Шыршы урлаһаң – штраф
Республикала яңы йыл шыршыларын әҙерләү дауам итә. Башҡортостан Республикаһы Урман министрлығы ведомство ҡарамағындағы ойошмалар тарафынан 206 мең шыршы ҡырҡылған. Беҙҙең районда улар 6000 дана тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта рөхсәтһеҙ шыршы ҡырҡыу осраҡтарын аныҡлау саралары ла күрелә. Баймаҡ урмансылығы буйынса урман һәм янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү бүлеге инспекторҙары хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре менән берлектә урман фондында ғына түгел, юлдарҙа ла патруллек ойоштора.

Ғәмәлдәге законға ярашлы, рөхсәтһеҙ ҡырҡылған шыршы, аҡ шыршы (пихта), ҡарағай өсөн административ һәм енәйәти яуаплылыҡ ҡаралған. Граждандар өсөн штраф – 3-3,5 мең һум, вазифалы кешеләргә – 20-30 мең, юридик берәмектәргә 50-100 мең һум тәшкил итә. Бынан тыш тәбиғәткә килтергән зыянды ла ҡапларға тура киләсәк. Әгәр рөхсәтһеҙ ҡырҡыуҙа ниндәйҙер техника йәки ҡорамал ҡулланылған булһа, штраф күләме лә артасаҡ. Йәғни, “эш ҡоралдары” тартып алынасаҡ. Килтерелгән зыян күләме 5 мең һумдан ашһа – енәйәти эш ҡуҙғатыла.
Шуның өсөн дә Яңы йылдың төп атрибуты – урман ҡупшыҡайын бары тик махсуслашҡан шыршы баҙарҙарында ғына һатып алырға кәңәш итәбеҙ.
О. Муллоджанов,
Баймаҡ урмансылығы бүлек на-чальнигы вазифаһын башҡарыусы.
Баймаҡ урмансылығы бүлек на-чальнигы вазифаһын башҡарыусы.
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.