Һайлауҙар ойошҡанлы үтте
4 декабрҙә Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылыш Дәүләт Думаһына депутаттар һайланды. Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса республика халҡының 79,3 проценты үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәгән.
Барлыҡ территориаль һайлау комиссиялары протоколдарын тулыһынса эшкәрткәндән һуң Дәүләт Думаһына һайлауҙар һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостанда 70,5 процент тауыш йыйып “Берҙәм Рәсәй” партияһы тәүге урында, икенселә – 15,65 процент тауыш йыйған КПРФ. Артабан “Ғәҙел Рәсәй” (5,45%), ЛДПР (5,20%), “Яблоко” (1,25%), “Рәсәй патриоттары” (0,54%), “Правое дело” (0,39%) сәйәси партиялары килә. Шулай итеп, ете процентлыҡ барьерҙы ике партия – “Берҙәм Рәсәй” һәм КПРФ үтте.
Беҙҙең ҡала һәм ауылдарҙа ла һайлауҙы ойоштороусылар был сәйәси кампанияны үҙенсәлекле бер байрамға әйләндереү өсөн ҙур көс һалды. Барлыҡ һайлау участкаларында ла төрлө күңел асыу саралары, спорт ярыштары ойошторолдо.
Район буйынса “Берҙәм Рәсәй” партияһы 34187 (93,05%) тауыш йыйып, еңеү яуланы. КПРФ-ҡа 1644 (4,47%) кеше, “Ғәҙел Рәсәй”гә – 345 (0,94%), ЛДПР-ға – 244 (0,66%), “Яблоко” партияһына – 72 (0,20 %), “Рәсәй патриоттары”на – 59 (0,16%) , “Правое дело” партияһына 38 (0,10%) кеше өҫтөнлөк биргән.
Ҡаланың 3-сө мәктәбендә урынлашҡан 999-сы һайлау участкаһы райондың иң ҙур һайлау участкаһы һанала. Исемлек буйынса бөтәһе 2670 һайлаусы иҫәпләнә. Был участкала РФ Федераль Йыйылыш Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау ойошҡанлы һәм тыныс шарттарҙа үтте.
Һайлауға иң тәүгеләрҙән булып үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәргә Шәмсиниса Мәхмүтова һәм Рәйсә Сырлыбаева килде. 1925 йылғы Гөльямал Маликова ла үҙе килеп, гражданлыҡ позицияһын күрһәтте. Уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр һайлауҙа ҡатнашыусыларға – улар был участкала 47 кеше ине – дипломдар бирелде. Һайлау барышында мәктәп уҡыусылары көсө менән әҙерләнгән концерт ҡуйылды.
Участка һайлау комиссияһы секретары Вәсилә Иҙрисова әйтеүенсә, участкаға килә алмаусы граждандар өсөн уларҙың өйҙәрендә тауыш биреү ойошторолдо. Был хаҡта 67 кеше участка һайлау комиссияһына алдан ғариза биргән булған.
Ҡаланың 1-се мәктәбендә урынлашҡан 1005-се һайлау участкаһы, һәр ваҡыттағыса, кампанияға алдан уҡ етди әҙерлек эштәре алып барҙы һәм уны бик ойошҡанлы атҡарып сыҡты. Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау был юлы ла ысын байрам төҫөн алды һәм ошо һайлау участкаһына ингән урамдар халҡы уларҙа бик әүҙем ҡатнашты. Бөтәһе 2356 һайлаусының 2039-ы ул көндө үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәне.
Участка рәйесе И.Х. Байымов, уның урынбаҫары С.А. Хәмитов һайлауға иң беренсе килгән 3 кешегә бүләк һәм был кампанияла иң тәүләп ҡатнашҡан 38 йәш йөрәккә иҫтәлекле хаттар тапшырҙы. Иң өлкән һайлаусы булып Зәкир Ишморатов теркәлде – уҙаманға 85 йәш. Тауыш биреүҙә ҡатнаша алмаусы оло йәштәгеләргә өйҙәрендә һайлау өсөн 3 маршрут булдырылғайны. Әйткәндәй, ул көндө әрме сафына юлланған Роман Туленков атлы егет һайлау участкаһына килеп, гражданлыҡ бурысын үтәргә лә ваҡыт тапты.
Төшкө сәғәт 3-кә электораттың 1275-е, киске сәғәт 7-гә 1906-һы үҙ партияһы өсөн тауыш биргәйне инде. Дөйөм алғанда, һайлау бик ойошҡанлы үтте, хоҡуҡ боҙоуҙар булманы, комиссия бик әүҙем эшләне. Иң күп тауышты “Берҙәм Рәсәй” партияһы йыйҙы – һайлаусыларҙың 93,5 проценты уны яҡлап сыҡты. КПРФ 5 процент тауыш йыйҙы. Башҡа партиялар уларҙан күпкә артта ҡалды.
Һайлау көнөндә 1-се мәктәп коллективы төрлө саралар ойошторҙо. Уҡыусыларҙың көсө менән 2,5 сәғәт буйы ҙур концерт күрһәтелде, урам командалары араһында өҫтәл теннисы, волейбол буйынса ярыштар үтте, сауҙа эшләне.
С. Кейекбирҙина,
А. Мөхәмәтшин.
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.