7 дек. 2011 г.

Мөрәжәғәтнамә

Күҙ уңында –халыҡ мәнфәғәте
Мәғлүм булыуынса, 30 ноябрҙә  Башҡортостан Президенты Р.З. Хәмитов Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. «Халыҡ өсөн эшләргә» тип аталған йыллыҡ программа документында республиканың киләһе йылдағы һәм артабанғы үҫеше өсөн төп йүнәлештәр билдәләнде.

Мөрәжәғәтнамә Рөстәм Зәки улы Президент бурысын үҙ иңенә алған мәлдән иғлан ителгән дәүләт власы органдарының йәмғиәт алдындағы асыҡлығы принциптарын, Башҡортостанды фән ҡаҙаныштарына таянып, яңыса үҫтереү идеяларын дауам итә. Төп иғтибар иҡтисадты үҫтереү, инвестиция йәлеп итеү мәсьәләләренә йүнәлтелә, сөнки был – күп яҡлы социаль сәйәсәтте тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеү нигеҙе. Президент ошо йүнәлештәге башҡарылған эш һөҙөмтәләре тураһында һөйләне, киләһе йылдарға ҙур пландары менән уртаҡлашты. Яҡын киләсәктә иҡтисадыбыҙға тиҫтәләрсә миллиард һум инвестиция йәлеп ителәсәк, меңдәрсә эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Президент проблемалы тармаҡтарҙы ла (бәләкәй эшҡыуарлыҡ, ауыл хужалығы, медицина, эшһеҙлеккә ҡаршы көрәш, ғаиләләрҙе торлаҡ, балалар баҡсалары менән тәьмин итеү, ололарҙың тормошон яҡшыртыу) урап үтмәне, үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Мөрәжәғәтнамә тураһында уй-фекерҙәр:
В.Р. Хисмәтуллин, халыҡты эш менән итеү үҙәге директоры: 
– Минеңсә, Башҡортостан Президенты үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә халыҡты борсоған иң актуаль проблемаларҙы күтәрә. Артабан республикала күпләп яңы эш урындары булдырыласаҡ. Беҙҙең районда был тәңгәлдә эштәр алып барыла. Президент сығышында беҙҙең район биләмәһендә урман эшкәртеү комплексы төҙөү тураһында әйтелә, был үҙ сиратында бихисап эш урындары буласаҡ, тигән һүҙ.
М.И. Ғүмәров, үҙәк ҡала дауаханаһының баш врачы:
– Башҡортостан Президенты Мөрәжәғәтнамәһе – ул артабанғы үҫештең иң мөһим һәм өҫтөнлөклө йүнәлештәре. Республика етәкселеге һәр өлкәгә етди иғтибар бирә, был бойомға ашырылған маҡсаттарҙа сағыла. Мөрәжәғәтнамәнең “Халыҡ өсөн эшләргә” тип аталыуы юҡҡа түгел, сығыштан халыҡтың йәшәйешен яҡшыртыу өсөн нимәләр эшләнгән, эшләнәсәк икәне асыҡ күренә. Иң мөһиме – ябай кешеләрҙең тормош кимәлен күтәреү буйынса ҙур эштәр башҡарыласаҡ. Тағы шул фактты ла әйтеп үтергә кәрәк: йылдан ашыу элек һайланған үҫеш стратегияһы бөгөн үҙенең тәүге һөҙөмтәләрен бирҙе лә инде.
М.Ш. Кәйекбирҙин, Баймаҡ телевидениеһы директоры:
– Башҡортостан Президентының Мөрәжәғәтнамәһендә республиканың артабанғы үҫешен тәьмин итеү буйынса аныҡ, ыңғай һөҙөмтә бирерлек ысулдар күрһәтелә, ғәмәлдәге проекттар тураһында һүҙ бара. Бында һәр һүҙ, һәр фекер халыҡтың тормошон яҡшыртыуға ҡағылышлы. Яңы предприятиелар төҙөү, эшһеҙлекте кәметеү, эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтеү буйынса етди бурыстар ҡуйылды. Властың ябай халыҡ мәнфәғәттәрен хәстәрләүе һөҙөмтәле буласаҡ. Документта һәр бурыс аныҡ билдәләнгән, башҡарылған хеҙмәттең күләменә иҫ китерлек. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә республика етәкселеге тарафынан бихисап мәсьәлә ыңғай хәл ителгән. Киләсәктә тормошҡа ашырыласаҡ проекттар ҙа ҙур һөҙөмтә бирер, республиканы үҫештең юғары баҫҡысына күтәрер, кешеләрҙең көнкүрешен шаҡтай яҡшыртыр, тип  ышанам.
Сәлимә Кейекбирҙина әҙерләне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.