13 апр. 2012 г.

Спорт

Уҡытыусы рухы хөрмәтенә
 
Үткән шәмбе Баймаҡ лицей-интернаты үҙенә Урал аръяғы спортсыларын йыйҙы. Бында Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы Рафаэль Әхмәт улы Сырлыбаев иҫтәлегенә өҫтәл теннисы буйынса төбәк-ара беренселектең асыҡ турниры уҙғарылды.
Был ярыш быйыл ун өсөнсө мәртәбә үтте. Сара башында спортсыларға һәм көйәрмәндәргә лицей-интернат уҡыусыларының йырлы-моңло тамашаһы тәҡдим ителде. 


Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Ринат Фазылйән улы Ильясов йыйылыусыларҙы ҡотлап, Рафаэль Әхмәт улына бәйле иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Артабан һүҙҙе лицейҙың тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Ғ.Л. Юнысова алды.
– Бөгөн ярышта барлығы 123 кеше ҡатнаша, – тине Ғәлимә Лоҡман ҡыҙы. – Хәйбулла, Йылайыр, Сибай, Магнитогорск, Учалынан килгән спортсылар үҙҙәренең таҫыллығын күрһәтәсәк.
Район элемтә үҙәге начальнигы Айрат Марат улы Ҡадыров та был сараға килгәндәре өсөн барлыҡ спортсыларға, көйәрмәндәргә  үҙенең рәхмәтен белдерҙе, уңыштар теләне.
Әйткәндәй, ярыштың бағыусылары рәүешендә “Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-һы, “Инфоком” ЯСЙ-һы (Сибай), “ТехЭнерго” ЯСЙ-һы, “Орхидея” магазины, “АрсАвто” ЯСЙ-һы, И.Мостафин, А.Сырлыбаев ШП-лары сығыш яһаны. Турнир флагын 2011 йыл чемпионы Алексей Горюнов (Сибай) күтәрҙе.
Ярыш һөҙөмтәләре буйынса мәктәп уҡыусылары араһынан малайҙарҙан беренсе урынды Рәмис Лоҡманов (БЛИ), икенсе-өсөнсөнө Илнар Биктин (БЛИ), Илнур Дәүләтбирҙин (Беренсе Этҡол) алды. Ә ҡыҙҙар араһынан тәүге урындарға Луиза Йәналина (Буранбай), Илһөйәр Солтанғужина (Йылайыр), Нәйлә Сәхәүетдинова (Йылайыр) лайыҡ булды.
40 йәшкә тиклемге ир-егеттәр араһындағы ярышта беренселеккә Роман Кашапов (Сибай), Вәкил Таһиров (Йылайыр), Зөфәр Ҡәйепов (Аҡъяр) сыҡты. Был категорияла ярышҡан ҡатын-ҡыҙҙар араһынан иһә тәүгеләр рәтендә Айгөл Аҡманова (Аҡъяр), Емеш Яҡупова, Ләйсән Дәүләтшина (Сибай) булды.
40 йәштән өлкәнерәк ир-егеттәр араһында беренсе урынға Фәнүр Аралбаев (Буранбай), икенсегә Ильяс Ғарифуллин (Учалы) лайыҡ булһа, өсөнсөнө Владимир Войцеховский (Сибай) алды. Ә ҡатын-ҡыҙҙар араһынан Әлфиә Войцеховскаяға (Сибай) тиңләшеүсе табылманы.
Әйткәндәй, лицей-интернат уҡыусылары заманында Рафаэль Әхмәт улы күтәргән өҫтәл теннисы буйынса алдынғылыҡты бирмәй. Яңыраҡ Өфөлә Николай Рыжков кубогына үткән республика ярыштарында Илнар Биктин – беренсе, Рәмис Лоҡманов өсөнсө урын яуланы. 
Венера Әбйәлилова, БДУСИ студенты.
Айрат Марат улы Ҡадыров (Р.Ә. Сырлыбаевтың кейәүе):   
–    Нисәмә йылдар дауамында бындай матур сараны ойошторорға ярҙам иткән район хакимиәтенә, физик культура һәм спорт буйынса секторға, Баймаҡ лицей-интернатына рәхмәт белдергем килә. Бөгөн 123 кеше ҡатнашыуы үҙе был сараның ҙурая барыуын, яйлап республика кимәленә етеүен дәлилләй. Үҫеп килгән быуынды өҫтәл теннисына күберәк йәлеп итергә кәрәк. Сөнки был спорт төрө менән шөғөлләнеү осһоҙ ҙа, файҙалы ла.


