13 апр. 2012 г.

«Түңәрәк өҫтәл»

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ,
йәки “Талҡаҫ” шифаханаһында уҡыуҙар үтте
 
“Талҡаҫ” шифаханаһында ауыл биләмәләре хакимиәттәренең эштәр идарасылары, шулай уҡ Бөрйән һәм Йылайыр райондарының ауыл биләмәләре башлыҡтары белемен камиллаштырыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Уҙған йомала улар өсөн “Түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо. Был сарала муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов, район Советы секретары


 Р.З. Ишбулатов, Йылайыр районы хакимиәте башлығы И.Л. Фәтҡуллин, Йылайыр район Советы секретары Ю.П. Емельянов, Бөрйән районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Д.С. Яхин ҡатнашты.
И.Х. Ситдыҡов:
– Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғолда үткән “Ҡулланыусылар кооперацияһының әҙерләү эшмәкәрлеген үҫтереү. Ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперацияһын ойоштороу” кәңәшмәһендә күтәрелгән мәсьәләләр бик мөһим. Ейәнсура районының ҡулланыусылар йәмғиәте ҡарамағында эшләп килгән әҙерләү эшмәкәрлеге бөгөн киң ҡолас алған. Предприятиела йыл әйләнәһенә даими рәүештә тире, ит, йөн, макулатура, һөт, ә йәй көндәре иһә дарыу үләндәре (мәтрүшкә, ҡомалаҡ, кесерткән һ.б.), ҡара ҡарағат, сейә, балан ҡабул итәләр. Ә инде халыҡтың пластик шешәләрҙе, пакеттарҙы тапшырып аҡса эшләүе һәр кемдә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ошо тәңгәлдә һәр төбәктә лә эш башлау мотлаҡ. Сөнки беҙҙә пластик шешәләр аяҡ аҫтында тулып ята.
И.Л. Фәтҡуллин:
– Шул уҡ дарыу үләндәрен, мал тиреһен ни өсөн аҡсаға әйләндермәҫкә? Ейәнсура районының иң төпкөл һаналған ауылдарында ла ҡулланыусылар кооперативы һанап үткән әйберҙәрҙе ҡабул итә. Был, беренсенән, халыҡҡа табыш алырға мөмкинлек бирһә, икенсенән, ул сүп-сарҙан ҡотолоуҙың бер юлы. Беҙҙә һарыҡ йөнөн ҡайҙа алып барып тапшырырға белмәйҙәр.
И.Х. Ситдыҡов:
– Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры А.Ф. Илембәтов беҙҙең төбәккә шәхси хужалыҡты үҫтереү өсөн 50 миллион һум аҡса бүленәсәк, тип белдерҙе. Тимәк, районда бер нисә ғаиләнең шәхси хужалығын үҫтерергә мөмкин буласаҡ. Ләкин ул ғаиләләрҙе ҡарап, һайлап алырға кәрәк. Ошо тәңгәлдә һеҙҙән тәҡдимдәр көтәм.
Урал аръяғын иҡтисади үҫтереү комплекслы программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында беҙҙә күп эштәр алып барыла һәм ул артабан да дауам итәсәк. Ләкин уларҙы беҙ бер төптән булып атҡарып сығырға бурыслыбыҙ. Был тәңгәлдә ауыл биләмәләре башлыҡтары, хакимиәт белгестәре, шул уҡ киң мәғлүмәт саралары менән берлектә эш алып барырға тейешбеҙ. Тәү сиратта, әлбиттә, депутаттарға ҙур бурыстар йөкмәтелә. Улар халыҡ мәнфәғәтендә эшләргә тейеш.
И.Л. Фәтҡуллин:
– Йәшерергә түгел, бөгөн күп урындарҙа проблемалар бар. Тәүҙә халыҡ урындағы власҡа, аҙаҡ инде юғары  органдарға мөрәжәғәт итә. Шуға күрә лә халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә эшләргә, уларҙың проблемаларын мөмкин тиклем хәл итергә тырышырға кәрәк. Ошондай сараны үткәргәндәре өсөн Баймаҡ районы хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡовҡа, башҡа ойоштороусыларға рәхмәт. Тап ошонда бер йүнәлештә эшләгән белгестәр үҙ-ара аралаша, тәжрибә уртаҡлаша, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын өйрәнә. Көн дә тиерлек үҙгәрештәр инеп торған ҡануниәттәрҙе, хоҡуҡи акттарҙы ваҡытында өйрәнмәйенсә эшләү мөмкин түгел.
