Онотолмай ялҡынлы йылдар
Рәсәйҙең хәрби данын күтәргән 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавдивизияһының ойошторолоу тарихынан
Республика йәмәғәтселеге күптән түгел 112-се (16-сы гв.) Башҡорт атлы дивизияһы ойошторолоуының 70 йыллыҡ юбилейын билдәләне. 17 ноябрҙә Өфөлә ошо уңай менән конференция һәм Офицерҙар йортонда тантаналы ултырыш булды.
Дивизияның данлыҡлы хәрби юлын өйрәнеү буйынса урындарҙа күп эштәр башҡарыла. Сара аҙағындағы ҡарарҙа эшләйәсәк нәмәләр байтаҡ булыуы билдәләнде. Батыр яугирҙәрҙең исемен мәңгеләштереү, уларҙың хәрби юлын өйрәнеү буйынса эште дауам итергә кәрәк тип әйтелде.
Илебеҙҙең бойондороҡһоҙлоғона ошондай ҙур ҡурҡыныс тыуғанда, регуляр армияға өҫтәмә рәүешендә, доброволецтарҙан торған ғәскәри берәмектәр төҙөлә башлай. Республика хөкүмәте башҡорт халҡының һорауы буйынса тәүгеләрҙән булып Мәскәүгә, ГКО-ға атлы дивизия төҙөүгә рөхсәт һорап мөрәжәғәт итә. Тиҙҙән телеграмма килеп төшә – “Идя навстречу желаниям трудящихся Башкирской АССР, ГКО разрешает срочно формировать на территории республики две башкирские кавдивизии. Номера дивизий: 112-я и 113-я. Желаю успехов. Председатель ГКО И.Сталин”.
Ошо ҡарарға ярашлы, Башҡорт АССР-ы хөкүмәте 1941 йылдың 17 ноябрендә 112-се, 113-се кавдивизиялар төҙөүҙе хәл итә. Шулай итеп был дата Башҡорт атлы дивизияһының төҙөлөү көнө тип билдәләнә.
Хәрби соединениеның тулыланыуында һәм нығыныуында Баймаҡ халҡы ла әүҙемлек күрһәтә. Уның составына инергә теләүселәр ғариза менән килә башлай. Бына уларҙың бер нисәүһе: “Мине Башҡорт кавдивизияһына ебәреүегеҙҙе һорайым. Йөрәгебеҙгә һәм ғүмеребеҙгә дан биргән Рәсәйҙең азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн үҙ-үҙемде аямай, арымай-талмай һуғышырға һүҙемде бирәм”, – тип яҙа Баймаҡ егете Ибраһим Әбсәләмов.
Беренсе Этҡол мәктәбе директоры, уҡытыусы Исхаҡ Йәнбәков үҙенең ғаризаһында: ”Мин доброволец булып Фин һуғышында ҡатнаштым. Яу тәжрибәһе бар, илебеҙ ҡурҡыныс аҫтында торғанда тыныс ята алмайым», – тип яҙа.
Бына ошондай патриот ир-егеттәрҙән төҙөлә инде 112-се Башҡорт атлы дивизияһы. Унда башта коммунистар һаны 12%, һуғышҡа ингәндә 32% тәшкил итә. Хәрбиҙәрҙең тәьминәтенә халыҡ күп өлөш индерә. “Башҡортостан буйынса кавдивизия төҙөү өсөн 13335 ат, 12311 дана амуниция, 1000 бот аҙыҡ-түлек, фураж әҙерләнде”, – тип яҙҙы үҙенең хәтирәләрендә билдәле шәхес Б.Мәмбәтҡолов.
Был патриотик халыҡ хәрәкәтенә баймаҡтар ҙа әүҙем ҡушылды. Баймаҡ ширпотребында (директоры У.Мансуров) мастер Ә.Вәлиев етәкселегендәге тегенселәр яугирҙәргә 200 тун һәм 250 кәпәс текте. Семеновск руднигы тимерлегендә тимерсе Юлдашбаев етәкселегендә ат дағалары, Темәс күнзаводында ат сбруйы, эйәрҙәр, хужалыҡтарҙа саналар, фургондар эшләнде, колхоздарға аҙыҡ-түлек тәьминәте өсөн айырым план бирелде.
Былар барыһы ла үҙ нәтижәһен бирмәй ҡалманы. Баймаҡтар бирелгән планды арттырып үтәп, 1000 тун, 900 пар быйма, 5000 пар бейәләй, 10000 ҡулъяулыҡ, 6000 кисет тапшырҙы. Унан тыш тыл тәьминәте өсөн 250 пар саңғы, 100 хәрби фургон һәм сана, 500 баш ат ебәрелде.
1942 йылдың март айында кавдивизияның штабынан ошондай рәхмәт хаты ебәрелә: “Председателю райсовета Назирову!