Егеттәр финалға сыҡты
 
Аҙна аҙағы, ял көндәре булыуға ҡарамаҫтан, район һәм ҡалалағы спорт тормошо тынмай. Был юғары кимәлдә үткәрелгән төрлө сараларҙың даими ойошторолоуынан күренә.
6-8 апрелдә Баймаҡта “Көнсығыш” зонаның 1998-1999 йылғы уҡыусыларҙың баскетбол буйынса 3-сө спартакиаданың II этабы булды. Был ярыш 2013 йылда Өфөлә үтәсәк VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындарына бағышланды. 


  174 спортсы ҡыҙ һәм егет 14 команда составында өс көн  дауамында 4-се мәктәптә һәм “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында көс һынашты. Һөҙөмтәлә, егеттәр араһынан өсөнсө урынды Учалы, икенсене Сибай яулаһа, беренсегә Баймаҡ командаһы (тренеры А.З. Байрамғолов) лайыҡ булды (һүрәттә).
Ҡыҙҙар ҙа бирешмәне. Баймаҡтар (тренерҙары Р.И. Мукаев, Е.В. Путенихина,) Учалы командаһынан ғына ҡалышып, пьедесталдың икенсе баҫҡысын биләне. Сибайҙар өсөнсө урынды яуланы.
Бынан тыш һәр команданың иң яҡшы уйынсыһы билдәләнде. Беҙҙекеләрҙән был маҡтаулы исем Максим Мазикин менән Нәйлә Ҡәйепҡоловаға бирелде.
Баймаҡ егеттәре командаһы тиҙҙән үтәсәк финал ярыштарында “Көнсығыш” зонаһын күрһәтәсәк.           
 
Айбулат Ишназаров. 
Автор фотоһы.


Шахмат һәм шашканан турнир

 
Уҙған йәкшәмбелә шахмат буйынса район кубогының икенсе этабы үтте. Беренсе урынды 7 мәрәйҙән алтыны йыйып И.Зөбәйеров алды. Икенсене 3-сө мәктәп уҡыусыһы Алмас Азаматов, өсөнсөнө – Х.Үтәев яуланы.
Кубок өсөн ярыш дүрт этапта уҙа. Был шартты үтәгән шахматсылар ғына юғары наградаға өмөт итә ала. Әлегә 9,5 мәрәй менән Х.Үтәев һәм А.Азаматов (9 мәрәй), Р.Үтәев (8 мәрәй) алда бара.

* * *
 
Шашка буйынса район кубогы быйыл тәүгә ойошторола. Ярыштың тәүге этабы 26 февралдә уҙһа, икенсеһе – билдәле журналист һәм шашкасы Ә.Х. Вәхитов иҫтәлегенә турнир – киләһе йәкшәмбелә Баймаҡтың шахмат клубында (4-се мәктәп) үтәсәк.
Әйтергә кәрәк, был ярыштарҙа өлкән шашкасылар – ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша. Балалар өсөн турнир айырым буласаҡ.

Спартакиада көндәлеге
 
Шәмбелә “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында спартакиада иҫәбенә үткән армспорт ярышында мәғариф учреждениелары араһында I урынды балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе, икенсе һәм өсөнсөнө 4-се һәм 3-сө мәктәп яуланы. Хеҙмәт коллективтары араһынан “Рәсәй ауыл хужалығы банкы” ААЙ-һының Баймаҡтағы өҫтәмә офисы, “Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” ААЙ-һы һәм эске эштәр бүлеге спортсылары алдынғы булды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.