Хөрмәтле район халҡы!
Һеҙҙе Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө айҡанлы ҡайнар ҡотлайым!
1993 йылдың 24 декабрендә Башҡортостан Республикаһы үҙаллы дәүләт сифатында федератив демократик Рәсәй составында республикабыҙҙы артабан үҫтереү, уның дәүләт һәм йәмәғәт институттарын нығытыу өсөн ышаныслы нигеҙе булған Конституцияһын булдырҙы. Бөгөн республиканың заман талаптарына яуап биргән, донъя стандарттарына, шулай уҡ федераль ҡануниәт нормаларына ярашлы Төп Законы бар. Башҡортостанда сәйәси тотороҡлолоҡ һәм милләт-ара татыулыҡ, халыҡ хужалығының бөтә тармаҡтарындағы ыңғай үҙгәрештәр – республиканың Төп Законы положениеларын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһе һәм шул уҡ ваҡытта уның граждандарының конституцион хоҡуҡтарын тәьмин итеү өсөн нигеҙ булып тора.
Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы артабан да Башҡортостандың күп милләтле халҡы мәнфәғәтенә хеҙмәт итер, республика иҡтисадының, социаль һәм рухи-мәҙәни өлкәһенең динамик үҫешен тәьмин итер, илдә федератив мөнәсәбәттәр үҫешенә, Рәсәйҙең нығыныуына һәм сәскә атыуына булышлыҡ итер, тип ышанабыҙ.
Һеҙҙең барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек, оптимизм һәм бәхет, район һәм Башҡортостан мәнфәғәтендә яңы үрҙәр теләйем.

И. Ситдыҡов, муниципаль район хакимиәте башлығы.
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.