9 дек. 2011 г.

Проблема күтәрәбеҙ

«Әсәй! Әсәлек капиталына алынған өйөбөҙ ҡайҙа?» 
«Бер ҡыйырсыҡ икмәк булһасы!..»
Ҡышҡы һыуыҡ көн. Асыҡ ишектән ҡурҡыныс аждаһалай булып ингән ап-аҡ туңдырғыс боҫҡа түҙмәй кескәй өс ҡыҙсыҡ ултырғыс башына менеп торҙо. “Өлкәне” – биш йәшлек апай бәләкәй туғандарын: “Хәҙер тәҙрәнән генә ҡарап торһаҡ, әсәйебеҙ тиҙ ҡайтып етә”, – тип йыуатҡан булды. Береһе – 2007, икенсеһе 2009 йылғы ғына булған балаларҙың уға яуап өндәшергә лә хәле юҡ. Һыуһаған-асыҡҡан балалар илауҙың да файҙаһы булмауын күптән яҡшы аңлай. Табалағы “ризыҡты” тағы ла ашап маташтылар. Юҡ, сейле-бешле, тәмһеҙ, ҡатып бөткән бутҡа булырға тейешле ашты кескәйҙәр ашай алмай шул. Шулай ҙа үҙәкте өҙөп алып барған аслыҡтан бер-ике ҡалаҡ йотҡан булдылар. Ә тамам хәлһеҙләнгән ике йәшлек ҡыҙыҡайҙың тамағынан сей тары үтмәне. Их, исмаһам, бер ҡыйырсыҡ ҡына икмәк булһа! Ҡыҙҙар биҙрәләге боҙҙо алып кимерҙе. Ә әсәй һаман юҡ та юҡ.
Өс баланың тәҙрәнән ҡапланып ҡарап тороуын күреп ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары тиҙ арала был йортҡа йыйылды. Өшөп бөткән ҡыҙҙарҙы йылытыу өсөн мейескә яғырға утын юҡ. Балаларҙың өҫтөндәге кейем бик насар, хатта ҡыҙ бала булһалар ҙа, майка-трусиктың нимә икәнен дә белмәйҙәр.
Аҡса... елгә осҡан!
1984 йылғы әсәнең эсергә әүәҫ булыуын белгән ҡатындар уны эҙләй башлай. Иң аяныслыһы, ошо уҡ ауылда балаларҙың өләсәһе йәшәй, тик ул ейәнсәрҙәренең генә түгел, ә үҙ балаларының яҙмышына ла битараф. Тиҙҙән йәш ҡатындың әсәлек капиталының аҡсаһын алып, ҡалаға «теттерергә» сығып китеүе асыҡлана.
Биш көн ҡайтмаған кәкүк әсәне көтөүҙән фәтүә юҡлығын аңлап, ҡатын-ҡыҙҙар советы был ғибрәтле хәл тураһында балаларҙы ҡурсыу һәм опекаға алыу бүлегенә, участка полицейскийына хәбәр итә. Кескәйҙәрҙе Сибай ҡалаһындағы социаль приютҡа алып китәләр. Приют хеҙмәткәрҙәре ҙур күҙле, сәстәре тулҡынланып торған ҡыҙҙарға ҡарап: “Йә, Хоҙай, ошондай матурҡайҙарҙы ла ташлағас!” – тип ҡуя.
Йыуындырып, матур кейемдәр кейҙерелгән ҡыҙҙарҙың тамағын туйҙырғас, улар рәхәтләнеп уйнай башлай, йөҙҙәренә нур йүгерә. Эйе, кескәйҙәребеҙҙең бәхете өсөн күп кәрәк түгел шул.
“Гастролдәренән” йөрөп ҡайтҡан әсә ҡыҙҙарҙың өйҙә булмауын белгәс, уларҙың ҡайҙалығын асыҡлай һәм кескәйҙәрен өшөүҙән, асығыуҙан йәки башҡа фажиғәле хәлдән ҡотҡарып ҡалған ҡатындарҙы... әрләй, ғәйепләй башлай. Уға ошо көнгә тиклем ейәнсәрҙәренең килеп хәлен дә белмәгән өләсәй ҙә ҡушыла. Әсәлек капиталы ла елгә осҡан булып сыға. Ҡатын әйтеүенсә, аҡсаны уның бер туған кейәүе тартып алған. Ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары: “Ә ни өсөн һин полицияға хәбәр итмәйһең? Улар аҡсаңды кире алып бирер”, – тиеүенә “Юҡ, ул былай ҙа ҡайтарасаҡ”, – ти.
Хәҙерге ваҡытта ошо ҡатын ҡылған ҡылыҡтары өсөн оялышынан нимә эшләргә белмәй, тип уйлайһығыҙмы? Яңылышаһығыҙ, ул балаларҙы үҙенә ҡайтарыуҙы... талап итә. Ҡышҡыһын балаларҙы бер нисә көнгә һыуыҡ өйҙә, аҙыҡһыҙ ҡалдырып китеү енәйәт түгел, тип уйлай ул. Уның фекеренсә, барыһында ла хәлһеҙләнгән кескәйҙәрҙе ҡотҡарып ҡалған ҡатындар ғәйепле. Хәҙерге ваҡытта ҡатын Баймаҡ ҡалаһында торлаҡ табып, ҡыҙсыҡтар менән шунда йәшәмәксе икән. Әлбиттә, ҡалала уға эҙ юғалтыу, аҙна һайын тикшереп торған ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаларынан ҡасыуы еңел буласаҡ. Фатирға бикләнгән кескәйҙәр тураһында кем белә? Йәш ҡатынға бында бер кем дә эсергә лә, үҙе яратҡан тормошто алып барырға ла ҡамасаулай алмаясаҡ.  
Риэлторға сират янамай
