Ҡортсолоҡто үҫтереү өсөн
Билдәле булыуынса, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары менән “2011-2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында умартасылыҡты үҫтереү һәм бал етештереүҙе арттырыу” маҡсатлы программаһы раҫланғайны. Уға ярашлы, умартасылыҡ менән шөғөлләнгән шәхси предприятиеларға, КФХ-ларға, ЯСЙ-ларға, АХК-ларға (шәхси ярҙамсы хужалыҡтар был категорияға инмәй) бюджеттан субсидиялар бүленә.
2011 йылда дәүләт ярҙамы умартасылыҡ менән шөғөлләнеүсе 23 ауыл хужалығы тауар етештереүсеһенә күрһәтелгән, йәғни бал ҡорто тотоуға киткән сығымдарҙың бер өлөшө компенсацияланған (бал йыйыу урынына күстәрҙе ташыуға, материалдар, һауыт, бал ҡыуғыс, балауыҙ, рамдар, шәкәр, ветеринар препараттар, махсус кейем һ.б. һатып алыуға киткән сығымдарҙы ҡаплауға).
Субсидия юллау өсөн түбәндәге документтарҙың булыуы мотлаҡ:

- ”Ауыл хужалығын үҫтереү тураһында”ғы федераль Законға (№ 264-ФЗ, 26 декабрь, 2006 йыл) ярашлы, ауыл хужалығы тауар етештереүсеһе статусын раҫлаған документтарҙың күсермәһе;
- ауыл хужалығы тауар етештереүсеһе тарафынан бал ҡорто тотоуҙы раҫлаған документтар күсермәһе (2010 йыл өсөн 3-фермер отчетының формаһы);
- хужалыҡ етәксеһе тарафынан раҫланған умарталыҡты көҙгө тикшереү акты;
- бал ҡорто ғаиләләренең барлығы тураһында мәғлүмәт.
Барлыҡ һорауҙар менән муниципаль район хакимиәтенең “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәгенә (т. 2-17-15) шылтыратырға мөмкин.
А. Салауатов.
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.