Командование 112-й Башкирской кавдивизии выражает большую благодарность за присланные подарки, и особо признательны за коня, преподнесенного комиссару дивизии...
112-я Башкирская кавдивизия, закончив свое формирование, выступит как грозная сила, способная нанести сокрушительный удар врагу.
Командование дивизии заверяет Вас, трудящихся Баймакского района, что кавдивизия под руководством наркома обороны, любимого вождя народов т. И.Сталина оправдает высокое доверие башкирского народа и войдет в число передовых дивизий нашей доблестной Красной армии.
Командир 112-й Башкавдивизии М.Шаймуратов».
Халыҡтың илһөйәрлек күтәрелеше көслө булды. Бына бер миҫал – Иҙрис ауылында йәшәүсе Ғәзизә Баймөхәмәтова үҙ көсө менән халыҡтан аҙыҡ-түлек, йылы кейемдәр йыйып, 1943 йылдың февралендә колхоздан ат һорап алып, 3 йөк әйбер тейәп, бер нисә кеше оҙатыуында Дим станцияһында торған һыбайлыларға (ире уҡытыусы Дауыт шунда хеҙмәттә булған) алып барып тапшыра.
Баймаҡта кавдивизияны төҙөү, беренсе доброволец һалдаттарҙы йыйыу эше тамамланып, оҙатыу ваҡыты ла етә. Б.М. Мәмбәтҡолов үҙенең хәтирәләрендә былай тип яҙа:
“Проводы бойцов превратились в мощную демонстрацию советского патриотизма. В Башкавдивизию из Баймакского района первые добровольцы 208 человек (всего свыше 500) были отправлены 8 декабря 1941 года в торжественной обстановке. Уходящие на фронт были построены на заводской площадке г.Баймака. Провожали собравшихся представители района, родные и близкие, учащиеся школ города. Состоялся митинг, выступавшие давали наказы, а воины дали клятву с честью выполнить их. Затем они на 27 автомашинах отправились до ст.Магнитогорск.
Среди первых добровольцев были из Тубинска – 50 человек, из Сибайского рудника – 20, Темясовского сельсовета – 35, из Муллакаевского с/с – 20, Второго Иткулова – 8 человек и другие. Всего в рядах кавдивизии служили около 700 человек”.
ВКП(б)-ның Баймаҡ райкомы секретары М.Нәзиров дивизияның комиссары итеп тәғәйенләнә. Баймаҡтарҙан Б.М. Мәмбәтҡолов, Ҡ.Аҫылбаев, Х.Ҡотоев, Ҡ.Хисмәтуллин, Р.Әйүпов, Ф.Ҡотлоғужин, Ә.Әбүбәкиров һәм башҡалар эскадрон, взвод командирҙары булып хеҙмәт итте. Комсомол-партия эшен яҡташыбыҙ Ә.Абалов, И.Йәнбәков, М.Ғәлин, Р.Һағуманов, З.Вәлиев һ.б. алып барҙы. Кесе командирҙар булып М.Арыҫланов, Ғ.Сәйфуллин, И.Әбүталипов, М.Хәмитов хеҙмәт итте.
Яҡташыбыҙ Тәфтизан Миңлеғолов батырҙарса һәләк булғас, уға Советтар Союзы Геройы исеме бирелде. Күптәр үҙ батырлыҡтары өсөн орден-миҙалдар менән бүләкләнде. Таулыҡай ауылы егете Баҡый Вәлиев 1943 йылдың 23 февралендә дивизияның Ҡыҙыл Байрағын дошмандың ҡыҙыу уты аҫтынан алып сыҡты. Уның был батырлығы ҙур хәрби ҡаһарманлыҡ билдәһе булып һанала.
Баймаҡтар бына шулай итеп дивизияның еңеүҙәренә, даны күтәрелеүенә күп көс һалды. Дивизиянан 78 кеше Советтар Союзы Геройы исемен алды. Ә дивизияның үҙе Ленин, Ҡыҙыл байраҡ, 2 Суворов, Кутузов ордендары менән бүләкләнде.
Ә мин үҙ сиратымда дивизияның 70 йыллыҡ юбилейы тулыуы айҡанлы тәҡдим итәм:
1) Баймаҡ ҡойоу механика заводы клубында (Башҡорт атлыларын оҙатыу урыны) мемориаль таҡтаташ асырға һәм 8 декабрҙе иҫтәлекле дата тип рәсмиләштерергә;
2) Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына арнап ҡуйылған элекке мемориаль комплексты яңынан реконструкциялап, дивизия яугирҙәренә арнарға;
3) Элекке район хәрби комиссариаты урынлашҡан йорт урынына иҫтәлекле стела ҡуйырға.
Рамаҙан Үтәғолов,
Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты,
Башҡортостан Республикаһының почетлы крайҙы өйрәнеүсеһе.
Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты,
Башҡортостан Республикаһының почетлы крайҙы өйрәнеүсеһе.
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.