...хәбәр итә
Баймаҡ ҡалаһының балалар ижады үҙәгендә “Ҡәләмемде тирбәтәм” әҙәби-ижад конкурсы үтте. Уҡыусыларҙың әҙәбиәткә булған һөйөүе, ижади ҡыҙыҡһыныуы, үҙҙәрен төрлө жанрҙарҙа һынап ҡарауҙары ҡыуандырҙы. Улар төрлө темаларға мөрәжәғәт итә, заман проблемаларын, ер, тел, милләт мәсьәләләрен күтәрә. Шулай итеп, бөтәһе 80-дән ашыу эш ҡаралды. Беренсе категорияла беренсе һәм икенсе урындарҙы Икенсе Этҡол мәктәбе уҡыусылары А.Исхаҡова менән А.Ғүмәрова, ә өсөнсө урынды 1-се мәктәп уҡыусыһы И.Сирбаев яуланы. Икенсе категория еңеүселәре – Ы.Ишбулатова (1-се мәктәп), Г.Рәсүлева (Байыш мәктәбе), Ф.Әүәлбаева (Ниғәмәт мәктәбе) булһа, өсөнсө категорияла беренсе урын бирелмәне, икенсе һәм өсөнсө урындарҙы В.Сәйетов (Әбделкәрим мәктәбе), Г.Дәүләтшина (Икенсе Этҡол мәктәбе) яуланы. Афарин!

Г. Рәсүлева.
...рәхмәт әйтә
Белеүебеҙсә, ошоға тиклем 1-се мәктәпте “Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” ААЙ-һы йылылыҡ менән тәьмин итте. Завод менән мәктәп араһы йыраҡ ҡына булыу сәбәпле, йылылыҡ тулыһынса килеп етә алмай ине. Быйыл завод үҙенең цехтарында үҙаллы йылытыу ҡоролмалары урынлаштырыу сәбәпле, мәктәпкә йылылыҡ биреүҙе туҡтатты. Шуға күрә тиҙ арала ҡаҙанлыҡ төҙөү бурысы килеп тыуҙы. Баймаҡ муниципаль район хакимиәте ярҙамы менән “Универсал” ЯСЙ-һы тарафынан ҡаҙанлыҡ ҡоролоп, сафҡа индерелде. Мәктәптең үҙенең генә ҡаҙанлығы булыуы – айырыуса ҡыуаныслы хәл. Балалар хәҙер йылы кластарҙа белем ала.
Уҡыусыларҙың ҡыуанысын беҙ ҙә уртаҡлашабыҙ һәм район хакимиәтенә, ҡаҙанлыҡты ҡороп, сафҡа индереүсе “Универсал” ЯСЙ-һына барлыҡ ата-әсәләр исеменән рәхмәт белдерәбеҙ. Уларға ныҡлы һаулыҡ, бәхет, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.
1-се мәктәптең ата-әсәләре исеменән – Э.Мырҙабаева.
...һорай
Бюджет өлкәһендә эшләгән ауыл халҡы гел генә бушай алмау сәбәпле, поликлиникаға бушлай анализдар тапшырыуға килеп өлгөрмәй, ә түләү күптәрҙең хәленән килмәй. Анализдарҙы берәй нисек участка дауаханаларында тапшырыуҙы ойоштороп булмаймы?
Ишдәүләт Сафиуллин.
Үрге Яйыҡбай ауылы.
Үрге Яйыҡбай ауылы.
...тәҡдим итә
Баймаҡ ҡалаһы буйлап йөрөгән 4-се, 6-сы автобустарҙың маршруты халыҡ өсөн уңайлы. Тик бына 5-сене бер аҙ үҙгәртергә ине. Автобус вокзалдан ҡуҙғалғас, Аҡназаров урамынан үтеп, артабан Юбилей урамына төшөп, үҙенең элекке маршруты буйынса китһә, пассажирҙар тағы ла күберәк булыр ине. Сөнки ауылдан килгән халыҡтың күпселектә Юбилей урамы осонда урынлашҡан Пенсия фонды, Баймаҡ урмансылығы, полиция, дарыухана, 105-се һөнәрселек училищеһына йомошо төшә.
М. Мөхәмәтйәнов.
Ярат ауылы.
Ярат ауылы.
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.