«Иң гүзәл зат – әсәйебеҙ!» – ти уның хаҡында балалары
Әҙәм балаһы, яҡты донъяға килеп, берәм-берәм ғүмер йомғағын һүткән арауыҡта төрлө яҙмышлы кешеләр менән осраша. Берәүҙәренең тормошо аяныслы һәм ғибрәтле, бәғзеләр иһә башҡалар фәһем алырлыҡ, һоҡланырлыҡ һәм үрнәк булырлыҡ итеп йәшәй. Эйе, һәр кем Хаҡ Тәғәлә ҡушҡан юлды үҙенсә үтә, үҙ һуҡмағын үҙе яра…
Ҡолсора ауылында буй еткергән Рауилә Баҙыҡованың тормошо ла, бер ҡараһаң бик тә ябай, бер ҡараһаң ифрат ҡатмарлы һәм үҙенсәлекле. Күптән инде алыҫта, үткән быуатта тороп ҡалған 70-се йылдарҙа мәктәп тамамлай ул. һабаҡташ әхирәттәренең күбеһе педагогия йә медицина училищеһына имтихан бирә, ә инде Рауилә, атаһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған урмансыһы Шакир ағайҙың тәбиғәтте, ундағы бар тереклекте ихлас яратыуын бәләкәйҙән күңеленә һеңдереп үҫкәнгәлер, Сибай ҡалаһындағы ауыл хужалығы техникумын һайлай. Ҡулына зоотехник дипломы алғас, атаһы бар ғүмерен арнаған Баймаҡ урман хужалығына эшкә килә. Күбәләктәй етеҙ, еңел кәүҙәле, дәртләнеп-ҡанатланып йөрөгән ҡыҙ, шулай итеп, Граф күле эргәһендәге йәнлек үрсетеү фермаһында хеҙмәт юлын башлай. Бик күп йорт ҡуяндары менән бергә нутрия исемле бөтөнләй ят йән эйәләрен тәүләп күреүе булһа ла, бәләкәйҙән мал-тыуар бағып үҫкән Рауилә албырғап ҡалмай, тырышып эшләп китә. “Үҙең тәрбиәләгән хайуандың ҡылығын ғына түгел, телен дә аңлап бөтәһең. Шул тиклем аңлы, һиҙгер, эйәһенең уйын, кәйефен атлауынан, күҙ ҡарашынан тоя, яҡшылыҡты бер ҡасан да онотмай бит ул”, – тип үҙенең тәүге эш көндәрен хикмәтле, мажаралы төш кеүек иҫкә ала хәҙер Рауилә.
Ойоштороу һәләтенә эйә, һүҙгә маһир, мәҙәниәткә ғашиҡ ҡыҙ артабан Баймаҡта мәғариф өлкәһендә, ЗАГС бүлегендә эшләй. Ә инде Рауиләнең район гәзите редакцияһына килеп инеүе 80-се йылдарҙа, бөтә ил тормошонда ҙур, ҡатмарлы үҙгәрештәр барған мәлдә булды. Бейек үксәле туфлиҙәр кейеп, ҡоралайҙай тып-тып баҫып йөрөгән, һинд ҡыҙына оҡшап торған ҡап-ҡара толомло, ҡара ҡашлы һылыуҡай үтә яуаплы ойошмала – Бөтә Союз айыҡлыҡ йәмғиәтенең урындағы филиалында ең һыҙғанып эшкә тотондо. Райкомдың пропаганда бүлеге етәксеһе Хәсән Ишбирҙин, милиция капитаны Земфира Абдрафиҡова, “Октябрь байрағы” район гәзите журналисы Гүзәл Ниғәмәтова менән бер булып халыҡ араһында айыҡ йәшәү рәүешен таратыу, ғаилә һәм бала хоҡуҡтарын яҡлау йәһәтенән әүҙем эш алып барылды. Ауылдарҙа, ҡалала үткәрелгән рейд йомғаҡтары тураһында гәзит биттәрендә асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙәр ойошторолдо. Рауилә Шакир ҡыҙының үҙ ҡулы менән Айыҡлыҡ йәмғиәтенең 1-се һанлы таныҡлығын тапшырыуы ла хәтерҙә. Мәғлүм булыуынса, был таныҡлыҡ эйәһе әле лә иҫән, дин юлына баҫып, айыҡ тормош алып бара, ә таныҡлыҡты ғаилә архивында иҫтәлек итеп һаҡлай.
Яҙмыш Рауиләне тап шул йылдарҙа Баймаҡта тыуып үҫкән Миңлеурал Мөхәмәтйәров менән осраштырҙы. Йәш белгес булараҡ, егет Пермь дәүләт инженер-геодезия университетына уҡырға китергә тейеш ине. Ике йәш йөрәктең мөхәббәте һынау алдына баҫа: айырым йәшәп һағыныу һағышына түҙергәме, әллә буласаҡ ауырлыҡтарҙы бергә күтәрергәме? Һәм улар тәүәккәлләй, ҡулдарының көсө етерлек кәрәк-яраҡты төйнәп юлға сыға. Бөтә ил буйынса дефицит, талон системаһы “сәскә атҡан” мәлдә, һигеҙ йыл буйы дөйөм ятаҡта йәшәп, төрлө милләт халҡы менән дуҫ-туғанға әйләнеп бөтә Урал менән Рауилә. Уҡырға ла, ғаиләне аҫрар өсөн эшләргә лә кәрәк. Эш һайлап наҙланмай улар – урам һепереүсе лә, иҙән йыуыусы ла, ҡарауылсы ла булырға тура килә. Тыуған яҡты, атай-әсәйҙе юҡһыныу хисен эш, белем алыу менән баҫырға, бер-береһен ярты һүҙҙән аңларға, ысын мәғәнәһендә терәк-таяныс булырға өйрәнә ир менән ҡатын.