Бөгөн социаль етем балаларҙың күп булыуы борсолдора. Ата-әсәһе тере килеш балалар яҙмыш ҡосағына ташлана. Шуға күрә лә тәү сиратта ғаиләләрҙе, уларҙың мәнфәғәттәрен ҡайғыртырға тейешбеҙ. Ғаилә ныҡлы булған осраҡта ғына йәмғиәт тә ныҡлы була. Бөгөн шулай уҡ илдә демографик хәл насарая бара. Эскелек, суицид осраҡтары арта. Эшкә яраҡлылар, 25-45 йәштәгеләр, күпләп вафат була. Тап ошондай сараларҙа уртаҡ проблемалар, уларҙан сығыу юлдары өйрәнелә. Беҙ уларҙы ни тиклем тиҙерәк хәл итәбеҙ – шул ҡәҙәр йәмғиәт өсөн файҙалы.
И.Х. Ситдыҡов:
– Тағы ла шул уҡ Ейәнсура районына әйләнеп ҡайтып, миҫал килтерәм. Унда федераль, республика кимәлендәге бөтә программаларҙы тормошҡа ашырырға етди иғтибар бирелә. Бигерәк тә ауыл хужалығын үҫтереүгә ҙур иғтибар кәрәк. Бөгөн ни өсөн Татарстандан йәки башҡа төбәктәрҙән күпләп йәш мал һатып алырға киләләр, тип уйлайһығыҙ? Улар шуның менән аҡса эшләй. Ни өсөн тап ошо программаны эшләтә алмайбыҙ?
Д.С. Яхин:
– Программалар бар икән, һөҙөмтә күрһәтергә кәрәк.
Р.Х. Йәнсурин, Темәс ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын башҡарыусы:
– Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан беҙҙең төбәкте үҫтереүгә айырым иғтибар бирелә. Бары тик уларҙы тормошҡа ашырырға, эшләргә генә кәрәк. Тәү сиратта үҙ еребеҙҙең хужаһы булырға тейешбеҙ. Беҙҙең ауыл биләмәһендә ағас эшкәртеү менән шөғөлләнгән шәхси эшҡыуарҙар күп. Улар иҫәбенән бер янғын һүндереүсе штат берәмеге булдырҙыҡ. Ауыл биләмәһендә тәбиғи таш сығарыу карьеры эшләй. Оҙаҡ ҡына был мәсьәлә буйынса проблемалар булды. Улар ауыл биләмәһендәге социаль тормоштан бик алыҫ торҙолар, бер ниндәй ярҙам күрһәтмәнеләр. Хәҙер иһә ике яҡ өсөн дә уңай булған бер килешеүгә килдек: һәр машина таш өсөн улар урындағы бюджетҡа һалым түләй.
Ф.Ғ. Вәхитова, Ниғәмәт ауыл биләмәһе башлығы:
– Референдум үткәндән һуң беҙгә Икенсе Этҡол ауыл биләмәһе лә ҡушылды. Һөҙөмтәлә, биләмә лә ҙурайҙы, проблемалар ҙа артты. Шәхси хужалыҡтарҙа 4-5 һыйыр көтөүселәр бар. Шунлыҡтан, өс ерҙә һөт йыйыу пункты асылды. Торлаҡ йорт төҙөүгә айырым иғтибар бирәбеҙ. Бөтә булған эштәрҙе лә ауыл Советы депутаттары менән берлектә атҡарып сығырға тырышабыҙ. Бөгөн иң борсоғаны – берәҙәк мал. 11 мал көтөүе ойошторолоуға ҡарамаҫтан, һыйырҙарын иркенлеккә сығарыусылар ҙа табыла. Уларҙың хужаларына протокол төҙөлә һәм административ штраф һалына.
Р.Х. Йәнсурин:
– Беҙҙең ауыл биләмәһендә лә малдарҙы биркалау бара. Көтөүлектәр ойошторабыҙ. Быйыл йылҡы малы өсөн айырым урын биреләсәк. Әле документтар әҙерләнә.
И.Х. Ситдыҡов:
– Бәлки, башҡа райондар өсөн малдарҙы биркалау ҡырағай күренеш булып күренәлер. Ләкин беҙҙең өсөн бик тә мөһим сараларҙың береһе. Һәр ауыл биләмәһендә биркалар төрлө төҫтә. Күп көс һалып үҫтергән игенде берәҙәк малдан тапатмаҫ өсөн шундай сараға барырға мәжбүр булдыҡ. Көтөүҙә йөрөмәгән мал өсөн хужаһы яуапҡа тарттырыласаҡ. Шуның менән мал көтөүҙә тәртип булдырырға тырышабыҙ.
