9 дек. 2011 г.

Яңылыҡтар

Бәйләнеш яҡшыра
Баймаҡ район элем-тә үҙәге йылды яҡшы күрһәткестәр менән тамамлай. Йыл дауамында 330 абонент өҫтәл-гән, 875 өйгә IP-телевидение үткәрелгән (план 107,8 %-ҡа үтәлгән), 1302 йорт Интернет селтәренә (135,8%) тоташтырылған. Был һандар йыл аҙағына тиклем артасаҡ әле.
 
Газ үткәреү дауам итә
Быйыл ҡала урамдарына газ үткәреү эштәре әүҙем бара. Әле был эш Йолалы, Горький, Азанов урамдарында дауам итә. Әйткәндәй, оҙаҡ йылдар газһыҙ интеккән 1-се мәктәп ҡаҙанлығы ла күптән түгел “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа көйләнде.
 
Хоҡуҡтарыбыҙҙы беләйек
Баймаҡта ике көн буйына Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетының белгес-эксперты Г.М. Тоймырҙина халыҡ менән осрашыуҙар алып барҙы. Тәүге көндө ошо өлкәгә ҡағылышлы ҡануниәт хоҡуҡтары өйрәнелһә, артабан “Мегаполис” сауҙа үҙәгендә халыҡты ҡабул итеүҙәр ойошторолдо. Г.М. Тоймырҙина кисә ҡаланың 4-се мәктәбендә уҡыусылар менән осрашып, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
 
Уңайлыҡтар арта
Төркмән ауылы халҡы оло ҡыуаныс кисерә: 6 йыл һыуһыҙ интеккәндән һуң, ниһайәт, бында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ уңайлыҡтары ҡайтанан тергеҙелә башланы. Урамдарҙа һыу селтәре алмаштырылды, колонкалар ултыртылды. Ошо көндәрҙә “Йәйғор” балалар баҡсаһында ла инженер селтәре тулыһынса яңыртылды. Сират – мәктәпкә. Бында һәр класҡа һалҡын һыу, ә ашханаға – эҫе һәм һалҡын һыу киләсәк, йылылыҡ торбалары алмаштырыласаҡ.
 
Яңы йыл етә!
Ҡыш балаларҙың ғына түгел, ә бар баймаҡтарҙың иң яратҡан ял урындарының береһе – “Граф күле” турбазаһы үҙенең яңы миҙгелен асырға йыйына. Әле унда боҙҙа коньки менән шыуырға (яҡтыртыу ҡоролмаһы ла бар), саңғыла йөрөргә, ҡаргиҙәрҙә елдерергә мөмкин. Әйткәндәй,  боҙҙан һырғалаҡ төҙөү эштәре лә башланған – ул декабрь урталарына әҙер буласаҡ.
Лилиә ТАКАЕВА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.