13 апр. 2012 г.

01 иҫкәртә

Кипкән үләндәрҙе яҡмағыҙ!

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баймаҡ ҡалаһы һәм районының янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү бүлеге көндәр йылытыу менән ихата алдарында, баҡса биләмәләрендә, асыҡ яландарҙа янғын сығыу хәүефе артыуы хаҡында иҫкәртә. Уларҙың төп сәбәбе – ут менән һаҡһыҙ эш итеү, бигерәк тә сүп-сар, кипкән үләндәрҙе яҡҡанда уттың таралыу ихтималлығы арта. Яҙ етеү менән янғын һүндереүселәр ҡый-һай яҡҡанда ҡарауһыҙ ҡалған усаҡтан сыҡҡан янғынды һүндереүгә йыш саҡырыу ала. Ут торлаҡ йортҡа, башҡа ихата ҡаралтыларына күскән осраҡтар ҙа булып тора. Һәр дүртенсе янғын былтырҙан ҡалған ҡоро үләнде яғыуҙан сыға. 


Дәүләт янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү бүлеге йорт алды, ихата ҡаралтылары эргәһендә усаҡ тоҡандырыу ҡәтғи тыйылыуы хаҡында иҫкәртә. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: утты ихата ҡаралтыларынан 50 метр алыҫлыҡта ғына тоҡандырырға рөхсәт ителә, ә баҡса ширҡәттәрендә уның өсөн махсус урын билдәләнергә тейеш. Дачаларҙы, баҡсаларҙы, бина һәм ҡоролмалар араһындағы юлдарҙы, биләмәләрҙе яғыулыҡ-майлау материалдарынан, сүп-сарҙан, төрлө һауыттарҙан, ҡойолған япраҡтарҙан, кипкән үләндәрҙән мотлаҡ таҙартып торорға кәрәк. Һәр йорт алдында һыу тултырылған мискә урынлаштырырға, янғын һүндергестәр тоторға кәңәш ителә.
2012 йылдың 1 апреленән республика биләмәһендә янғын хәүефһеҙлеге режимы индерелде. Шуға ярашлы, былтырғы кипкән үләндәрҙе яҡмағыҙ, тыйылған урындарҙа усаҡ тоҡандырмағыҙ. Уларҙың ҙур хәүеф менән янауын онотмағыҙ!

Р. Батталов,
Баймаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү бүлеге инспекторы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.