Р.С. Ишмырҙин, Ҡолсора ауыл биләмәһе башлығы:
– Ауылда ҡайһы берәүҙәр һаман да элеккесә фекер йөрөтә. Дөйөм хужалыҡҡа эшләп өйрәнгәндәр, ҡасан теләйҙәр — шунда баралар, нимә теләйҙәр —  шуны эшләйҙәр. Бөгөн заманға ҡарап эш итергә, фекер йөрөтөргә кәрәк. 131-се федераль Закон талаптарына ярашлы, биләмәләр үҙ йүндәрен үҙе күрергә тейеш. Шул сәбәпле, мәҫәлән, юлдарҙы ремонтлатыр өсөн дә шәхси техникаһы булғандарҙы йәлеп итеү ауырға төшә. Яғыулыҡ менән тәьмин итһәк тә, был сарала ҡатнашырға теләк белдереүселәр аҙ.
М.Ф. Хәсәнова, Түбә ауыл биләмәһе башлығы:
– Беҙҙең ауыл биләмәһендә иҫке өйҙәр бик күп ине. Тырыша торғас, уларҙы һүтеп алып бөттөк. Насар йәшәгән ғаиләләр менән эшләйбеҙ, уларҙы даими контролдә тотабыҙ. Күптән түгел асылған теген фабрикаһы халыҡты эш менән тәьмин итеүгә ҙур өлөш индерер, тип ышанабыҙ.
Н.Б. Әбүбәкиров, Бөрйән районының Әтек ауыл биләмәһе башлығы:
– Беҙҙе лә тап шундай уҡ проблемалар борсой. Һалым йыйыуҙа ауырлыҡтар осрай. Ауыл биләмәһендә 5 ағас эшкәртеү пилорамаһы бар. Ләкин уларҙан һалым түләттереү ауыр. Ағас күпләп ситкә китә. 2007 йылдан алып һөт йыйыу эше яҡшы алып барыла. 1 мең гектарҙан ашыу ер пайсыларға бүлеп бирелгән.
Д.С. Яхин:
– Баймаҡ районы хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡовтың инициативаһы менән башланған бөгөнгө кеүек сараларҙы артабан да ойошторорға кәрәк, тип уйлайым, улар тәжрибә уртаҡлашыу өсөн бик тә мөһим.
Р.Х. Йәнсурин:
– Беҙҙең районда күптән инде ауыл биләмәләренә сығып күсмә кәңәшмәләр үткәреү ойошторола. Проблемалар тикшерелә, уларҙы хәл итеү юлдары өйрәнелә.
Р.З. Ишбулатов:
– Һуңғы ваҡытта традицион булмаған ислам дине тотоусылар менән проблемалар булды. Уларҙы алыҫтан уҡ күреп, айыра белергә тейешбеҙ. Йәштәрҙе ундай “ауҙан” йолоп ҡалыр өсөн көстәрҙе бергә туплайбыҙ һәм шуға ярашлы саралар күрергә тырышабыҙ. Һәр ауылда ла лидер булырлыҡ йәштәр бар. Йәш быуынға дөрөҫ тәрбиә бирер өсөн тап уларҙы күтәрергә, дәртләндереү саралары күрергә кәрәк.
Н.И. Корнева, Кананикольск ауыл биләмәһе башлығы:
– Ошондай сара үткәргәндәре өсөн бөтә ойоштороусыларға ҙур рәхмәт. Төрлө йүнәлештәр буйынса белемебеҙҙе камиллаштырырға мөмкинлек булды. Ҡайҙа, ниндәй проблема нисек хәл ителә? Ошо һорау буйынса үҙебеҙгә күп кәңәштәр алдыҡ.
Р.И. Сәғәҙәтов, Таулыҡай ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр идарасыһы:
– Бер аҙналыҡ курста ҡануниәттәге үҙгәрештәр, норматив акттар менән танышырға, башҡа райондарҙағы коллегаларыбыҙ менән тәжрибә уртаҡлашырға мөмкинлек булды. Төрлө өлкәләрҙән килгән белгестәрҙең кәңәштәрен, тәҡдимдәрен артабан үҙ эшебеҙҙә ҡулланырға тырышасаҡбыҙ.
И.Х. Ситдыҡов:
– Бөгөн “Түңәрәк өҫтәл”дә  көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде. Проблемаларҙы хәл итеү өсөн беҙ тәү сиратта урындағы етәкселәргә таянабыҙ. Уларҙың бөтә яҡтан да белемле, грамоталы эш итеүе мөһим. Һеҙҙең алда төрлө өлкәләге белгестәр сығыш яһаны, борсоған күп  һорауҙарығыҙға яуап алғанһығыҙҙыр, тип уйлайым. Артабанғы эшегеҙҙә уңыштар теләйем.
 
Лилиә ТАКАЕВА.
Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.