Әсәлек капиталын ҡатын нимә өсөн һәм нисек алған һуң? Хөкүмәт тарафынан ошо сертификатҡа лайыҡ булған ҡатындар, уны алыуы ни тиклем ауыр, мәшәҡәтле, оҙаҡ ваҡытты талап итеүен яҡшы белә. Сөнки Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәре һине тулыһынса тикшерә, үҙеңде лә, документтарыңды ла энә күҙәүенән үткәрә. Әсәлек капиталы ниндәй маҡсатта алына, ҡайҙа ебәрелә – барыһы ла ҡарала.
Ошо аҡсаға рәхәтләнеп типтереп йөрөгән ҡатын нисек әсәлек капиталын аҡсаға алмаштырған һуң? Бик еңел – риэлтор аша. Иғтибар итһәгеҙ, бәләкәй генә ҡалабыҙҙа риэлторҙар бик күбәйҙе. Яңыраҡ теркәү палатаһынан әлһерәп сығып килгән таныш апайҙы осраттым. “Бер ҡағыҙ өсөн, ышанаһыңмы – юҡмы, өс аҙна йөрөнөм. Бөгөн инеп ҡултамғамды ҡуйып, бер минут эсендә алып сыҡтым. Шуның өсөн күпме ваҡыт ыҙалаттылар. Хатта “Һәнәк” журналына “203-сө кабинет төбөндәге уйланыуҙар” тигән фельетон яҙып ебәрәйемме тип уйлайым. Анау, риэлтор тигән нәмәләр инеп ултырып ала ла, ике-өс сәғәт буйы сыҡмайҙар. Баҡһаң, кешеләрҙән документтар йыйып алып, әсәлек капиталының документтарын үткәрәләр. Ә беҙ, ябай кешеләр, кабинет төбөндә ултырабыҙ. Бер кеше инеп киткәс, тиҙ була тип уйлайһың, ә ул риэлтор булып сыға. Улар теркәү палатаһы кешеләре менән дә таныш, бер-бер артлы сиратһыҙ инеп, кабинетҡа йәйелешеп ултырып алалар. Бөгөн ошо кабинет төбөндә ултыра торғас, сираттағы кешеләр үҙ-ара талашып киттек. Хәҙер уңайһыҙ. Бына бит улар беҙҙе ниндәй хәлгә еткерә! Шул риэлторҙар өсөн айырым ҡабул итеү көнө эшләһәләр була бит инде. Әллә кешеләрҙе үлемесле итеп талаштырыуҙан йәм табалармы икән?” – тип ҡайғы-хәсрәттәре менән уртаҡлашты ул.
Ысынлап та, әсәлек капиталын аҡсаға алмаштырыуҙы еңел кәсепкә әүерелдергән риэлторҙар бар ерҙә сиратһыҙ үтә, үҙҙәренә түләнгән 60-120 мең һумды тулыһынса аҡлай. Балаларын ташлап, юҡҡа сыҡҡан ҡатындың да “өй һатып алыуы” асыҡланды. Йорт Баймаҡта урынлашҡан, унда йәшәгән кешеләр бер ҡайҙа ла күсенергә йыйынмай.
Эйе, әсәлек капиталына сертификат тапшырыу хәүефле социаль төркөмгә ингән ҡатындарҙың бала табыуына килтерҙе. Дауаханаға иҫерек килеш килтерелеп, үҙенең сабыйға ғүмер биргәнен белмәй ҙә ҡалған “әсәләр” ниндәй тәрбиә бирә ала? Уларҙың күбеһе риэлторҙарға йөҙ мең һумын йәлләмәй биреп, ҡалған аҡсаһын кәйеф-сафа ҡороуға тотона. Хөкүмәттең ишле ғаиләләргә ярҙам итергә теләк белдереүе бынан ошондай алама күренештәрҙе лә барлыҡҡа килтерҙе.
Әсәләре ҡаланан ҡайтҡансы үлемесле була яҙған матур ҡыҙсыҡтарҙың яҙмышы әлегә хәл ителмәгән. Беҙҙең районда был бер генә осраҡ булмауы күңелде бигерәк тә әрнетә. Әсәлек капиталы бирелгән саҡта, Әсәй булырға теләгән өсөн генә түгел, ә аҡса алыу өсөн бала табыусылар ҙа буласаҡ. Ошо сертификатты аҡса итәм тип бер-береһенең өйөн “һатып алып” күпме туған, күрше-тирә талашты, талаша?! Былар хаҡында беҙ барыбыҙ ҙа яҡшы беләбеҙ, тик өндәшмәйбеҙ генә. Тик беҙҙең өнһөҙлөгөбөҙ арҡаһында ас-яланғас, кәрәкһеҙ, артыҡ балалар ғына артыуын аңламайбыҙ...
Һуңғы һүҙ урынына
Мәҡәләлә хәл-ваҡиға ниндәй ауылда барыуын, изге эш башҡарып йөрөгән ҡатындарҙың исем-шәрифтәрен күрһәтмәнек. Сөнки бөгөн уларға балаларҙы ҡотҡарған өсөн күп алама һүҙҙәр, әшәкелектәр ишетергә тура килә. Шулай ҙа әсәләре ташлап киткән сабыйҙарға, ҡараңғы төндә бер ҡотолоу нуры булып барып инеп, ашатҡан, ғәзиз булырға тейешле кешеләренең ҡаты бәғерлегенән өшөгән кескәй йөрәктәрен йылытҡан, мәрхәмәтле һәм миһырбанлы был апайҙар алдында баш эйге килә.  

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.  

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.