Таналыҡта каток асылды
Әүҙем ял итергә яратыусылар өсөн ул шәп урын буласаҡ
Сатнама һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, сәләмәт ял итергә яратыусылар үткән шишәмбе кисендә Салауат Юлаев исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркына ашыҡты. Был көндө Таналыҡ йылғаһы өҫтөндә Баймаҡ ремонт-төҙөлөш идаралығы тарафынан ҡоролған каток һәм һырғалаҡ эшләй башланы.

Паркка инеп, фонтан янынан үтеп, Таналыҡ боҙона сығабыҙ. Кис булыуға ҡарамаҫтан, бында ҡаршы ярға тиклем яҡты – предприятие тарафынан фонарҙар ҡуйылған. Был хәүеф, бәлә-ҡаза булмаһын өсөн бик яҡшы.
Ике урында ҡоролған каток конькиҙа шыуырға яратыусыларҙы йәлеп итте. Катоктарҙың майҙаны ҙур булыуы уйындар, хоккей өсөн айырыуса шәп. Бында коньки, тюбингылар прокаты, эҫе сәй һатыу ойоштороласаҡ.
Һыуыҡ булһа ла, сәләмәт ял итеүселәр бирешмәне, усаҡ тирәләй йылынды, йыр-моң ағылған сәхнә янында бейене. Аҙаҡтан төн ҡараңғылығын төрлө төҫтәге фейерверк уттары биҙәне. Бына шулай итеп, шишәмбе кисендә өлкәндәр өсөн дә, балалар өсөн дә яҡшы ял итеү урыны үҙ эшен башланы.
А. Ишназаров.
Автор фотоһы.
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.