Премьер-министр – Баймаҡта
Хөкүмәт рәйесе райондағы эштәрҙе юғары баһаланы
Үткән аҙна аҙағында Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры А.Ф. Илембәтов эш визиты менән республиканың көньяҡ-көнсығыш төбәгенә сәфәр яһаны. 3 декабрҙә ул беҙҙең районда булып, уның социаль-иҡтисади үҫеше менән танышты, ҡала һәм район предприятиеларының эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһынды. Премьерҙы ҡала һәм район буйлап район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов оҙатып йөрөнө.
Азамат Фәттәх улы тәүҙә “Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-һының эшмәкәрлеге менән танышты. Предприятие директоры Р.Р. Сырлыбаев Премьер-министрға ПВХ-нан пластик тәҙрәләр, витраждар, ишектәр эшләү буйынса цехты, башҡа махсуслаштырылған подразделениеларҙы күрһәтте. Төҙөлөш ойошмаһы иҡтисадтың башҡа өлкәләрендә лә үҙен һынап ҡарай. Үҫемлекселек һәм йылҡысылыҡ тармаҡтары буйынса махсуслашҡан “Толпар” ЯСЙ-һы – бының асыҡ миҫалы. Ул быйыл иген етештереү буйынса районда еңеүсе булып танылды, ә ҡымыҙсылыҡ тармағы күптән инде танылыу яулаған.
Шул уҡ ваҡытта предприятие агротуризмды яулау йүнәлешендә тәүге аҙымдар яһаны һәм улар бик ышаныслы. ПМК-ның Талҡаҫ күле буйындағы “Ирәндек” тау саңғыһы турбазаһы бөгөн районда ғына түгел, ә бар төбәктә ҙур популярлыҡ яуланы. Был тармаҡтарҙың барыһын да уңышлы үҫтереү менән бер рәттән, мехколонна миҙгелле осорҙа 400-500 самаһы кешене эш менән тәьмин итә. Йылдан-йыл үҙенең производство ҡеүәттәрен арттыра һәм алдынғы технологияларҙы уңышлы тормошҡа ашыра барған предприятиеның эшмәкәрлегенә Хөкүмәт башлығы һоҡланыуын йәшермәне. “Бындай ҡеүәттәргә эйә булған һәм төрлө йүнәлештәрҙә табышлы эшләгән предприятиелар республикала ла бик һирәк һәм ПМК-ның эше маҡтауға лайыҡ, – тип билдәләне Азамат Фәттәх улы, – һеҙҙең төбәктәге объекттарҙы төҙөүгә тап ошо ойошманы йәлеп итергә кәрәк”.
Баймаҡта А.Ф. Илембәтов “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында һәм йөҙөү бассейнында булды, Йолалы, Горький, Азанов һәм башҡа урамдарға газ үткәреү барышы менән ҡыҙыҡһынды. Премьер “Көньяҡ” биҫтәһенең инженер коммуникацияларын төҙөүгә, яңыраҡ бүленгән финанс сараларынан тыш, тағы ла 50 млн һум аҡса бүлергә вәғәҙә итте.
Артабан Хөкүмәт башлығы Ҡуянтау ауылына барҙы. Унда ул “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһендә мал ҡышлатыу барышы менән танышты, райондың ғорурлығы – спорт йылҡысылығы комплексын ҡараны. Азамат Фәттәх улы “Аҡъял” ипподромын артабан үҫтереүҙә, ат спорты клубын төҙөүҙә ярҙам буласағын вәғәҙәләне. Ауылда яңы проект менән төҙөләсәк мәктәп һәм ҡатлы йорттарҙағы фатирҙарҙы газ яғыулығына күсереү мәсьәләләре лә уның иғтибарынан ситтә ҡалманы.
Премьер-министр “Граф күле” турбазаһында ла булып, уны артабан үҫтереү пландары менән ҡыҙыҡһынды.
2011 – 2015 йылдарҙа төбәкте иҡтисади үҫтереүҙең уртаса сроклы комплекслы программаһын тормошҡа ашырыу, Хөкүмәт кимәлендә төбәктең ауыл хужалығын үҫтереү программаһын булдырыу, “Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” ААЙ-һының эшмәкәрлеге һәм уны үҫтереү юлдары, ҡалалағы ит эшкәртеү комбинатының тәүге аҙымдары, Ниғәмәттәге яңы клуб төҙөлөшө һәм Темәстә һөт эшкәртеү заводы төҙөү, ҡалала яңы балалар баҡсаһы булдырыу – был мәсьәләләрҙең һәм тормошҡа ашырылыусы яңы проекттарҙың барыһы ла Премьер-министр иғтибарынан ситтә ҡалманы, улар ентекле өйрәнелде һәм тейешле баһа бирелде. “Баймаҡ районы һуңғы осорҙа алға етди аҙымдар яһай, – тип билдәләне А.Ф. Илембәтов. – Күп позициялар буйынса артта ҡалған төбәктең бөгөн яңы дәүергә аяҡ баҫыуы, яңы проекттарҙың уңышлы тормошҡа ашырылыуы ҡыуаныслы. Беҙ бында алдынғы ҡарашлы етәксе И.Х. Ситдыҡовҡа ҙур өмөт бағлайбыҙ һәм уның районды яңы кимәлгә күтәреү өсөн барыһын да эшләренә шикләнмәйбеҙ».
Азамат Мөхәмәтшин.
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.