7 дек. 2011 г.

«01» хәбәр итә

Бәлә-ҡазаларға тарымағыҙ!
2011 йылдың башынан район-ҡалала 56 янғын (былтыр – 53) һәм 30 ут сығыу (97) теркәлгән. Уларҙан күргән зыян 2 274 312 һум тәшкил итә. Янғын ваҡытында 5 кеше һәләк булған (уҙған йылда – 2). Биш кеше төрлө кимәлдәге тән йәрәхәттәре алған.
1 ноябрҙә Төркмән ауылында иртәнге 06 сәғәт 30 минутта бер ҡатын күршелә йәшәгән улының йорто яныуын күрә. Ул эскә инергә маташа, тик өйҙө ут ялмап алған була. Күрше-тирә лә уға бер нисек тә ярҙам итә алмай. Янғын һүндереүселәр йорт хужаһының һәләк булыуын билдәләй.
Ошондай уҡ фажиғәле янғын Урғаҙа ауылында ла була. Ут ҡапыл ғына бар йортто ялмап ала. Һөҙөмтәлә, йорт хужаһы һәләк була.
Ике осраҡта ла янғындың сәбәбе – ирҙәрҙең түшәктә тәмәке тартыуы.

Районда ошондай фажиғәле хәл-ваҡиғалар булмаһын өсөн сүп-сарҙы рәшәткәләргә, йортҡа  яҡын һәм уның эсендә яҡмағыҙ, мейестән алған көлдө кәртә-ҡураға һипмәгеҙ, шырпыны балаларҙың ҡулы етмәгән ергә һалығыҙ, тип иҫкәртке килә. Шулай уҡ түшәктә, баҙҙа, ҡыйыҡ эсендә тәмәке тартыу бик тә хәүефле булыуын онотмағыҙ.
Ут сыҡҡан осраҡта “01” һәм кеҫә телефонынан “112” һандарын йыйып, исем-шәрифегеҙҙе, ҡайҙа һәм нимә яныуын әйтегеҙ. Артабан хәлегеҙҙән килгән тиклем утты һүндерә башлағыҙ.
Ут менән һаҡ ҡыланыу ғына һеҙҙе ҙур бәлә-ҡазанан ҡотҡарып ҡаласағын онотмағыҙ.
И. ХӘМИТОВ,
янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү бүлеге дознавателе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.