Әүҙем хәбәрсе тәбрикләнде
“Башҡортостан” гәзитенең төрлө конкурстар лауреаты Салауат Мөхәмәтшин ошо көндәрҙә Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында гәзит редакцияһы ойошторған Матбуғат байрамында ҡатнашты. “Башҡортостан”ға күп йылдар дауамында әүҙем яҙышҡаны өсөн уға тантаналы шарттарҙа мөхәррирҙең Рәхмәт хаты һәм бүләк тапшырылды.
Белемле юрист
Үткән аҙнала Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Ҙур залында Юристар көнөнә арналған “Юрист-профессионал – 2011” конкурсы еңеүселәрен билдәләү тантанаһы уҙҙы. Өсөнсө йыл үткәрелгән был сарала “Хоҡуҡи көйләү алымдарын юғары кимәлдә ҡулланған өсөн” номинацияһында муниципаль район хакимиәтенең юридик бүлеге начальнигы Зөлфиә Батыр ҡыҙы Бүләкова еңеү яуланы.
Ҡар яуасаҡ
Был аҙнала республиканы сағыштырмаса йылы һауа торошо көтә. “Гисметео” сайты биргән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, төндә нулдән түбән 6-10 градус, көндөҙ – минус икенән алып минус етегә барып етеүе ихтимал. Аҙна дауамында ҡар яуасаҡ.
А. Ишназаров.
Һайлайбыҙ ҙа, ярышабыҙ ҙа
Татлыбай ауыл биләмәһендә һайлауҙар әүҙем барҙы. Был көндө беҙҙә шулай уҡ бай йөкмәткеле саралар ҙа үтте. Йәнйегет мәктәбендә йәштәр, уҡытыусылар һәм һайлаусылар араһында волейбол ярышы ойошторолдо. Шулай уҡ “Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух” исеме аҫтында спорт һөйөүсе ғаиләләр көс һынашты. Унда Вәлиевтар, Хөсәйеновтар еңеү яуланы.
Зилә Әмирова.
Әсәләр көнөнә ҡарата
Яңыраҡ Билал ауылында “Ожмах – әсәләрҙең аяҡ аҫтында” тип аталған сара уҙҙы. Унда ауылдың ҡул эштәре, аш-һыу оҫтаһы булған, гөлдәр, баҡса үҫтергән, шулай уҡ өлгөлө һәм күп балалы әсәләр тәбрикләнде. Һуңынан улар араһында КВН ойошторолдо. Барыһы ла был саранан бик ҡәнәғәт ҡалды.
Р. Булатова,
китапханасы.
Банк автомобиль бүләк итә
21 ноябрҙән Рәсәй ауыл хужалығы банкыһында яңы акция старт алды. Уның сиктәрендә вкладсыларҙың, лотерея уйынында ҡатнашып, автомобиль отоу мөмкинлеге бар.
Лотереяла Рәсәй ауыл хужалығы банкыһындағы ғәмәлдәге вкладтарын тултырған йәиһә яңыһын асҡан (ул кәмендә 5 мең һум булырға тейеш) клиенттар ҡатнаша ала. Бындай акцияны банк тәүге тапҡыр үткәрә. Унда ҡалала йәшәүселәр ҙә, ауылдыҡылар ҙа ҡатнаша.
Лотереяла уйнау өсөн вкладсыларға 21 ноябрҙән 24 декабргә ҡәҙәр банкының берәй бүлексәһендә махсус купон тултырырға кәрәк. Алты тираждың бер еңеүсеһе “Лада Приора” автомобиле һәм аҡсалата приз аласаҡ. Лотереялар ошо йылдың аҙағынаса аҙна һайын уйнатыласаҡ. Тәүге еңеүселәр ҙә бар. Акция тураһында мәғлүмәтте һәм отош үткәреү тураһында банкының рәсми сайтында уҡырға мөмкин.
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.