13 апр. 2012 г.

Сәсеүгә әҙерһеңме?

Миҙгелгә әҙерлек яҡшы
 
“Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһе яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлекте яҡшы алып бара. Ҡуянтауҙарҙың техниканы, ауыл хужалығы машиналарын ремонтлауҙы тейешенсә ойоштороуы күптән түгел ошо хужалыҡта һәм “Таналыҡ” АХК-һында үткән район семинар-кәңәшмәһендә лә билдәләнде. 


Предприятие яңы миҙгелгә хәстәрлекте иртә башланы. Иң тәүҙә ремонт оҫтаханаһында кәрәкле шарттар тыуҙырылды: бина йылытылды, механизаторҙар өсөн тейешле эш шарттары булдырылды, ваҡытында запас частарға заказ бирелде. Баш инженер Х.Ә. Буранбаев етәкселегендә техниканы ремонтлау эштәре билдәләнгән графикка ярашлы алып барыла. Уның әйтеүенсә, ремонтсылар үҙҙәренә тапшырылған бурысты теүәл үтәй, ваҡытында техниканы әҙерлек һыҙығына баҫтырыу өсөн бар көсөн һала. Бында ремонт аҙағына яҡынлаша инде.
Баш инженер әйтеүенсә, әле ете МТЗ, ике К-701, бер ДТ-175 һәм бер ДТ-75 тракторы бөгөндән баҫыуға сығырға әҙер. Бер үк ваҡытта бер ДТ-175, бер Т-4 һәм бер К-700 тракторы төҙөкләндерелә, улары ла ошо көндәрҙә ремонттан сығасаҡ.
Сәсеүгә өс СЗС-2,1 сәскесе сығасаҡ, ә бер СЗ-3,6 сәскесе минераль ашлама индереү өсөн файҙаланыласаҡ.Культиваторҙар һәм тырмалар менән дә хәл көйлө. Техниканы яҙғы баҫыу эштәренә хәстәрләүҙә МТМ мөдире Хәйҙәр Дәүләтбирҙин, слесарь Варис Ишбирҙин, иретеп йәбештереүсе Марат Әбдрәшитов, тимерсе Әхмәт Буранбаевтарҙың хеҙмәте ҙур. Водителдәр Альберт Һатыбалов, Владимир Горюнов, Алексей Баскаков һәм Алексей Лукьяновтар автомашиналарын сәсеү миҙгеленә әҙерләү менән әүҙем шөғөлләнә.
Хужалыҡтың ырҙын табағы келәттәрендә орлоҡто таҙартыу дауам итә, уны, әлбиттә, тиҙерәк тамамлау мөһим. Орлоҡ фонды менән проблема юҡ, “саратов-55” бойҙайының элиталыһы ла бар.
Ғөмүмән, “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһендә яуаплы миҙгелде лайыҡлы ҡаршы алыу өсөн булған мөмкинлектәр күрелә, кәрәкле шарттар тыуҙырыла. Ҡуянтауҙарҙың быйылғы яҙғы баҫыу эштәрен дә, һәр ваҡыттағыса, юғары әҙерлек менән ҡаршы алып, алдынғы технологиялар нигеҙендә атҡарып сығырына шикләнмәҫкә мөмкин.
 
Азамат Мөхәмәтшин.
А. Ишназаров фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.