Страховкалау мотлаҡ кәрәк
Уҡыу йылында уҡыусылар күп ваҡытын мәктәптә уҙғара. Улар һәр ваҡыт педагогтарҙың күҙәтеүе аҫтында булыуына ҡарамаҫтан, балаларҙың шаярыуҙары ҡайһы саҡта йығылыуҙар, йәрәхәт алыуҙар, күҙ йәштәре менән тамамлана. Был ваҡытта нимә эшләргә? Ярҙам һорап кемгә мөрәжәғәт итергә?
– Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостан Республикаһы буйынса һәр унынсы уҡыусы “Росгосстрах” компанияһында страховкаланған. Ҡайһы бер райондарҙа был күрһәткес 100 процентты тәшкил итә.
Иң күп йәрәхәт алыуҙар мәктәптә тәнәфес осорона тура килә: 51 процентҡа тиклем барып етә. Физкультура дәрестәрендә ул – 20, экскурсия, поход, экспедицияларҙа – 14, юл-транспорт ваҡиғаларында – 3-6 процент тәшкил итә. Ғәҙәттә, 6-14 йәштәге балалар тиҙ йәрәхәтләнеүсән.
Страховка түләүе – бәхетһеҙ осраҡтарҙа күрһәтелгән финанс ярҙам. Страховкаланыу тураһындағы килешеү дауалауға киткән сығымды компенсациялау өсөн аҡсалата түләү буласағына гарантия. Күреүегеҙсә, бында ғаилә бюджетынан сығым китмәй. Ләкин был осраҡта шәхси страховкаланыу полисының хаҡы страховка суммаһының 1,3-1,7 процентын тәшкил итә.
Ата-әсәләр, ғәҙәттә, балаларҙы коллектив страховкалауҙы хуп күрә: мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында. Был осраҡта страховкалау тарифы ла бәләкәйерәк: страховка суммаһы ни тиклем ҙурыраҡ – иғәнә лә шул ҡәҙәр кәмерәк. Коллектив страховкаланыуҙың тағы ла бер өҫтөнлөгө шунда: ата-әсәләр йыйылып, агентты саҡырып әңгәмәләшә, документтарҙы юллау, полистарҙы түләү һәм алыу, шулай уҡ башҡа ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға туранан-тура яуап алыу мөмкинлегенә эйә. Коллектив страховкалауға ҡарамаҫтан, һәр кем үҙ балаһына ҡарата страховка суммаһын үҙе билдәләй ала.
Ғөмүмән, страховка суммаһы туранан-тура уның хаҡына һәм түләү ваҡыты еткән осраҡта аласаҡ аҡсаға бәйле. Түләү суммаһы, страховка хаҡы кеүек үк, травма алыуҙың ауырлығына ҡарап, проценттарҙа билдәләнә. Беҙ ата-әсәләргә үҙ балаларына ҙур страховка суммаһын һайларға кәңәш итәбеҙ. Был осраҡта страховка түләүе ғаилә бюджетына етди ярҙам буласаҡ.
Бәхетһеҙ осраҡтарға юлыҡҡан мәлдә был хаҡта страховка компанияһына мөрәжәғәт итергә һәм кәрәкле документтарҙы тапшырырға кәрәк: паспорт, страховка полисы һәм бәхетһеҙ осраҡҡа юлығыуҙы раҫлаусы документтар. Мәҫәлән, травмпункттан белешмә һәм ауырыу тарихы.
Ҡышҡы һыуыҡ көндәр башланды. Ата-әсәләрҙең иғтибарын шуға йүнәлткем килә: балаларға тауҙан, боҙҙан шыуғанда, ғөмүмән, юлда йөрөгәндә һаҡ булырға кәрәклеген иҫкәртергә онотмағыҙ.
Ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы Берҙәм контакт-үҙәк телефоны аша бирергә мөмкин: 88002000900. Беҙҙең сайт: www.RGS.ru. Баймаҡтағы телефоныбыҙ: 2-12-53.
Лилиә ТАКАЕВА
әңгәмәләште.
әңгәмәләште.
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.