9 дек. 2011 г.

Яҙмыш

«Мин һине ҡиәмәтлек ҡыҙ итеп алам...»

Халҡыбыҙҙың борон-борондан һаҡланып килгән матур йолалары, ғөрөф-ғәҙҙәттәре бихисап. Уларҙың быуындан-быуынға тапшырылып, беҙҙе тәрбиәләүе, рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлауы әһәмиәтле. Шундай матур йолаларҙың береһе ул – ҡиәмәтлек ҡыҙ, ул ҡабул итеү. Байым ауылында йәшәгән Зөлфиә Рахманғолова һәм уның ҡиәмәтлек әсәһе Раҡия инәй Арыҫланова менән осрашыу күңелемдә мәңгелек эҙ ҡалдырҙы.
Раҡия инәй – 8 балаға ғүмер биргән бәхетле әсә. Арыҫлановтарҙы ауыр ҡайғыға һалып бер ҡыҙҙары вафат була. Йылдар үткәс, ауылдарына килен булып төшкән йәш уҡытыусы ҡыҙҙы күреп Раҡия инәй терт итеп ҡала. “Шул тиклем минең ҡыҙыма оҡшаған ине. Хатта танауҙарына тиклем”, – тип йылмайып хәтерләй инәй. Зөлфиә апайҙан ғүмерендәге иҫтәлекле, хәл иткес ваҡиға менән уртаҡлашыуын үтендем.   
“1979 йыл тамамланып, 80-се йыл башлана торған декабрҙең һуңғы көнө. Беҙҙе ошо көндө туйға саҡырҙылар. Минең Байымға килен булып төшкәнемә алты йыл. Ике ҡыҙым бар. Миңә – 26, иптәшемә 28 йәш. Туйҙа шул тиклем кеше күп. Туған-тыумаса, күрше-күлән, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар – береһе лә ҡалмаған.
Беҙ йәштәрҙе ҡотлағандан һуң, Раҡия апай миңә: “Ҡыҙым, һин кем булаһың әле? Беҙ быйыл көҙ генә Ҡуяндар ауылынан күсеп килдек. Һине күреп йөрөйөм, бик итәғәтле, аҡыллы бала күренәһең. Ҡайһы яҡтан килдең, ата-әсәйең кем?” – тип өндәште.
Мин бер аҙ үҙем менән таныштырҙым. Ата-әсәйем мәрхүм булыуын әйттем. Шул саҡ Раҡия апай: “Мин һине үҙемә ҡиәмәтлек ҡыҙ итеп алһам, риза булырһыңмы?” – тип һораны.
Мин бер аҙ аптырап ҡалдым. “Ҡыҙым, риза бул, ҡатнашып йәшәрбеҙ. Минең ҡыҙҙарым алтау ине. Әнисәм үлеп ҡалды. Мин һине шул балама оҡшатам. Башҡа ҡыҙҙарым алыҫта йәшәй”, – тине.
Туйҙа ултырған ҡунаҡтар: “Зөлфиә, риза бул, Раҡия апай яҡшы кеше”, – тип өгөтләне. Мин ризалыҡ бирҙем.
23 февраль байрамына Раҡия апай беҙҙе, үҙенең туғандарын, шаһит итеп мәктәп директоры Разия Вәдүт ҡыҙы Ирназарованы ла саҡырҙы.
Ҡыҙым, кейәүем тип күлдәк кейҙерҙе, башҡаларға ла бүләктәр таратты. 8 Март байрамына Раҡия апайҙа ҡунаҡта булғандарҙы мин саҡырҙым һәм ризалыҡ билдәһе тип бүләктәр бирҙем.
Шул көндән алып 31 йыл әсәле-ҡыҙлы булып йәшәйбеҙ. Былтыр бар балалары йыйылған табында әсәйем: “Ошо балама ғына мал бирмәнем”, – тип миңә бер башмаҡ бирҙе. “Әсәйеңдән иҫтәлек итеп тот”, – тине ул.
Балалар бәләкәй булғанда, әсәйҙәргә ҡалдырып китә инек. Әсәйемдең башҡа балалары һәр саҡ “апай” тип өҙөлөп тора, бүләген дә, күстәнәсен дә тотоп киләләр, бер туйҙан да ҡалдырмайҙар. Һуғым аштарын бергә ашайбыҙ, һәр байрамда бергәбеҙ.
Ҡайғымды ла, шатлығымды ла уртаҡлашырлыҡ, аҡыл-кәңәштәрен биреүсе Кеше менән осраштырҙы мине яҙмыш. Әсәй, тип әйтә алыуым менән бәхетлемен”.
Эйе, күмәк бала тәрбиәләп үҫтереп тә, тағы берәүһен сит тип тормай йөрәгенә баҫҡан, уны ишле ғаиләгә алып, оло бәхет бүләк иткән Әсә – Раҡия инәй алдында, уның лайыҡлы, хәстәрлекле, изге күңелле балаһы – Зөлфиә апай алдында баш эйге килә. Ошондай кешеләр бар саҡта беҙҙең илебеҙҙә ғаилә бәҫе һәм ҡото тағы ла артыр.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.