығып, дөрөҫ юл һайларға һәм һайлаусылар араһында һайлау алды агитацияһы алып барырға саҡырабыҙ.
Хөрмәтле ветерандар! Беҙ һеҙҙең хәстәрҙәрегеҙ һәм проблемаларығыҙ хаҡында яҡшы беләбеҙ, шуға ла лайыҡлы кандидаттарға тауыш бирерһегеҙ тип ышанабыҙ. Был мөһим эштән ситтә ҡалмайыҡ!

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.