13 апр. 2012 г.

Хәтер

Баймаҡҡаһарманы

Полковник Исхаҡ Ғүмәровтың тыуыуына – 100 йыл
10 апрелдә Ҡыҙыл Байраҡ һәм Б.Хмельницкий орденлы 5-се Удар армияның 301-се уҡсы дивизияһының 1050-се полкы командиры гвардия полковнигы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны данлыҡлы яҡташыбыҙ Исхаҡ Иҙрис улы Ғүмәровтың тыуыуына 100 йыл тулды.
И.Ғүмәров районыбыҙҙың Үрге Мәмбәт ауылында тыуған. Хеҙмәт юлын 12 йәшендә Баймаҡ алтын рудниктарында башлай. Баймаҡ тау сәнәғәте техникумында уҡый. 1933 йылдың 1 сентябрендә Ҡыҙыл Армия сафына алына, 1936 йылда Ҡазандағы татар-башҡорт хәрби училищеһын тамамлай һәм бар ғүмерен хәрби һөнәргә бағышлай.


Яҙыусы Самат Шәкир шулай тип яҙа: “Исхаҡ Ғүмәров Ҡазанда уҡығанда татар яҙыусылары: Ҡәүи Нәжми, Муса Йәлил, Мөхәмәт Әблиевтар менән аралашҡан, дуҫ булған. Спорт ярыштарында ҡатнашҡан, призлы урындар яулап, Мәскәүгә лә барған...” («Ҡазан утлары», №1, 1975 йыл, “Империя канцелярияһын штурмлау”).
Уҡыған йылдарҙа И.Ғүмәров Шишмә районы ҡыҙы Нәфиға Мирмөхәмәт ҡыҙына өйләнә. Хәрби училищены тамамлағас, Камчаткала рота командиры булып хеҙмәт итә. 1939 йылда иһә М.В. Фрунзе исемендәге Хәрби академияға уҡырға инә.
1941 йылдың майында ҡыҫҡа ваҡытлы отпуск ваҡытында И.И. Ғүмәров Баймаҡҡа ҡайтып, әсәһен, туғандарын күреп китә. Мәскәүгә үҙе менән бер туған һеңлеһе Гәүһәрҙе лә ала.
Бөйөк Ватан һуғышында тәүге яуы И.Ғүмәров өсөн 22 июндә Белосток – Гродно ҡалаһы районында башлана. Үҙенең ҡулъяҙмаларында ул шулай тип яҙа: “1941 йылдың майында М.В. Фрунзе исемендәге Хәрби академияны тамамлағандан һуң, 4 июндә Көнбайыш Белоруссиялағы Белосток ҡалаһынан алыҫ түгел крепосҡа килдем. 22 июндә 3 сәғәт 45 минутта һуғыш башланды. Шулай итеп, миңә (капитанға, полктың штаб начальнигына) һуғыштың тәүге минутынан утлы ҡулсаға инергә тура килде”.
Исхаҡ Иҙрис улының бер туған һеңлеһе Гәүһәр һуғыш башланғанда яугирҙың ғаиләһе менән Мәскәүҙә була һәм шул осорҙо йыш хәтергә ала : ”Мәскәү хәрби ҡалаға әйләнде. Йыш тревогалар беҙгә бомбанан һаҡланыу урынына төшөргә мәжбүр итте. Ағайымдың өлкән ҡыҙы Люсяны мин алып барҙым, ә бәләкәй Светаны Нәфиға еңгәй күтәрҙе. Икмәк алыу өсөн талон тотоп сираттарҙа торорға тура килде. Июль айҙарында Исхаҡ ағай ҡайтты. Фатирға офицерҙар йыйылды. Өҫтәлдә бик күп хәрби карта булды. Уның тирәләй йыйылып, хатта төнөн дә хәрби эшкә өйрәнәләр ине...”
Мәскәүҙән кешеләрҙе эвакуациялау башлана. Ғаиләһен Башҡортостанға оҙатҡанда, Исхаҡ Иҙрис улы шулай ти: ”Мәскәүҙә күргәндәрегеҙҙе кешегә һөйләмәгеҙ, паника тыуҙырмағыҙ. Һуғыш оҙаҡ барасаҡ, әммә беҙ Гитлерҙы еңәсәкбеҙ...”
1941 йылдың август-октябрендә Ҡыҙыл Армия капитаны И.И. Ғүмәров 540-сы гвардия полкының штаб начальнигы вазифаһында Ельня, Бологое ҡалалары, Брянск фронты өсөн барған ауыр һуғыштарҙа ҡатнаша. 1941 йылдың аҙағында Мәскәү өсөн барған яуҙарҙа ла була.
– “Һәр яу кеше ғүмерҙәренең өҙөлөүен аңлатты. Шуныһы үкенесле, мыйығы ла сыҡмаған егеттәр, йәш ҡыҙҙар һәләк булды, – тип хәтерләй Исхаҡ Иҙрис улы. – Йәл улар. Мин һәр һуғыш алдынан мәғәнәһеҙ кеше үлеме булмауын теләнем. Хатта кешене ит кеүек тураҡлаған яуҙар булды.  Һуғыш – аяуһыҙ эш”.
