«Быйыл уңыш мул булды»
Эшҡыуар Илнур Ямалетдинов Баймаҡ һәм Йылайыр халҡын йәшелсә менән тәьмин итте
Әбделкәрим ауылында тиҫтә йылға яҡын йәшелсәселек менән уңышлы шөғөлләнгән, ул төбәктә генә түгел, ә районда иң уңған эшҡыуарҙарҙың береһе булып танылған Илнур Ямалетдиновты бөгөн яҡшы беләләр.
Бынан 9 йыл элек пай ере алып, үҙ эшен асып ебәргән Илнур Нурбулат улы бөгөн кәбеҫтә, картуф, кишер, сөгөлдөр, теплицала помидор, ҡыяр үҫтерә, игенселеккә лә йөҙ борған. Тәүге аҙымдарын нисек яһауын бына шулай тип хәтерләй
:
– Үҙ эшемде 5,8 гектар пай ере алып асып ебәрҙем. Тәүге ике йылда 1-2 гектарҙа картуф сәстем. Атайым Нурбулат Ғәйнетдин улы ғүмере буйы Әбделкәрим бүлексәһендә агроном, әсәйем Йәнбикә Хәмит ҡыҙы һауынсы булып эшләне. Уларҙың ярҙамы ҙур булды, әле лә яҡындарымдың, ғаиләмдең, миҙгелле эштәрҙә ауылдаштарымдың ярҙамын тоям. Барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт уларға!
Картуф орлоғо табыу башта бик ауыр булды – шулай ҙа был проблеманы ла йырып сыға алдыҡ. Ярайһы уңыш йыйып алып, күмәртәләп һатып ебәрҙем. Әкренләп ДТ-75 тракторы, сәскес, картуф ҡаҙғыс һәм рәт араһын эшкәртеү агрегаты һатып алдыҡ. Эш шулай итеп алға китте, яйлап тәжрибә тупланды. Кәбеҫтә үҫтереүгә тотондом. 2008 йылда инде 30 сутый ерҙә теплица эшләп ултырттыҡ.
– Быйылғы йыл үҙенең уңышы менән ҡыуандырҙымы? Йәшелсәселек тармағы үҙен аҡлаймы?
– 4 гектарҙа кәбеҫтә, 2 гектарҙа картуф, шулай уҡ кишер, сөгөлдөр сәселде, теплицала помидор һәм ҡыяр үҫтерҙек, 80 гектар ерҙе иген культуралары биләне. Ауыл янындағы 106 гектарҙағы культуралы көтөүлекте арендаға алдым.
Әлбиттә, быйыл йәшелсә уңды. Кәбеҫтәне генә лә 80 тонна йыйып алдым. Бойҙайҙан (гектар ҡеүәте 11 центнер тәшкил итте) – 75 тонна, помидор менән ҡыярҙан 6 тонна уңыш алдым.
Әммә шуныһы кәйефте ҡыра: быйыл йәшелсәгә һатып алыу хаҡтары бик түбән булды. Былтыр, мәҫәлән, йәшелсә әҙерәк, уның ҡарауы, уға хаҡтар юғары булды. Тармаҡтан яҡшы килем килде, ә быйыл артыҡ файҙа юҡ.
– Ниндәй проблемалар һеҙҙең кеүек эшҡыуарҙарға етди кәртә булып тора?
– Яҡында ҙур ҡалаларҙың, күмәртәләп һатыу келәттәренең булмауы, эшкәртеү производстволарының юҡлығы арҡаһында үҫтерелгән йәшелсәне һатыу бик ауырға төшә. Киләсәктә ошо мәсьәлә ыңғай хәл ителһә, беҙҙең кеүек эшҡыуарҙарға еңелгә тура килер ине. Һәр хәлдә, райондың яңы етәкселегенә өмөт бик ҙур.
Әйтергә кәрәк, Илнур Нурбулат улы бер нисә тапҡыр район күләмендә “Йыл эшҡыуары-фермеры” булып танылды. Быйыл уңған эшҡыуар күптән түгел Баймаҡта үткән Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылышта “Райондың агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн” Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Шуныһы үҙенсәлекле, Илнур Баймаҡ, Сибай ҡалаларында, Йылайыр районында үткән ауыл хужалығы йәрминкәләрендә әүҙем ҡатнашып, халыҡты сифатлы һәм арзан продукцияһы менән тәьмин итте.
Илнур Ямалетдинов – өлгөлө, ҙур ғаилә башлығы ла. Кәләше Айгөл Йәнтимер ҡыҙы менән (ул әле декрет ялында) 3 ул һәм бер ҡыҙға ғүмер биргәндәр. Өлкәндәре Айгүзәлгә – 13, иң кеселәре Айназға ни бары 4 ай ғына.
Төп шөғөлдәрен уңышлы ойоштороуҙан тыш, ғаилә шәхси хужалығын үҫтерергә, тиҫтәгә яҡын һыйыр малын бағырға ла, ҡош-ҡорт үрсетергә лә, матур итеп ял итергә лә ваҡыт таба. Ямалетдиновтар ғаиләһенә ҡарап “Бындай парҙар һәр ауылда ла күберәк булһын!” тип әйтке килә...
Азамат Мөхәмәтшин.
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.