Халыҡ файҙаһына тотонола
Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.З. Хәмитовтың “Халыҡ өсөн эшләйбеҙ” тигән һүҙе республикала бар йәһәттән дә тормошҡа ашырылып, аныҡ эштәр менән нығытыла бара. Урындағы проблемаларҙы хәл итеү маҡсатында муниципалитеттар, ауыл биләмәләре финанс ресурстары менән тәьмин ителә. Улар юл, транспорт, төҙөкләндереү, урамдарҙы яҡтыртыу, һыу, газ тәьминәте буйынса тотонолорға тейеш. Ә беҙҙең район ауыл биләмәләренә бирелгән маҡсатлы аҡса ҡайҙа, нисек тотонола? Ниндәй проблемалар хәл ителгән? Был һорауҙарға яуап эҙләп ауыл биләмәләре башлыҡтарына мөрәжәғәт иттек.
Беренсе Этҡолдағы зыяраттың ҡоймалары яңыртыласаҡ. Шулай уҡ Ҡышлауыр һәм Ғәҙелбай ауылындағы Батҡаҡлы йылғалары аша һалынған күперҙәр төҙөкләндереләсәк. Был ике ауылдағы обелискылар тәртипкә килтереләсәк. Әлеге ваҡытта Шүлкә ауылындағы ҡый түгеү урынына документтар әҙерләнә. Ҡышҡы осорҙа юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу өсөн яғыулыҡ-майлау материалдары ла туплап ҡуйҙыҡ.
Р.Хәмитов Мораҡта үткән кәңәшмәлә ауыл биләмәләренә финанс ярҙам һәр квартал һайын буласаҡ, тип белдергәйне. Шуға күрә беҙ киләһе траншты өс ауылда ла урамдарҙы яҡтыртыу өсөн йүнәлтербеҙ, тип уйлайбыҙ.
Һанап үткән проблемаларҙы Хөкүмәтебеҙҙең ошондай ярҙамынан тыш нисек атҡарып сығыр инек? Республика етәкселегенең халыҡ өсөн эшләгәне тағы бер тапҡыр иҫбатланды. Бынан тыш республикала төрлө социаль программалар ҙа эшләп килә. Әле беҙгә “Таҙа һыу” программаһы буйынса 900 мең һум аҡса бүленде. Уны Беренсе Этҡол ауылында һыу селтәре төҙөү, колонкалар ултыртыу өсөн документтар әҙерләүгә тотонасаҡбыҙ.
С.Х. Шәғәлин, Йылайыр ауыл биләмәһе башлығы: Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.З. Хәмитов инициативаһы менән күрһәтелгән бындай ярҙамды ауыл биләмәләре башлыҡтары хуплап ҡаршы алды. Сөнки урындағы бөтмәҫ проблемаларҙы хәл итеү беҙгә ҡайтып ҡала. Беренсе траншты Урғаҙа ауылындағы Коммунистик, Һ.Дәүләтшина урамдарын, Сосновка ауылында Р.Яхин урамын яҡтыртыу өсөн тотонабыҙ. Лампалар, кабель, иҫәпләгес приборҙар һатып алдыҡ. Икенсе транш иһә урамдарҙы төҙөкләндереү өсөн йүнәлтелә. Сөнки беҙҙә юлдар ҡот осмалы хәлдә. Шулай уҡ Урғаҙа ауылындағы аҫылмалы өс күпер ремонтланасаҡ.
Лилиә ТАКАЕВА әҙерләне.
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.