И.И. Ғүмәров бер нисә тапҡыр яралана һәм контузия ала. Госпиталдәрҙә дауаланғандан һуң, ул йәнә фронтҡа ашыға.
– “Дүрт йыл эсендә, – тип яҙа үҙенең ҡулъяҙмаларында И.Ғүмәров, – миңә 10 фронтта, 8 армияла, 9 дивизияла хеҙмәт итергә, 7 полк командиры, 3 дивизияның штаб начальнигы булырға тура килде”. (“Ағиҙел” журналы, №4, 1995 йыл. “Һуғыштың һуңғы йылдары”).
1942 йылдың сентябрендә гвардия майоры И.Ғүмәров 1045-се полк башында Сталинградҡа килә һәм генерал Родимцевтың  13-сө гвардия дивизияһы составында Мамаев ҡурғаны районындағы яуҙарҙа ҡатнаша. Һуғышта ҡаты контузия ала һәм 10 октябрҙә госпиталгә оҙатыла.
Госпиталдән һуң, 1942 йылдың 11 декабрендә И.Ғүмәров генерал Гурьевтың 39-сы уҡсы дивизияһының 120-се гвардия уҡсы полкы командиры итеп тәғәйенләнә. Сталинград янында немецтарҙы тар-мар итеүҙә, “Ҡыҙыл Октябрь” заводын азат итеүҙә ҡатнаша.
1943 йылдың майында яҡташыбыҙҙы Көньяҡ-Көнбайыш фронтҡа күсерәләр – уны 57-се армияның 59-сы гвардия дивизияһының оператив бүлек начальнигы итеп тәғәйенләйҙәр. Ошо дивизия составында ул Харьков трактор заводын, Украинаның күп ҡала һәм ауылдарын дошмандан азат итеүгә тос өлөш индерә. Днепрҙы кисер алдынан иһә подполковник И.Ғүмәровты 14-се гвардия дивизияһының 36-сы гвардия полкы командиры итеп ҡуялар. Яссы-Кишинев операцияһы алдынан (1944 йылдың 7 майында) Исхаҡ Иҙрис улын 1054-се уҡсы полкының штаб начальнигы, ә 29 августан 1050-се полк командиры итеп тәғәйенләйҙәр.
5-се Удар армия составында гвардия подполковнигы И.И. Ғүмәров полкы Варшаваны, Польшаның башҡа ҡала-ауылдарын азат итеүҙә, Одерҙа немецтарҙың оборонаһын йырып сығыуҙа, Берлинды штурмлауҙа һәм Гитлерҙың империя канцелярияһын алыуҙа ҡатнаша.
Ҡурҡыу белмәҫ яугир, талантлы командир тураһында күп китаптарҙа, гәзит-журналдарҙа яҙылған. Гвардия подполковнигы И.Ғүмәров хаҡында үҙенең мемуарҙарында Советтар Союзы Геройы Г.К. Жуков (“Воспоминания и размышления”), “Правда” гәзитенең хәрби хәбәрсеһе Д.Мержанов (“Это было так” китабында), 1050-се полктың политинструкторы отставкалағы майор Анна Никулина яҙып сыға. Данлыҡлы яҡташыбыҙ тураһында “Красный воин”, “Комсомольская правда”, “Красная звезда”, “Вечерняя Москва”, “Неделя”, “Башҡортостан” һ.б күп гәзиттәр, “Огонек”, “Юность”, “Новое время”, “Ватандаш”, “Бельские просторы”, “Ағиҙел”, “Ҡазан утлары” һ.б журналдар төрлө материалдар баҫтыра.
Яҡташтары И.Ғүмәровтың яҡты иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай. Баймаҡтағы бер урам гвардия полковнигы И.И. Ғүмәровтың исемен йөрөтә. “Атайсал” клубы рәйесе Р.Я. Бүкәнбаевтың (хәҙер инде мәрхүм) тәҡдиме менән ҡаһармандың тыуған ауылы Үрге Мәмбәттә мемориаль таҡтаташ асылды. Был фекерҙе район хакимиәте һәм Аҡморон ауыл Советы, Мәмбәт ауылы халҡы хуплап ҡаршы алды.
Исхаҡ Иҙрис улы Ғүмәровты балалары, туғандары, ейәндәре һәм бар район халҡы Тыуған еребеҙҙең ысын патриоты, Ватандың тоғро улы һәм Бөйөк Еңеүҙең символы тип һанай. Ысынлап та, Бөйөк Ватан һуғышында үҙен данға күмгән  легендар командирҙың исеме халыҡ хәтерендә мәңге йәшәр, һүнмәҫ йондоҙ булып балҡыр!

Илнур Ғүмәров,
Темәс мәктәбенең тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.