... 1995 йылда Мөхәмәтйәровтар дипломлы белгестәр булып Баймаҡҡа ҡайта. Тап шул осорҙа Рауилә редакцияға эшкә килде. Ата-әсәһенән күскән тырышлыҡ, уңғанлыҡ та, ниндәйҙер тәбиғи ихласлыҡ та хас уның холҡона. Ярҙамсыл, сабырлы, бик тә итәғәтле булғанға коллегалары уны яратып, хөрмәтләп, “беҙҙең ағинәйебеҙ” тип йөрөттө, ваҡыты еткәс, ололап хаҡлы ялға оҙатты.
Мосолман диненә тоғролоҡ,ҡәрҙәшенә, яҡынына ярҙам ҡулы һуҙыу Баҙыҡовтарҙың быуын-быуынынан күсә килә. Ҡартатаһы Тимербулат Ильясов Ҡөрьәнде ятҡа белһә, әсәһе Зифа апай (урындары ожмахта булһын) биш намаҙын уҡый, дин йолаларын теүәл башҡара. Ояһында ни күрһә, осҡанда ла шул булыр тигәндәй, Рауилә ханым тиҫтә йылға яҡын инде район гәзитендә “Дин һәм иман” тематик битен алып бара. Үҙенең тормош тәжрибәһен, хәл-ваҡиғаларға ҡарашын ислам ҡанундары нигеҙендә уҡыусыға еткереүҙе, уның рухи донъяһын байытыуҙы маҡсат итеп йәшәй. Ә Баймаҡ телевидениеһында ул алып барған “Фатиха” тапшырыуын туғыҙынсы йыл инде баймаҡтар ғына түгел, күршеләге сибайҙар һәм йылайыр-хәйбуллалар ҙа мөғжизә көткәндәй түҙемһеҙләнеп ҡаршы ала.
“Йәшәйешебеҙҙе шул ҡәҙәре йәмһеҙләгән эскелек, аҙғынлыҡ, наркомания элек булманы. Сөнки балалар ололарҙан дини, рухи тәрбиә алып үҫте, районыбыҙҙа ҡасандыр 50-55 мәсет эшләгән. Беҙгә лә тәрбиә эшендә дәррәүлек, ныҡышмалылыҡ кәрәк. Әҙәм балаһы аламалыҡтан, бысраҡтан өҫтөн булып, ғүмеренең һәр мәленән ләззәт табып, тормош һәм тәбиғәт хозурлығын күреп йәшәһен ине”, – тигән теләктә Р.Баҙыҡова. Ошо фекерен изге ғәмәл менән ҡеүәтләп, оҫта ҡуллы Рауилә үҙенең яратҡан баҡсаһында иртә яҙҙан аллы-гөллө сәскәләр, тиҫтәләгән төрлө емеш-еләк үҫтерә. Уңған хужалар ситәндән үреп уйынсыҡтай аласыҡ йә балсыҡтан усаҡ эшләп ҡуйһынмы, ҡоҙок ҡаҙып бура төшөрһөнмө, шыма, тигеҙ таштарҙан баҫҡыс түшәһенме – был эштәрҙең барыһы ла берҙәй ихласлыҡ һәм һөйөү менән башҡарыла. Өйрәк, ҡаҙ бәпкәләренә лә, шаян бесәй балаһына ла, Рекс ҡушаматлы һаҡсыға ла урын етә бында...
Бына шулай әле лә тынғыһыҙ, һаман да йәштәрсә дәртле Рауилә Шакир ҡыҙы. Ошо ожмах ҡосағындай тәбиғәт мөйөшөнә дуҫтарын һәм дин ҡәрҙәштәрен йыйып, аят мәжлестәре үткәрергә ярата ул. Күңелендәге яҡтылыҡты, илаһилыҡты башҡалар менән уртаҡлашып, дәрт, рухи аҙыҡ өләшеп йәшәүҙән үҙенә тормош мәғәнәһе, йәшәү кинәнесе таба. Ҡатынына һәр ваҡыт таяныс, рухташ булған Урал Һибәт улы район-ара хәрби комиссариатта хеҙмәт юлын дауам итә. Һәр төрлө яманлыҡтан, ҡырын эштән бөтөнләй азат булған, тормошҡа бик етди ҡараған улдары Айгиз менән Мөжәүир ҙә үҫеп ир етте.
– Беҙҙең өсөн иң гүзәл зат – әсәйебеҙ, – ти уландары уның хаҡында. Был һүҙгә ғәҙәтенсә яғымлы, ипле йылмайып йәмәғәте Урал да ҡушыла. Ошондай баһаға ысын мәғәнәһендә лайыҡ Рауилә Шакир ҡыҙының килер йылдарҙа ла тирә-йүнгә, яҡташтарына бары тик изгелек орлоҡтары таратып йәшәүен теләге килә.
Лилиә Ғәниева.
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.